Сурб Амбарцум сиркәүе (Чалтырь)

1867

Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы
Церковь Святого Вознесения
Сурб Амбарцум сиркәүе (арм. Սուրբ Հարությւոն եկեղեցի)
Ауыл Чалтырь
Конфессия Әрмән апостол сиркәүе
Төҙөлөшө 18601867 йылдар
Бөгөнгө хәле эшләүсе

Сурб Амбарцум сиркәүе — Ростов өлкәһе, Мяснников районы, Чалтырь ауылындағы ғибәҙәтхана. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Мясников районы, Чалтырь ауылы, 6-сы һыҙат урамы.

Сурб Амбарцум (изге Вознесение хөрмәтенә) Чалтырь ауылында 1790 йылда төҙөлгән император Екатерина II (14 ноябрь, 1779 йыл) Указы буйынса Ҡырымдан был ауылға күсеп килгән әрмәндәр сиркәүе.

Таш сиркәү янында ағастан һалынған ҡыңғырауҙар манараһы булған. Ваҡыт үтеү менән сиркәү иҫкергән, манараһы ҡыйшайған. 1862 йылда ауылдың мәхәллә кешеләре Әрмән апостол сиркәүенең Яңы Нахичеван һәм Бессарабия епархияһына иҫкергән сиркәү урынына яңы сиркәү төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Төҙөлөштөң сметаһы төҙөлгән.

1860 йылда яңы сиркәү төҙөлөшө башланған. Уны мәхәллә кешеләре йыйған аҡсаға таганрог архитекторы Н. Моратов проекты буйынса классицизм стилендә төҙөгәндәр. Иҫке сиркәү урынында сиркәү-мәхәллә йортон һалғандар.

1883 йылда сиркәүҙә реставрация үткәрелгән, уның барышында изгеләрҙең тәреһен ҡуйыу өсөн ун ике постамент, төрлө төҫтәге витражлы өс яңы ишек ҡуйылған. Сиркәү территорияһын тимер ҡойма менән уратҡандар.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сиркәү ябылған. 1944 йылда сиркәүҙе яңынан асҡандар. 1990 йылда уға әрмәндәрҙең изге символы — хачкар ҡуйылған. Ул 1279 йылдан алып Әрмәнстандың Эчмиадзе ҡалаһының Изге сиркәүендә торған хачкарҙың күсермәһе булған. Пьедесталындағы яҙмала әрмәндәрҙең төрөктәр тарафынан ҡырылыу (геноцид) иҫтәлегенә 1915 йылда ҡуйылған хачкарҙың күсермәһе булған тип яҙылған һүҙҙәр бар.

Архитектура

үҙгәртергә

Амбарцум сиркәүе Нахичеван сиркәү архитектураһына хас булған элементтар менән тәре формаһында дөрөҫ пропорциялары һаҡланып төҙөлгән. Уның тәрегә оҡшатып төҙөлөүе алғы яғында бер ниндәйҙә төкәтмәләре булмауҙан ғибәрәт.

Йорт һигеҙ мөйөшлө көмбәҙ менән ослайып барып бөткән, тәҙрәләре икешәрләп ҡушылып һалынған, улар бер-береһенән колонна барабандары сиктәре менән айырылып торған. Ишеге өҫтөндә дүрт колоннала портик һәм ишек башында тәреләр эшләнгән.

Дүрт яруслы ҡыңғырауҙар манараһы Несветай ауылындағы Карапет сиркәүенеке кеүек. Уның ҡабырғаһында бер нисә бәләкәй бүлмәләр урынлашҡан.

Манараның юғары ҡаттары Нахичевандағы төп ғибәҙәтхана ҡыңғырауҙар манараһындағыға оҡшатып төҙөлгән.

Дин әһелдәре

үҙгәртергә

Мәхәллә руханийы — Тер-Тадеос (Лусеген Гайбарян).

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001.
  • Халпахчьян О. X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер. 1988.
  • Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы / Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999.
  • Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә