Сыртланова Әминә Мәхмүт ҡыҙы

Сыртланова Әминә Мәхмүт ҡыҙы (франц. Amina Hanum Syrtlanoff; 25 май (18 июнь) 1884 йыл, Өфө, Рәсәй империяһы — 1939 йылдан һуң, Франция) — йәмәғәт эшмәкәре, шәфҡәт туташы, теософ, Le Humain Droit (№ 840) орденына ингән «Аврора» Париж масондары ложаһы оҫтаһы.

Әминә Сыртланова (Шәйух-Әли)
1890 йылдар аҙағы — 1900 йылдар башы.
1890 йылдар аҙағы — 1900 йылдар башы.
Тыуған көнө

25 май (18 июнь) 1884 й.

Тыуған урыны

Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө

1939 йылдан һуң

Вафат булған урыны

Франция

Ил

 Рәсәй империяһы

 Сыртланова Әминә Мәхмүт ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Әминә ханым Сыртланова 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһының тол ҡатыны, Рәсәй мосолмандары исемендәге санитар транспорты попечителе[1]

Әминә (Әминә ханым) Мәхмүт ҡыҙы Сыртланова (ҡыҙ фамилияһы Шәйехәлиева йәки Шәйех-Әли) 1884 йылдың 18 июнендә Өфө ҡалаһында генерал-майор Мәхмүт Мөхәмәт улы Шәйех-Әли (Шихалиев) һәм алпауыт Маһипәрүәз Шейхәлиева (Алкина) ғаиләһендә тыуа. Ставрополь губернаһының Мөхәммәт бәйғәмбәр өммәтендәге халыҡтарҙың баш приставы, подполковник, почетлы беренсе дәрәжә уздень Дәүләт-Мырҙа Шәйхәлиевтың (Шәйех-Әли), шулай уҡ билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәрее Ибниамин һәм Сәйет-Гәрәй Алкиндарҙың һеңлеһе.

Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Ғәлиәскәр Сыртлановтың ҡатыны. 1912 йылда ире фажиғәле һәләк булғандан һуң, йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. «Петроград мосолман мәғрифәтселек йәмғиәте» рәйесе булараҡ[2], «Өфө һәм Петроградтың белемле мосолмандары араһында киң йоғонто»ға эйә була[3].

Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, фронтҡа ярҙам итеү өсөн мосолман мәрхәмәтлек фондтарын берләштереүсе Рәсәй мосолмандары йәмәғәт ойошмалары үҙәк комитеты ағзаларының береһе була[4]. 1916 йылдың йәйендә алдынғы позицияларға ебәрелгән Рәсәй мосолмандары санитар отрядын етәкләй.

После революции 1917 г. Сыртланова эмигрировала в Финляндию. Там она приняла участие в создании местной татарской конгрегация в Хельсинки. В это время она контактировала с финскими теософами и рекламировала свои услуги учителя музыки в финской прессе. Сыртланова выступала с презентациями по исламу в различных ассоциациях; она хотела «очистить репутацию Пророка Мухаммеда перед подозрительными жителями Запада».[5][6][7][8]

Далее она переехала во Францию, Париже. 1926-1939 йылдарҙа Рус һәм Француз теософик йәмғиәттәрҙә доклад менән сығыш яһай. 1933-1935 йылдарҙа — идара ағзаһы урынбаҫары, 1935 йылдан Францияла Ю. Вревский исемендәге рус шәфҡәт туташтары союзының идара ағзаһы. 1935 йылда «Рәсәй йәне» түңәрәгендә докладтар менән сығыш яһай. 1921-1939 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың граждандар хоҡуғын һәм азатлығын яҡлау менән шөғөлләнеүсе Humain Droit Le ордены ағзаһы булып тора[9]. 1929 йылда ошо орденға ингән «Аврора» рус телле массондар ложаһының оҫтаһы була[10]. Францияны немецтар оккупациялай башлағандан һәм уның территорияһында барлыҡ массон ложалары ябылғандан һуң яҙмышы билдәһеҙ[11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Фото из Иллюстрированного приложения к газете «Новое время» за июнь 1916 г. № 14476
  2. Ямаева Л.
  3. Ахмедзаки Валиди Тоган.
  4. [1] 2018 йыл 15 март архивланған.Ямаева Л. А. Мусульманские благотворительные общества начала ХХ века.//Ватандаш, 2013, № 7.
  5. https://aybagar.eu/visible-and-invisible-tatar-women-in-finland/
  6. Antero Leitzinger: Suomen tataarit - Vuosina 1868-1944 muodostuneen muslimiyhteisön menestystarina. East-West Books Helsinki, 2006. ISBN 9789529959228
  7. Zinnetullah Ahsen Böre: Finlaniya Cemaati Islâmiyesin kurmaya muvaffak olsakta Fin-Türk mektebin açmaya neden muvaffak olmadık? / Olemme onnistuneet perustamaan seurakunnan, mutta miksi emme ole onnistuneet perustamaan suomalais-turkkilaista kansakoulua? (Tampere, 1943)
  8. https://digi.kansalliskirjasto.fi/sanomalehti/binding/1398188?term=Amina&term=Syrtlanoff&page=3
  9. Сайт Ложи «Новый Свет» № 1989, Масонский Смешанный Международный Орден LE DROIT HUMAIN (Право Человека). Русская интермедия: ложа Аврора (1927—1945) 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  10. http://samisdat.com/5/23/523f-avr.htm
  11. Берберова Н.. Люди и ложи. Русские масоны ХХ столетия. Москва: Прогресс-Традиция, 1997.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ямаева Л. А. Мусульманский либерализм начала XX века как общественно политическое движение. Уфа: Гилем, 2002, с. 209—210.
  • З. В. Тоган. Воспоминания. Книга I. Уфа: Китап, 1994, с. 162.
  • Берберова Н. Люди и ложи. Русские масоны ХХ столетия. Москва: Прогресс-Традиция, 1997.
  • Пешехонов В. А. Далекое и близкое. Черепа и звезды, 2010.