Суртанды (тау һырты)

Суртанды (башҡ. Аҡбейек) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан.

Суртанды
башҡ. Аҡбейек
Характеристики
Оҙонлоғо13 км
Киңлеге3 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһе1045 
Абсолют бейеклеге970 метр
Урынлашыуы
53°46′26″ с. ш. 58°03′50″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Суртанды
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Суртанды

Географияһы

үҙгәртергә
 

Суртанды Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Белорет районы буйлап Ағиҙел һәм Оло Рәз (Ағиҙел йылғаһы бассейны) йылғалары араһында, субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Бер нисә яйла һымаҡ түбәләрҙән (тәпәш яҫы таулыҡтарҙан) тора: бейеклектәре 1038 м. , 967 м., 693 м., 668 м.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә
  • Оҙонлоғо яҡынса 13 км;
  • Киңлеге 2—3 км;
  • Абсолют бейеклеге 1045 м.
 

Уртаса таулы, тау араһы уйпатлыҡтары, уйһыулыҡтар, йылға үҙәндәре һәм йырындар менән йырғыланған.

Битләүҙәре ҡаялы, текә. Һырттың төньяҡ-көнсығыш өлөшө Аҡбейек һыртына, көньяҡ өлөшө Астой һыртына күсә.

Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан тора. Һыртта Кесе һәм Оло һарғая, Суртанды йылғалары башланғыс алып Ағиҙел йылғаһына барып ҡоялар. Уларҙан тыш Үҙән йылғаһы бассейнына ҡараған Уң һарына йылғаһы ағып сыға.

Ландшафы һоро урман-тау тупрағындағы ҡарағас һәм ҡарағай урмандарынан тора. Шулай уҡ, йоҡа ҡатламлы көлһыуланған кара тупраҡташ һәм органоген-ташлы тау тупрағындағы тау урман-далалары хас.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Тәржемәсе И.М.Япаров. / Суртанды (тау һырты) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. http://www.beloretsk.ru/turist/23/585 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
  3. http://deartravel.ru/4988-gornye-hrebty-rossii.html#sel=