Тавричанка (Дәүләкән районы)


Тавричанка (рус. Тавричанка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2 кеше[2]. Почта индексы — 453406, ОКАТО коды — 80222843004.

Ауыл
Тавричанка
рус. Тавричанка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Сергиополь ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°11′54″ с. ш. 54°52′29″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1912

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1917

Элекке исеме

Яңы Тавричанка, Яңы Таврический

Халҡы

2[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар — 100%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453406

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 843 004

ОКТМО коды

80 622 443 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тавричанка (Рәсәй)
Тавричанка
Тавричанка
Тавричанка (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Тавричанка


Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2 1 1 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

ТарихыҮҙгәртергә

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 12 саҡрым алыҫлыҡта Ҡаранбаш йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауылға 1912—1917 йылдар араһында Бәләбәй өйәҙенә Таврия губернаһынан күсеп килеүселәр Таврия ширҡәте ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Яңы Тавричанка, Яңы Таврический исемдәре менән йөрөй. 1923 йылға тиклем Торонтайыш , 1923—1925 йылдарҙа Әлшәй, 1925—1930 йылдарҙа Дәүләкән улустарында, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1925 йылда Яңы Тавричанка, 1930 йылдан Сергиополь ауыл биләмәһендә. Дәүләкән улусына 1925 йылда Бәләбәй улусы ҡарары менән күсерелә. 1929 йылда 640,9 га ер майҙаны булған. Совет осоронда ауыл халҡы «Новый быт», «Коммунар» колзозында эшләй. 1960 йылда район башҡарма комитеты таарафынан Яңы Тавричанка ауылы Тавричанка итеп үҙгәртелә, 1976 йылда перспективаһыҙ ауыл тип таныла. Халҡы:1917 йылда 63 кеше, 1920 йылда 89 кеше, 1926 йылда 100 кеше, 1932 йылда 183 кеше, 1939 йылда 150 кеше, 1959 йылда 107 кеше, 1989 йылда 15 кеше, 2002 йылда 6 кеше, 2009 йылда 7 кеше, 2010 йылда 2 кеше. Урыҫтар — 100 % (2002).[3][4]

УрамдарыҮҙгәртергә

Исемдәре:[5]

  • Тавричанка урамы (рус. Тавричанская (улица))

Географик урыныҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә