Сәйәхов Сафа Саҙрый улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Сәйәхов Сафа Саҙрый улы (рус. Саяхов Сафа Садрыевич 1910 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Сәйәхов Сафа Саҙрый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Оло Кәркәле, Миәкә районы, СССР
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Смагорин[d], Речица районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө разведчик
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы һәм батырлығы үҙгәртергә

Сәйәхов Сафа Саҙрый улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы Оло Кәркәле ауылында тыуа. 1941 йылдың 8 декабрендә Миәкә район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкында 4-се ҡылыссылар эскадронының 2-се взвод командиры булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылдың 29 сентябрендә гвардия старшинаһы Сәйәхов Сафа Саҙрый улы Усохи ауылы янында һуғыштарҙа дошмандың көслө уты аҫтында ике тапҡыр разведкаға бара һәм команда пунктына дошмандың тере көстәренең һәм ут нөктәләренең урынлашыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр алып ҡайта, был эскадрон оборонаһын дөрөҫ урынлаштырырға мөмкинлек бирә.

1943 йылдың 19 сентябрендә Березна ҡалаһын яулағанда гвардия старшинаһы Сәйәхов Сафа Саҙрый улы дошмандың 25 һалдатын әсирлеккә ала, шуларҙың 15 һалдатын шәхсән юҡ итә. 1943 йылдың 10 октябрендә подразделениеның 268/н бойороғона ярашлы Сәйәхов «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]

Волкошанка ауылы янында барған һуғышта 4-се ҡылыссылар эскадронының 2-се взводы командиры һәләк була, яҡында торған взвод командиры ярҙамсыһы Сәйәхов Сафа Саҙрый улы дошмандың һөжүменә ҡарамаҫтан юғалып ҡалмай, командалыҡ итеүҙе кисекмәҫтән ҡабул итә һәм «Тыуған ил өсөн!» тип ҡысҡырып взводты атакаға күтәрә. Атаканы көтмәгән немецтар юғалып ҡала, бынан тыш Сәйәхов Сафа Саҙрый улы дошмандың 9 һалдатын һәм 1 офицерын, ике пулемет расчетын юҡ итә. Был батырлығы өсөн Сәйәхов Сафа Саҙрый улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Гвардия старшинаһы Сәйәхов Сафа Саҙрый улы 1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссия ерҙәрендә барған яуҙа һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе) Смагорин ауылында ерләнә[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә