Сәлихов Ғәбдрәхим Ғабдулхаҡ улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы

Сәлихов Ғәбдрәхим Ғабдулхаҡ улы (рус. САЛИХОВ Габдрахим Габдулхакович (1901 йыл — июль 1986 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы.

Сәлихов Ғәбдрәхим Ғабдулхаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Иҫке Һынны ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1986
Вафат булған урыны Иҫке Һынны ауылы, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө санитар
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Сәлихов Ғәбдрәхим Ғабдулхаҡ улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы Иҫке Һынны ауылында тыуа. 1919 йылдың сентябренән 1922 йылдың октябренә тиклем Граждандар һуғышында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышына Благовар район хәрби комиссаритаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла. Башҡортостанда ойошоторолоп ятҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составына теркәлә (һуңғараҡ 16-сы гвардия Чернигов кавдивизияһы). 19-сы медицина-санитар эскадроны санитары булып хеҙмәт итә. Ошо берләшмә составында бөтә хәрби юл үтә һәм 1945 йылдың авгусында демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайтып йәшәй, емерелгән халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша, һигеҙ бала тәбиәләп үҫтерә. Ветеран 1986 июлендә вафат була[1].

Сәлихов Ғәбдрәхим Ғабдулхаҡ улы 1943 йылда санитарлыҡ эшендә ваҡыты, ауырлығы менән иҫәпләшмәйенсә яралалырға ярҙам күрһәтеүҙә тырышлыҡ, теүәллек күрһәткәне, бойороҡтарҙы ваҡытында үтәгәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 2309.