Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы

(Суфиянов Әғлиулла Ғибат улы битенән йүнәлтелде)

Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы (25 февраль 1927 йыл — 5 февраль 2009 йыл) — сәнәғәт алдынғыһы, 1952—1964 йылдарҙа Ҡаҙағстандағы Зыряновск ҡурғаш комбинатының проходчиктар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).

Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Исламғол, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 февраль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәләүез, Мәләүез районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Әһлиулла Ғибәт улы Суфиянов 1927 йылдың 25 февралендә[1] Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны[2] Исламғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған колхозында башлай. Һуғыштан һуң Ҡаҙаҡ ССР-ының Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендәге Зыряновск ҡалаһына килә һәм урындағы ҡурғаш комбинатының Маслянск руднигында проходчик булып эшләй. Фиҙакәрлеге арҡаһында проходчиктарҙың бригадиры итеп һайлана. Ә. Ғ. Суфияновтың бригадаһы даими рәүештә эш планын арттырып үтәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 9 июнендәге Указы менән Суфиянов Әғлиулла Ғибат улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ә. Ғ. Суфиянов Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк Комитетының Ревизия комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостанға, Мәләүез ҡалаһына ҡайта. 2009 йылда Мәләүездә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡортостан энциклопедияһы буйынса: 1927 йылдың 15 мартында тыуған, 2009 йылдың 6 февралендә вафат булған.
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Богатырев Ф. Агулла Суфиянов — бригадир // Утро над Иртышом : сборник . — Усть-Каменогорск: Облиздат, 1960. — 211 с — С.188-195
  • Зыряновск: сборник. — Алма-Ата: Казахстан, 1991. — 192 с. — С. 132. ISBN 5-615-00857-1

Һылтанмалар үҙгәртергә