Тауҙағы йорт (Чилликоти)

Тауҙағы йорт (ингл.  Mountain House) - Чилликоти ҡалаһының көнбайыш өлөшөндә готик яңырыу стилендәге тарихи йорт, Огайо штаты, АҠШ.

Тауҙағы йорт
Рәсем
Дәүләт Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Огайо
Архитектура стиле неоготика[d]
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d]
Commons-logo.svg Тауҙағы йорт Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

1852 йылда немец мигранты Оскар Янссен тарафынан төҙөлә. Йорт Сайото йылғаһының текә ярының түбәһендә урынлашҡан. Уның урынлашыуы һәм архитектура стиле тыуған илендәге Рейн йылғаһына күренеш менән замокты хәтерләтеп торорға тейеш. Янссен үҙенең йортон виноград баҡсаһы, шарап яһау йорто һәм һыра баҡсаһы менән уратып ала. Йорттоң текә битләүҙә урынлашыуы арҡаһында, ул төҙөлөштө башларҙан алда ҡалҡыулыҡ битләүен нығыта. Янссендан һуң йорт дизайнсы һәм ҡағыҙ етештереүсе Дард Хантер ҡулына күсә. 1919 йылда йортто һатып алыу менән, Хантер уны ҡулдан ҡағыҙ етештереү үҙәгенә әйләндерә. Бында ул бик күп китап сығара, уларҙы Mountain House Press исеме аҫтында баҫтырып сығара, һәм был бөтә донъяға билдәле брендтарҙың береһе була[1].

Ике ҡатлы йорт төрлө архитектура стилдәрен һәм материалдарын үҙ эсенә ала. Готик яңырыу стилененән тыш ҡоролма роман яңырыуы элементтарын да үҙ эсенә ала.[1]. Уның кирбес стеналары таш нигеҙгә ҡуйылған, ә йортҡа инеү урыны ҙур ағас ишектәр аша башҡарыла[2].

1978 йылда тауҙағы йорт тарихи урындарҙың Милли реестрына индерелгән[3]. Ул үҙенең яҡшы һаҡланып ҡалған тарихи архитектураһы һәм Росс округы тарихында тарихи әһәмиткә эйә булған мөһим кеше булып һаналған Дард Хантерҙәң йорто булараҡ Реестрға индерелә. Бөгөнгө көндә йорт офис сифатында Mountain House Press нәшриәтенең милке булып ҡала[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Owen, K. Lorrie, ed. Places Dictionary of Ohio Historic. Vol. 2. St. Clair Shores: Somerset, 1999, 1222.
  2. House Mountain
  3. National Register Information System 2015 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
  4. Mountain Press House, Press Mountain House, n.d. Accessed 2010-09-01.