Суханкин Елеферий Исаакович

Суханкин Елеферий Исаакович (16 октябрь 1886 йыл27 июль 1966 йыл) — химик, инженер-технолог. СССР ғалимы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. (1947). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Сталин премияһы лауреаты[1].

Суханкин Елеферий Исаакович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 16 октябрь 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Старогладовская[d], Кизлярский отдел[d], Терек өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 июль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Томск политехник университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Елеферий Исаакович Суханкин 1886 йылдың 16 октябрендә Грозный өлкәһенең Старогладковская станицаһында тыуа. Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы менән бәйле.

1916 йылда Томск технология институтын тамамлай. 1922—1923 йылдарҙа һәм 1926 йылдан алып “Грознефть” тресында эшләй: үҙәк промысла лабораторияһы химигы, газ буйынса инженер. 1926—1935 йылдарҙа — газ буйынса инженер, баш инженер, «Грознефть» буйынса консультант ;

1935—1939 йылдар —«Ишембайнефть» тресында газ буйынса инженер;

1939—1964 — УфНИИ лабораторияһы мөдире (БашНИПИнефть).

«Ҡатлам шарттарында нефттең физик үҙенсәлектәрен ентекле тикшереүҙең яңы алымдарын уйлап тапҡан өсөн» өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952)

Геология -минералогия фәндәре кандидаты (1947). 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

1968 йылдың 27 июлендә Өфөлә вафат була.

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н.И. гл. ред. и др.]. - Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. - 694, [1] с. : портр.; 27 см. С. 538

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә