Һөйәрсәк тауы

(Таҙтау (Салауат) битенән йүнәлтелде)

Һөйәрсәк  (рус. Хоярсак) — Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы тау, Юлдаш ауылы янынан аҡҡан Юрғаш йылғаһының уң яҡ ярында, Кинйәкәй һәм Юлдаш ауылдары араһында урынлашҡан [2]. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районында урынлашҡан.

Һөйәрсәк тауы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы
Карта

Тауҙың бейеклеге 360 м. Тауҙа ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар юҡ. Тау бик текә.Тау ҡомташ улырмалары, алевролит, рифей һәүерташтарынан тора[2].

Унан алыҫ түгел Ҡолан тауы (325,9 м.), Ҡыҙыл таш (424 м.), Талы (382 м.), Ергәнтау (376 м.), Баш-Алатау һырты (367 м.), Чубарецкая тауы (354 м.), Һарытау (278 м.) урынлашҡан.

Тау итәге элек бер- береһен яратып йөрөгән йәштәр йәшерен осраша торған урын булған имеш,шунлыҡтан халыҡ тауҙы Һөйәрсәк тип атап йөрөткән.

Тауҙы был тирәләге ауыл башҡорттары Ҡыҙҙар тауы тип тә атай.

Туризм үҙгәртергә

Тауҙан Ергәнтау һәм Салауат ҡалаһы күренеп тора. Тауҙан йыраҡ түгел туристик базалар һәм йәйге ял лагерҙары урынлашҡан.

Үҫемлектәр донъяһы үҙгәртергә

Һөйәрсәк тауында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡылған, ер еләге, һары һәм күк умырзая үҫә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Юлдаш, деревня // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 619. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.