Сәлихов Альберт Илдус улы
Сәлихов Альберт Илдус улы (татар. Илдус Альберт улы Сәлихов; 25 ғинуар 1962 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Рәсәй федерацияһының IV саҡырылышДәүләт думаһы депутаты, урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Юридик фәндәр кандидаты.
Салихов Альберт Ильдусович | ||||
татар. Альберт Илдус улы Салихов | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
29 декабря 2003 года — 24 декабря 2007 года | ||||
Тыуған: | 25 ғинуар 1962 (62 йәш) Ҡазан, РСФСР, СССР | |||
Партия: | Берҙәм Рәсәй | |||
Белеме: | КГУ имени В.И. Ульянова-Ленина | |||
Ғилми дәрәжәһе: | юридик фәндәр кандидаты | |||
Профессияһы: | юрист | |||
Эшмәкәрлеге: | политик | |||
Биографияһы
үҙгәртергәАльберт Сәлихов 1962 йылдың 25 ғинуарында Татар АССР-ы Ҡазан ҡалаһында эшселәр ғаиләһендә тыуа. 1979 йылдан 1980 йылға тиклем Ҡазан авиация институтында техник булып эшләй. 1980—1982 йылдарҙа Совет Армияһынең зенит-ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә, ә 1982 йылдан 1986 йылға тиклем Татар АССР-ы Эске эштәр министрлығында эшләй.
1989 йылда В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Диплом алып, 1990 йылда Татарстан Республикаһы Питрәч район суды судьяһы итеп һайлана.
1994 йылдан генераль директор урынбаҫары, артабан, 1995 йылдан, «Халыҡ-ара коммерция берлеге» ЯАЙ генераль директоры булып эшләй.
Тышҡы бәйләнеш буйынса 1998-1999 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы булып эшләй. 1999-2003 йылдарҙа Нижнекамск хакимиәте башлығы урынбаҫары була.
2003 йылда IV саҡырылыш «Берҙәм Рәсәй» исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы дәүләт думаһына депутат итеп һайлана [1]. Түбәнге Кама бер мандатлы һайлау округынан һайлана. Ҡала думаһында урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.
2008 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән эш ойоштороу буйынса кәңәшсе итеп тәғәйенләнә. 2009 йылдың 16 июлендә Ҡазан башкарма комитеты етәксеһе карары нигеҙендәҠазан ҡала төҙөлөшө рөхсәттәре идараҙы башлығы итеп Альберт Сәлихов билдәленде[2]. 2016 йылдың 9 апрелендә етәксеһе вазифаһынан үҙ теләге буйынса китә[3].
Закондар сығарыу эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2003 йылдан 2007 йылға тиклем, IV саҡырылыш дәүләт думаһы депутаты вәкәләтлеген үтәгән осорҙа 3 акондар сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проектына төҙәтмәләр индереү авторы булып сығыш яһаны.[4].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Об установлении общих результатов выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации четвертого созыва .
- ↑ Альберт Салихов возглавил Управление градостроительных разрешений исполкома Казани .
- ↑ Альберт Салихов покинул пост руководителя управления градостроительных разрешений Казани по собственному желанию .
- ↑ Официальный сайт Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации .(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Татарстан республикаһы хөкүмәтенең сайтында профиле 2020 йыл 10 октябрь архивланған.