Тимерҡаҙыҡ йондоҙо паркы

Поляр йондоҙо паркы (нем. Nordsternpark) — Гельзенкирхен ҡалаһының (Германия) иң иҫтәлекле урындарының береһе[1]

Тимерҡаҙыҡ йондоҙо паркы
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гельзенкирхен[d]
Рәсми сайт nordsternpark.de/Landsch…
Карта
 Тимерҡаҙыҡ йондоҙо паркы Викимилектә

Парк элекке Нордштерн шахтаһы (нем. Zeche Nordstern) территорияһында урынлашҡан. 1993 йылда шахта ябылғандан һуң район тергеҙелә һәм унда йәмәғәт ял итеү урыны төҙөлә[2]

Парк тасуирламаһы үҙгәртергә

Поляр йондоҙо паркы — ауыл халҡы һәм туристар өсөн был ысын мәғәнәһендә күңел асыу урыны. Уның территорияһында бик күп архитектура ҡоролмалары урынлашҡан, шул иҫәптән музейҙар һәм һәйкәлдәр бар. Улар иҫәбендә — Рейн-Херн каналы янындағы Амфитеатр бинаһы. Хәҙерге көнгә тиклем Нордштерн шахтаһы ҡоролмаһы һаҡланып ҡалған.

 
Парк территорияһында ҡунаҡхана

Тимер юлының гигант моделе һәм дуға кеүек күпере иғтибарҙы йәлеп итә. Парк территорияһында шулай уҡ шул уҡ исем менән аталған ҡунаҡхана урынлашҡан. Парктың үҙенсәлеге — йәйәүлеләр һәм велосипед маршруттарының күп төрлөлөгө.[3]

Мәҙәниәт һәм ял үҙгәртергә

Поляр йондоҙ паркы территорияһында йыл һайын йәмәғәт саралары: фестивалдәр, концерттар, күргәҙмәләр, төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар һәм марафондар үткәрелә (иң популяр — велоспорт).

Билдәле Амфитеатрҙа, нигеҙҙә, яҙ һәм йәй айҙарында, сәнәғәт мәҙәниәте төнө, рок-хард фестивалдәре, асыҡ һауала кино, Blackfield фестивале, шулай уҡ төрлө төбәк, милли һәм халыҡ-ара төркөмдәрҙең концерттары кеүек саралар үткәрелә[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Nordsternpark. Nordsternpark. aus Wikipedia, der freien Enzyklopädie.
  2. Nordsternpark - Route Industriekultur. Route Industriekultur. 2019 йыл 7 май архивланған.
  3. Nordsternpark in Gelsenkirchen.
  4. Nordsternpark.