С. И. Ростовцев исемендәге Ботаника баҡсаһы
С. И. Ростовцев исемендәге Ботаника баҡсаһы (рус. Ботанический сад имени С. И. Ростовцева) — Мәскәүҙә эргәһендә К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы ҡарамағындағы Ботаника баҡсаһы. 1895 йылда ботаник С. И. Ростовцев инициативаһы менән нигеҙ һалынған. Баҡсаның майҙаны яҡынса 1,2 гектар тәшкил итә. Ботаника баҡсаһы Петровский-Разумовский ҡурсаулығы комплексы составына инә һәм федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы статусына эйә[1].
С. И. Ростовцев исемендәге Ботаника баҡсаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1895 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Улица Прянишникова[d] |
С. И. Ростовцев исемендәге Ботаника баҡсаһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБотаника баҡсаһына нигеҙ һалыусы С. И. Ростовцев уны өс: системалау, биология һәм тәжрибә бүлектәренә бүлә. Системалау бүлеге студенттары үҫемлектәр систематикаһын өйрәнә. Биология бүлеге махсус шарттар талап икән үҫемлектәрҙе үҫтереү өсөн тәғәйенләнә. Тәжрибә бүлегендә студенттар үҫемлектәрҙең үҫешен күҙәтә ала[2].
С. И. Ростовцевтың вафатынна һуң Ботаника баҡсаһы менән профессор Н. Н. Худяков, ә 1919 йылдан — профессор В. и. Талиев етәкселек итә. 1934 йылда профессор П. М. Жуковский етәкселекте үҙ ҡулына ала. Ул баҡса майҙанын 5 тапҡырға тиерлек арттыра, ә төрҙәр һаны яҡынса 3000 була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҡса ныҡ зыян күрә, сөнки уның территорияһы аша Мәскәү оборона нығытмалары һыҙатының береһе үтә. 1953—1985 йылдарҙа ботаника кафедраһы һәм Ботаника баҡсаһы менән профессор В. Г. Хржановский етәкселек итә. Ул эшләгән ваҡытта субтропик үҫемлектәре оранжерея төҙөлә[3].
Хәҙерге заман
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Ботаника баҡсаһы базаһында йәйге фәнни-тикшеренеү һәм производство практикаһы үткәрелә[3]. Унда студенттар үҙемлектәрҙең үрсеүен, морфогенез, шулай уҡ ландшафт дизайны технологияларын өйрәнә. Теләүселәр өсөн даими рәүетә бушлай экскурсиялар ойошторола[2].
Ботаника баҡсаһында ландшафт, декоратив һәм тәжрибә участкалары, шулай уҡ 400 квадрат метр тирәһе майҙанда оранжерея бар. 2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса, баҡсала асыҡ тупраҡта — 600-ләп, ябыҡ грунтта 500 төрө һәм форма үҫемлек үҫә. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән 9 төр үҫтерелә[4].
Адресы
үҙгәртергәБаҡса Прянишников, 6, 5-се ҡоролма адресы буйынса урынлашҡан[2]. Инеү — Прянишников урамы яғынан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ботанический сад им.С.И.Ростовцева . ООПТ России (2017). Дата обращения: 13 ноябрь 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ботанический сад открывает сезон бесплатных экскурсий // Комсомольская правда от 25 мая 2018
- ↑ 3,0 3,1 Ботанический сад . РГАУ-МСХА им. К.А. Тимирязева (2017). Дата обращения: 30 май 2018.
- ↑ Особо охраняемые природные территории Российской Федерации. Ботанические сады и дендрологические парки. М. 2012. — С. 176.