Спивак Леонид Иванович
Спивак Леонид Иванович (1925—1999) — совет ғалим-медигы, психиатр, медицина фәне һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1965), медицина хеҙмәте генерал-майоры (1979). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).
Спивак Леонид Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 октябрь 1925 |
Тыуған урыны |
Полтава өлкәһе Лубны, Лубенский округ[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 21 август 1999 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛеонид Иванович Спивак 1925 йылдың 23 октябрендә Полтава өлкәһенең Лубны ҡалаһында тыуған.
1942 йылдан 1947 йылға тиклем С.М.Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында уҡый. 1947 йылдан 1951 йылға тиклем психиатрия кафедраһында адъюнктурала уҡый[1][2].
1951 йылдан С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында психиатрия кафедраһында үҙенең ғилми-педагогик эшмәкәрлегн башлай: 1951 йылдан алып 1953 йылға тиклем кесе — уҡытыусы, 1953 йылдан 1956 йылға тиклем — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1956 йылдан уҡытыусы, 1965 йылдан — өлкән уҡытыусы. 1968 йылдан алып 1973 йылға тиклем — С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында Ғалимдар советының профессор-консультанты. 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклем — психиатрия кафедраһы етәксеһе[3][1].
Педагогик эш менән бер рәттән 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклем Л.И.Спивак СССР Оборона министрлығының баш психиатр вазифаһында эшләй, совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү осоронда Совет Армияһының психологик торошо өсөн яуаплы була. 1979 йылда Л.И. Спивакҡа СССР Министрҙар советы ҡарары менән медицина хеҙмәтәнең генерал-майор исеме бирелә[1].
1990 йылдан 1999 йылға тиклем академик Н.П.Бехтерев саҡырыуы буйынса СССР Фәндәр академияһы эксперименталь медицина институтының — РФА-ның нейрохирургия бүлексәһе етәксеһе вазифаһында эшләй, психофармакология өлкәһендәге мәсьәләләр менән шөғөлләнә[4][1].
Психиатрия өлкәһендә ҡаҙаныштары
үҙгәртергәЛ.И. Спивактың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге психиатрия өлкәһендә мәсьәләләр менән бәйле. 1951 йылда Л.И.Спивак «Анализ изменений коленного рефлекса при депрессивных и гипоманиакальных состояниях» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1962 йылда «Психопатия и психопатоподобные состояния» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1965 йылда Л.И.Спивакҡа ғилми профессор исеме бирелә. 1879 йылда белгестәр төркөмөндә үҙенең эштәре йыйылмаһы буйынса СССР Дәүләт премияһы тапшырыла. 1971 йылда уд баҫтырып сығарған «Психотомиметики» монография ватан психофармакологияһын донъя фәнендә алғы позицияларға сығара[4].
Л.И.Спивак 1999 йылдың 21 авгусында Санкт-Петербургта вафат була.
Библиография
үҙгәртергә- Коленный рефлекс в норме и патологии. - Ленинград : Медгиз. Ленингр. отд-ние, 1957. - 103 с.
- Компенсаторная приспособляемость при хронической интоксикации тетраэтилсвинцом. - Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1964. - 80 с.
- Психотомиметики / Г. И. Мильштейн, Л. И. Спивак. - Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1971. - 149 с.
- Проблемы психопрофилактики в практике войскового врача [Текст] : Учеб.-метод. пособие для слушателей и воен. врачей / Воен.-мед. акад. им. С.М. Кирова. - Ленинград: 1977. - 44 с.
- Осложнения психофармакологической терапии / Л. И. Спивак, В. А. Райский, Б. С. Виленский. - Л. : Медицина : Ленингр. отд-ние, 1988. - 163 с. ISBN 5-225-00291-9
Ғаилә бәйләнештәре
үҙгәртергә- Ҡатыны Нонна Ястребова — СССР һәм Рәсәй балет артисы, Киров исемендәге опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаған. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957)
- Улы Дмитрий — филология фәндәре докторы, профессор[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
- ↑ Леонид Иванович Спивак (1925—1999).Институт мозга человека имени Н. П. Бехтеревой РАН.Дата обращения: 23 сентября 2021.
- ↑ Леонид Иванович Спивак (1925—1999).Институт мозга человека имени Н. П. Бехтеревой РАН.Дата обращения: 23 сентября 2021.
- ↑ 4,0 4,1 Леонид Иванович Спивак (1925—1999) . Дата обращения: 23 сентябрь 2021. 2021 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Спивак Леонид Иванович (1925—1999) . Дата обращения: 23 сентябрь 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Знаменитые люди Санкт-Петербурга, 1703—2003: Биографический словарь / В. Д. Доценко. - 2. изд., испр. и доп. - СПб. : ДАРК, 2003 г. — 455 с. — ISBN 5-98004-004-8
- Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. - Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77
- Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4