Тагер Павел Григорьевич

Павел Григорьевич Тагер (18 сентябрь [1 октябрь1903, Мәскәү, Рәсәй империяһы — 30 июнь 1971, Мәскәү, СССР) — совет тауышлы кино өлкәһендә уйлар табыусы, ғалим, уҡытыусы, профессор (1937). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1947). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950). 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тагер Павел Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1 октябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 30 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Эшмәкәрлек төрө запись звука[d] һәм кинематограф
Эш урыны НИКФИ[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

П. Г. Тагер 1903 йылдың 18 сентябрендә (1 октябрь) Мәскәүҙә тыуған. Мәскәү университетының физика-математика факультетын (1926) һәм механика факультетын (1929) тамамлай. 1932—1939 һәм 1947—1969 йылдарҙа Ғилми-тикшеренеү кинофотоинститутында (НИКФИ), 1939—1947 йылдарҙа ИАТАН-да эшләй. 1937 йылда профессор исеме ала, техник фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп 1940 йылда диссертация яҡлай. Кинофото хеҙмәтсәндәре союзы Үҙәк комитеты ағзаһы була[2]

П. Г. Тагер 1971 йылдың 30 июнендә вафат була. Мәскәүҙә Востряково зыяратында ерләнгән.

Төп асыштары һәм ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Яҡтылыҡ ағымы модуляцияһы принцибында «Тагефон» тауышлы кино үҙенсәлекле системаһын П. Г. Тагер 1926 йылда тәҡдим итә, ә 1928 йылда патент ала.

Был система буйынса 1931 йылда беренсе совет тауышлы нәфис «Тормошҡа путевка» кинофильмы төшөрөлә.

Артабан төрлө мәсьәләләрҙе тикшерә, үҙгәреүсән тығыҙлыҡлы һәм үҙгәреүсән киңлектәге фонограммаларҙы яҙыуҙы камиллаштырыуҙа ҡатнаша. Оптик ысул менән яҙҙырғанда тауыштың боҙолоу тәбиғәтен тасуирлай, стереофоник кинематографтың теоретик нигеҙҙәрен эшләй.

Стереофоник кино өлкәһендәге төп тәжрибәләрҙе ул 1948—1949 йылдарҙа Ғилми-тикшеренеү кинофото институтында башҡара. Был тиҙ үҫешкән һәм 1960-сы йылдарҙа донъяла танылыу алған тауышты стереофоник яҙҙырыу-тергеҙеү теорияһына нигеҙ булып хеҙмәт итә.

П. Г. Тагер етәкселегендә Ғилми-тикшеренеү кинофото институтында 1948—1949 йылдарҙа кадрҙы кашелап киң экранлы стереофоник фильмдар төшөрөү һәм күрһәтеү өсөн аппаратура эшләнә.

Телевидение барлыҡҡа килеү менән, белгестәрҙең күбеһе кинематографтың бөтөүен юрауҙарына ҡарамаҫтан, П. Г. Тагер был технологияларҙың тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һәм өҙлөкһөҙ бәйләнештә булыу перспективаһын иғлан итә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда П. Г. Тагер бер нисә мөһим хәрби уйлап табыу эшләй, арттырылған үтәләй тишеп сығыу көсө булған яңы форма снарядтар эшләүҙә ҡатнаша.

Танылыуы һәм наградалары үҙгәртергә

- 1930 йылда ВКП(б)-ның XVI съезында Куйбышев В. В. үҙенең докладында, П. Г. Тагерҙың хеҙмәттәре илдең 2 млн алтын һумын һаҡланы тип белдерә.

- Ленин ордены (11.01.1935)

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1947)

- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — ҡаршы фазалы фонограмма ҡулланып кинофильмдарҙы тауышландырыуҙың яңы ысулын эшләгәне, етәкселек иткәне һәм ҡулланыуға индергәне өсөн.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Тагер Павел Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. ГА РФ Ф. Р.7837 Оп.2 Ед.хр.3 Л.1

Һылтанмалар үҙгәртергә