Сью Графтон (ингл. Sue Taylor Grafton; 24 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[6][7][8][…], Луисвилл[d], Кентукки[d][9][10]28 декабрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[11][12][13][…] (77 йәш), Санта-Барбара[d], Калифорния) — детектив жанрҙа ижад итеүсе Америка яҙыусыһы, детектив жанрҙың күп абруйлы әҙәби премияларына эйә булыусы. «Алфавитная серия» әҫәренең авторы булараҡ киң билдәле, унда төп персонаж булып уйҙырма Санта-Тереза ҡалаһынан шәхси детектив Кинси Милхоун тора.

Сью Графтон
ингл. Sue Grafton
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[4][5]
Тыуған көнө 24 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[6][7][8][…]
Тыуған урыны Луисвилл[d], Кентукки[d], Америка Ҡушма Штаттары[9][10]
Вафат булған көнө 28 декабрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[11][12][13][…] (77 йәш)
Вафат булған урыны Санта-Барбара[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак пищевода[d]
Атаһы Cornelius Warren Grafton[d][14]
Әсәһе Vivian Boisseau Grafton[d][15]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө яҙыусы, сценарий яҙыусы, романист, автор, журналист
Эшмәкәрлек төрө детектив[d][16], телеэкранизация[d][16], написание сценариев для телевидения[d][16] һәм детективная литература[d][16]
Уҡыу йорто Луисвиллский университет[d][14]
Университет Западного Кентукки[d]
Atherton High School[d]
Жанр криминальный роман[d]
Йоғонто яһаусы Дэшил Хэммет[d] һәм Росс Макдоналд[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт suegrafton.com
 Сью Графтон Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сью Графтондың атаһы Корнелиус Графтон детектив жанр авторы була. Яҙыусының атаһы ла, әсәһе лә пресвитериан миссионерҙары балалары була. Атаһы юрист, муниципаль облигациялар менән шөғөлләнгән, ә әсәһе урта мәктәптә химия уҡытыусыһы булып эшләгән. Икенсе донъя һуғышынан һуң яҙыусының ата-әсәһе алкоголь менән бәйле проблемалары кисерә башлай, һәм Графтон былай тип һөйләй: «Биш йәштән һәм артабан миңә үҙемде үҙаллы тәрбиәләргә тура килә».

Графтон һәм уның өлкән апаһы Энн Луисвиллда үҫә, унда Сью урта мәктәпте тамамлай. Һуңғараҡ ул Луисвилл университетына (беренсе курс) һәм Көнбайыш Кентуккиҙың (хәҙер Көнбайыш Кентукки университеты) педагогия колледжына йөрөй, 1961 йылда Луисвилл университетын тамамларҙан алда, инглиз әҙәбиәте һәм һынлы сәнғәт һәм гуманитар фәндәр бакалавры дәрәжәһен ала.

Уҡыуҙы тамамлап, Графтон ҡала дауаханаһында регистратурала, шулай уҡ Санта-Моникала һәм Санта-Барбарала кассир һәм медицина секретары булып эшләй.

1960 йылда Графтондың әсәһе эскелек һәм тәмәк тартыуҙан барлыҡҡа килгән үңәс яман шешенә операциянан һуң өйгә ҡайтҡас үҙ-үҙенә ҡул һала. Атаһы 1982 йылда вафат була.

Әҙәби эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Графтондың атаһы детектив әҙәбиәтте ярата һәм үҙе лә яҙа. Ул Графтонды яҙыу һәм мөхәррирләү барышы менән таныштыра, уның яҙыусы булырға дәртләндерә. Графтон 18 йәшендә илһамланып яҙа башлай, ә дүрт йылдан һуң тәүге романын тамамлай. Ул яҙыуын дауам итә һәм тағы алты роман яҙа. Ете романының икеһе («Дения Кезиа» и «Война Лолли-Мадонна») баҫылып сыға. Һуңыраҡ Графтон үҙенең тәүге биш баҫылып сыҡмаған романдарын юҡ итә.

Беренсе романдарына танылыу алмағас, Графтон киносценарийҙар яҙа башлай. Киләһе 15 йыл дауамында ул (1973 йылдан алып 1989 йылға тиклем) телевизион фильмдар өсөн сценарийҙар өҫтөндә эшләй. Уның «Хождение по огню» фильмы сценарийы 1979 йылда Кристофер премияһына лайыҡ була, был премия 1949 йылдан АҠШ-та продюсерҙарға, режиссерҙарға һәм китап яҙыусыларға, фильм һәм телевизион сценарийҙары өсөн бирелә.

Уның сценарийҙар яҙыу өлкәһендәге тәҗрибәһе уны хикәйәне структурлаштырыу, диалогтар яҙыу һәм эҙмә-эҙлекле ваҡиғалар булдырыу нигеҙәренә өйрәтә. Тиҙҙән Графтон нәфис әҙәбиәт яҙыуға әйләнеп ҡайтырға әзерлеген тоя. «Айырылышҡанда һәм опека ваҡытында алты йыл дауам иткән әсе һуғышты», үҙенең элекке ирен йәрәхәтләү йәки үлтереү ысулдарын ул күҙ алдына килтерә. Уның фантазиялары шул тиклем сағыу була, уларҙы яҙып алырға ҡарар итә[17] .

Алфавит серияһын булдырыу үҙгәртергә

1982 йылда Сью детектив «Алфавитная серия» әҫәре өҫтөндә эшләй башлай. Тәүге детектив «А» тип атала — тимәк алиби". Артабан «Б.» һәм башҡалар. Был серияның героиняһы Кинси Милхаун. үҙенең урынын был детектив жанр йүнәлешендәге «текә» ир-егеттәр» араһында ышаныслы таба.

Графтондың әҫәрҙәре 28 илдә һәм 26 телдә баҫылып сыға[18]. Голливудта тормош һәм эш Сьюға шул тиклем ауыр тәьҫир итә, шуға күрә үҙенең детективтарын хатта үҙе үлгәндән һуң да экранлаштырырға рөхсәт итмәй[19]. Графтон стиле өсөн ҡыҫҡа детектив уйҙырма хас. Стиле йыш ҡына «ҡыҫҡа, еңел, зирәк» тип һүрәтләнә.

Сью Графтон 77 йәшендә һөт биҙе яман шеше менән ике йыл көрәшкәндән һуң вафат була.

Алфавитная серия үҙгәртергә

  • 1982 — 1. A is for alibi — «А» — значит алиби
  • 1985 — 2. B is for burglar — «Б» — значит безнаказанность («Б» — значит безопасность)
  • 1986 — 3. C is for corpse
  • 1987 — 4. D is for deadbeat
  • 1988 — 5. E is for evidence
  • 1989 — 6. F is for fraud
  • 1990 — 7. G is for gumshoe
  • 1991 — 8. H is for homicide
  • 1992 — 9. I is for innocent — «Н» — значит невиновен
  • 1993 — 10. J is for judgment — «К» — значит кара
  • 1994 — 11. K is for killer — «У» — значит убийца
  • 1995 — 12. L is for lawless
  • 1996 — 13. M is for malice
  • 1998 — 14. N is for noose
  • 1999 — 15. O is for outlaw
  • 2001 — 16. P is for peril — «П» — значит погибель
  • 2002 — 17. Q Is for quarry
  • 2004 — 18. R Is for Ricochet
  • 2005 — 19. S Is for Silence — «М» — значит молчание
  • 2007 — 20. T Is for Trespass
  • 2009 — 21. U Is for Undertow
  • 2013 — 22. W Is for Wasted
  • 2015 — 23. X
  • 2017 — 24. Y Is for Yesterday

Бүләктәре үҙгәртергә

Сью Графтондың әҙәби ижады Эдгар По, Shamus, һәм өс тапҡыр Энтони бүләктәре менән билдәләнгән. Ул детектив яҙыусыларҙың Америка ассоциацияһы президенты итеп һайлана. 2004 йылда яҙыусы Росс Макдональд һәм «Марло» наградаларына лайыҡ була[20][21]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. http://www.nytimes.com/1994/08/04/garden/at-home-with-sue-grafton-a-is-for-alter-ego.html
  3. http://www.nytimes.com/2009/12/27/books/review/Crime-t.html
  4. http://www.infoplease.com/ipa/A0931883.html
  5. http://www.usatoday.com/life/books/reviews/story/2011-11-17/mystery-roundup/51243192/1
  6. 6,0 6,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  7. 7,0 7,1 http://www.nndb.com/lists/499/000063310/
  8. 8,0 8,1 Sue Grafton // SNAC (ингл.) — 2010.
  9. 9,0 9,1 http://articles.latimes.com/1990-02-18/magazine/tm-1682_1_kinsey-millhone
  10. 10,0 10,1 Pallardy R. Sue Grafton // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  11. 11,0 11,1 Louisville mystery writer Sue Grafton dies of cancer at age 77
  12. 12,0 12,1 Sue Grafton // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  13. 13,0 13,1 L’auteure de « L’Abécédaire du crime », Sue Grafton, est morteEn savoir plus sur http://www.lemonde.fr/disparitions/article/2017/12/29/l-auteure-de-l-abecedaire-du-crime-sue-grafton-est-morte_5235884_3382.html#D2aWTtbLVC0iOJqI.99
  14. 14,0 14,1 Blain V., Grundy I., Clements P. The Feminist Companion to Literature in English (ингл.): Women Writers from the Middle Ages to the Present — 1990. — P. 449.
  15. Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  17. White, Claire E. «A Conversation with Sue Grafton». Writers Write. Retrieved February 8, 2007 [White, Claire E. «A Conversation with Sue Grafton». Writers Write. Retrieved February 8, 2007] (инг.)
  18. Loosemore, Bailey (December 29, 2017). «Sue Grafton, internationally acclaimed mystery author and Louisville native, dies». Louisville Courier-Journal. (инг.)
  19. Carlson, Michael (January 3, 2018). «Sue Grafton obituary». The Guardian. Retrieved February 23, 2018. (инг.)
  20. Anthony Awards.
  21. Bouchercon World Mystery Convention : Guests of Honor and Anthony Award History.