Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы — (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, лейтенант[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы 1914 йылда Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙенең Аҙналы-Ҡарамалы ауылында, хәҙер Йәрмәкәй районы Түбәнге Ҡарамалы ауылында тыуа. 1936 йылда Йәрмәкәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 313-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә[2].

Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы Сталинград фронтының 112-се кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 8-се кавалерия корпусы составында эскадрон командиры вазифаһында һуғыша. Фронтта 1941 йылдың 24 июненән алып 1943 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡатнаша. Күп тапҡыр алыштарҙа ҡатнаша, уның иҫәбендә юҡ ителгән 17 дошман һалдаты һәм 2 офицеры. Сталинград өлкәһенең Чернышевский ҡалаһы янында барған һуғышта биш немец һалдатын юҡ итә һәм эскадрон менән бергә 37 дошман һалдатын һәм офицерын әсирлеккә ала. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Һуңғы тапҡыр яраланғанда уң ҡулы ампутациялана. Икенсе төркөм инвалиды була. Армия хеҙмәтенә тиклем НКВД-ның участка уполномоченныйы була.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены мнән бүләкләнгән[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә