Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы

Совет һәм партия эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
(Сәхәбутдинов Занфир Абзал улы битенән йүнәлтелде)

Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы (рус. Сахабутдинов Занфир Абзалович; 7 октябрь 1951 йыл) — комсомол, партия органдары һәм ауыл хужалығы ветераны. 1991 йылдан Шишмә районы «Коммунизм» колхозы рәйесе.

Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 октябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Муса, Сыуалкип ауыл Советы, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө партия эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Зәнфир Абзал улы Сәхәбетдинов 1951 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Иҫке Муса ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Шишмә районы «Коммунизм» колхозының ВЛКСМ комитетында секретарь була. 1976 йылда институтты тамамлағас, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә районы хужалыҡтарында баш агроном булып эшләй. 1983—1985 йылдарҙа — «Смычка совхозы» партком секретары. 1985 йылдан — «Урал» колхозы рәйесе. 1991 йылдан — Шишмә районы «Коммунизм» колхозы рәйесе. [1]

Шишмә районы 273-сө Ибраһим һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә