Проект:АХБ төҙәтеү/Сыбай ҡашҡа (йыр)

(Сыбай ҡашҡа битенән йүнәлтелде)
АХБ төҙәтеү/Сыбай ҡашҡа
Форма искусства Йыр

Сыбай ҡашҡа — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

ТарихыҮҙгәртергә

1933 йылда А. С. Ключарёв тарафынан Белорет металлургия комбинаты эшсеһе А. Кәримовтан яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫтырыла[1]. Йырҙың варианттарын Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр. К. М. Дияров һөйләгән легенда буйынса, Дим йылғаһы буйындағы бер ауылда аты менән бәйгеләрҙә лә, дошман менән алыштарҙа ла еңелеү белмәгән бер егет йәшәгән. Шул уҡ ауылдың ҡыҙын осратып, уға ғашиҡ була. Бер ваҡыт яр буйында йөрөгәндә ғашиҡтар һыу инергә була. Ҡысҡырған тауыш ишетеп, егет һыуға батҡан ҡыҙҙың кәүҙәһен табып алып, ярға сығара. Был турала ул һуңынан йыр сығара, унда һөйгәнен юҡһыныуын, тормош тураһында уйҙарын сағылдыра.

ТекстҮҙгәртергә

Беренсе вариант
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә.
Сыбай ғына ҡашҡа ҡырас ялын
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай.
Алыҫ ергә китһәк, һыбай ҡашҡам
Башҡынайын бороп та бер ҡарай.
Алыҫтан уҡ ағарып, ай, күренгән
Урал тауҡайының да аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй
Ир башҡайы менән дә ат башы[2].
Икенсе вариант
Көмөш тә генә йүгән, көмөш эйәр,
Килешә төштө Сыбай ҙа ҡашҡага,
Килешә төштө Сыбай ҙа ҡашҡаға,
Һөйләшеп тә ҡарайым, серләшеп тә,
Һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға,
Һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға.
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә,
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә.
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, ҡырыҫ ялын
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай,
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай.
Алыҫ ергә китһәк, Сыбай ҡашҡам
Башҡынайын бороп та бер ҡарай,
Башҡынайын бороп та бер ҡарай[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ВидеоматериалдарҮҙгәртергә

  1.   Видео Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында
  2.   Видео Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Әмирханова Шәмсинур башҡатыуында

ҺылтанмаларҮҙгәртергә