Суворов һәйкәле (Дондағы Ростов)
Суворов һәйкәле — Дондағы Ростовта рус полководецы, генералиссимус Суворов Александр Васильевич һәйкәле. 1999 йылда ҡуйылған, һәйкәлдең авторы – Анатолий Андреевич Скнарин.
Суворов һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1999 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Суворов һәйкәле Викимилектә |
Дондағы Ростов ҡалаһында Суворов урамы һәм Университет тыҡрығы сатында урынлашҡан
Тарихы
үҙгәртергәГенерал-поручик Александр Васильевич Суворовты Кубань корпусы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Кубанға юл Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе аша үтә. Кубанда өс ай булыуы осоронда Суворов нығытмалар системаһын булдыра, оборона һыҙығын дошмандар үтеп инмәҫлек итеп төҙөй. Кубандың уң яҡ яры буйында дүрт нығытма һәм егерме редут төҙөй. Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе һәм күп халыҡлы казак станицалары Суфворов ойошторған бөтә оборона системаһы өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора.
Икенсе тапҡыр Донға Суворов 1782 йылда үҙенең ғаиләһе менән килә. Был ваҡытта Димитрий Ростовский ҡәлғәһендә корпустың хәрби штабы урынлаша. Нуғайҙарға ҡаршы ғәскәрҙәрҙе походҡа әҙерләп, Суворов хәрби өйрәнеүҙәргә күп сәғәттәрен арнай. Артабанғы күрһәтмәләрҙе көтөп, Суворов Ростовта комендант йортонда йәшәй.
А.В.Суворов юлламаһы буйынса. императрица Екатерина II алдында ҡырым әрмәндәре Донда төпләнә, Дондағы Нахчиван ҡалаһына, Ҡырым ауылына, Салтыр, Ҙур Салы, Солтан Салы, Несветайға нигеҙ һала.
1999 йылда Дондағы Ростовта полководец Суворов һәйкәле ҡуйыла. Һәйкәл уның исемен йөрөткән урам һәм Университет тыҡрығы сатында урынлашҡан. Был урында үҙ ваҡытында Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе комендантының йорто торған, бында А. В. Суворов Кубань корпусы менән командалыҡ иткән ваҡытта йәшәгән һәм Дон менән Кубань араһында оборона һыҙыҡтарының төҙөлөшөн ойошторған. Һәйкәлдең авторы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы скульптор А. Скнарин.
Тасуирлама
үҙгәртергәПолководец Суворов Александр Васильевич һәйкәле пьедесталда урынлаштырылған бюст рәүешендә башҡарыла. Һәйкәл сынйырлып тоташтырылған мәрмәр тумбаларҙан яһалған ҡойма менән уратылған. Тумбаларҙа йәҙрәләр урынлашҡан, йәнәшәлә суворов осоро артиллерия ҡоралдары һүрәттәре. Һәйкәл Суворов һәм Нахимов училищеһын тамамлаусылар аҡсаһына төҙөлгән.
Дондағы Ростовта А.В. Суворовтың тағы ла бер һәйкәл бар. Икенсе һәйкәл Ростов төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Суворов-Нахимов Кадет союзы» инициативаһы буйынса 2011 йылдың 18 майында, полководецтың вафаты йыллығына ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор Анатолий Дементьев. Һәйкәл А. В.Суворов исемендәге 27-се лицейҙың инеү урынында урынлашҡан[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Агуренко Б. Александр Суворов, гениальный полководец/ Б. Агуренко// Вечерний Ростов.- 2002.- 4 февр.-С. 2.
- Бормотов В. «Потомство мое прошу брать мой пример»/ В. Бормотов// Резонанс.- 1999.- № 10.
- Вартанов Э. Он был необъяснимым чудом/ Э. Вартанов// Наше время.- 2010.- 22 янв.
- Корольченко А. В крепости Ростовской/ А. Корольченко//Приазовский край.- 1993.- 19 авг.
- Рудик Ю. Из фельдмаршалов – в генералиссимусы/Ю. Рудик// Вечерний Ростов.-1999.- 1 марта.
- Чеботарев В. Александр Суворов на Дону и Северном Кавказе/ В. Чеботарев// Приазовский край.- 2005.- 24 нояб.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Александр Суворов Ростов бюст барлыҡҡа килә. 2017 йыл 20 март архивланған.