Таллин француз лицейы

Таллин француз лицейы (эст. Tallinna Prantsuse Lütseum) — Таллиндағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Эстония. 1921 йылда ойошторола[1]. Лицейҙы тамамлаусылар имтихан һөҙөмтәләре буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

Таллин француз лицейы
Нигеҙләү датаһы 1921
Рәсем
Дәүләт  Эстония
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы agency of local authority[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Таллин, Эстония
Рәсми асылыу датаһы 1 октябрь 1921
Рәсми сайт tpl.edu.ee

Күҙәтеү үҙгәртергә

Студенттар өс сит ил телен өйрәнә: француз, урыҫ һәм инглиз телдәрен. Лицей директоры Лаури Леези һүҙҙәренсә, был мәктәптә бөтә фөндәр ҙә бик мөһим[2].

Мәктәптә дәрестәргә йөрөү дәртләндерелә: класстан тыш занятиеларҙы үткәреу тик дәрестәр тамамланғандан һуң ғына рәхсәт ителә.

Уҡыусыларҙы сәнғәттең һәр төрлө формаларын да хөрмәт итергә өйрәтәләр. Улар картиналарҙы һәм рәссамдарҙы танырға өйрәнә, концерттан йәки киске балеттан хозурланыу өсөн театрҙарға йөрөй. Бал бейеүҙәре физик тәрбиә уҡыу программаһы сиктәрендә уҡытыла, шулай уҡ йыл һайын яҙғы бал ойошторола.

Таллин француз лицейы биш мәктәп берләштерелгән ҙур уҡыу йорто составына инә, уларҙы ҡайһы берҙә «Таллин уртаһындағы элита мәктәптәре» тип тә атайҙар: Таллин инглиз колледжы, Таллин урта ғилми мәктәбе, Густав Адольф гимназияһы һәм 21-се мәктәп[3].

Символикаһы үҙгәртергә

Мәктәп флагы ике яҡлы: бер яғында Франция флагы менән мәктәптең француз телендәге исеме, гербы һәм девизы (vitam totam estote Probi per — ғүмерең буйы үҙеңде лайыҡлы тот). икенсе яғында ошондай уҡ флаг, әммә ул Эстония флагы, мәктәптең исеме лә эстонса яҙылған.

Мәктәптең тәүге 5 класы уҡыусылары традицион мәктәп формаһы — матроска кейә, Эстонияла бындай мәктәп формаһы һирәк осрай. Байрам сараларына уҡыусылар аҡ яғалы костюм кейә, ғәҙәти көндәрҙә — зәңгәр яға тағалар. Мәктәптең бөтә уҡыусылары ла мәктәп формаһы кейергә тейеш. Кәпәстең алғы өлөшөнә мәктәп инициалдары яҙылған[4]. 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Таллин француз лицейы формаһының хаҡы 223 евро тәшкил итә, был башҡа мәктәп формаларынан ҡыбатыраҡ[4].

Тамамлаусылар үҙгәртергә

Таллин француз лицейын тамамлаусылар араһында, моғайын, иң билдәлеһе — Георг Отс, эстон опера һәм эстрада йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1938 йылда урта мәктәпте тамамлаған). Хәҙерге сығарылыштарҙағы иң билдәлеләре — режиссёр Танел Тоом һәм музыкант Мария Минерва[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Prantsuse Lütseum // Tallinn: N-Ü. 2004
  2. «Lauri Leesi: "Kõige rohkem armastatakse ranget õpetajat."», Ohtuleht, <http://www.ohtuleht.ee/431662>. Проверено 15 февраль 2012. 
  3. Tallinn French School.
  4. 4,0 4,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  5. Alumni (эст.). Lycée français de Tallinn.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Karin Lippus, Tark Indrek, Paistik Alo, 1921-2001 Tallinna Lütseum Prantsuse — Lycée Français de 1921—2001 Tallinn, Tartu, Greif, 2001, 223 p.
  • Anneli Oidsalu, Semjonov Külli, Maris Sinka, Tallinna 1921—2011 Lütseum Prantsuse — Lycée Français de 1921—2011 Tallinn, Tallinn, Folger Art, 2011, 142 p.
  • Prantsuse Lütseum // Tallinn: N-Ü. 2004

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • tpl.edu.ee — Таллинского французского лицея рәсми сайты  (эст.)) — официальный сайт Таллинского французского лицея