Төп менюны асырға


Сперлонга (итал. Sperlonga) — Италияның бәләкәй ауылы. Сперлонга Лацио төбәгендә, диңгеҙ буйында урынлашҡан. Был ауылдың төп урамы — Виа-Флакк. Манто-Маньо ҡаяһының ярға сығып торған урынындағы был урам буйлап Сперлонга ауылы һуҙылған. Ҡала үҙенең исемен мәмерйә тигән исемдән алған («speluncae» = «мәмерйә»). Мәмерйәләр яр буйында урынлашҡан.

Сперлонга
Рәсем
Дәүләт Flag of Italy.svg Италия
Административ үҙәк Sperlonga[d]
Административ-территориаль берәмек Латина[d]
Халыҡ һаны 3318 кеше (1 ғинуар 2018)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 55 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+01:00[d], Үҙәк Европа ваҡыты[d] һәм UTC+02:00[d]
Сиктәш Фонди[d] һәм Итри[d]
Майҙан 19,49 км² (9 октябрь 2011)[2]
Адрес Comune, Piazza Europa, 4[3]
Почта индексы 04029
Рәсми сайт comune.sperlonga.lt.it
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 0771
Номер тамғаһы коды LT
Commons-logo.svg Сперлонга Викимилектә

Сперлонга ауылының майҙаны 18 квадрат километр. Сперлонганың халҡы 3 256 кеше тәшкил итә (2007 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса). Ауыл халҡының тығыҙлығы бер квадрат километрҙа яҡынса 1,5 кеше тәшкил итә. Сперлонга — асыҡ һауалағы музей, бында археологик ҡаҙыуҙар үткәрелгән. Ауылда археологик музей эшләй.

Сперлонга ҡалаһының абруйлы ҡурсалаусы-яҡлаусыһы булып изге Рим папаһы I Лев иҫәпләнә. Уның хөрмәтенә ауылда йыл һайын 10 сентябрҙә оло байрам үткәрелә.

Тарихи үҙәк мөйөшө

ҺылтанмаларҮҙгәртергә