Суруров Таһир Сабир улы

легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Суруров Таһир Сабир улы (рус. Суруров Тагир Сабирович) 1902 йыл24 ноябрь 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Суруров Таһир Сабир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Яппар-Йәнбәк, Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 24 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Речица районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Суруров Таһир Сабир улы 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы Яппар-Йәнбәк ауылында тыуа. 1943 йылдың ғинуарында Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 7-се гвардия кавалерия корпусында уҡсы булып хеҙмәт итә[1].

Ветеринария часының ездовойы гвардия рядовойы Суруров Таһир Сабир улы яралы аттарға ярҙам күрһәтеп, уларҙы лазаретҡа ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 1943 йылдың 18 октябрендә подразделениеның 250/н бойороғо менән «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1943 йылдың 24 ноябрендә Белоруссия ерҙәрендә барған аяуһыҙ һуғышта алған яраларынан һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһе Речица районының Вишневка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 33 Опись ист. информации: 690155 Дело ист. информации: 2087
  • ЦАМО Фнд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18001 Дело ист. информации: 1143