Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы

Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы (15 март 1930 йыл — 22 декабрь 1997 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1958—1996 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)

Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Туғай, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 декабрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Сәбих Мөхәмәҙиә улы Сәлимов 1930 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Туғай ауылында тыуған.

Белеме — тулы булмаған урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Бүздәк районының «Крәҫтиән» колхозында башлай. 1950—1953 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа сығарылғандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында машинист булып эшләй, 1957 йылдан — машинист, 1958 йылдан — КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы.

Нефть продукттарын эшкәртеү технологияһын үҙләштерә һәм беренсе класлы белгес була. С. М. Сәлимов эшләгән электр менән тоҙҙарҙы айырыу һәм һыуһыҙландырыу ҡоролмалары блогында проект ҡеүәттәрен ике тапҡырға арттыра, нефть әҙерләү юғары сифатта бара. Коллектив барлыҡ техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса туғыҙынсы биш йыллыҡты (1971—1975) ваҡытынан алда үтәп сыға.

Туғыҙынсы биш йыллыҡтың социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылдың 16 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Сәбих Сәлимовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1996 йылда пенсияға китер алдынан КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының ремонтлау һәм техник ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү буйынса операторы, слесары булып эшләй.

Сәлимов Сәбәх Мөхәмәҙиә улы 1997 йылдың 22 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә