Социаль өлкәлә инновация үҙәге (Русал)

Социаль өлкәлә инновация үҙәге  — 2013 йылда Русал компанияһы төҙөгән инновация үҙәге.

Социаль өлкәлә инновация үҙәге
Тип

инновация үҙәге

Нигеҙләнгән

2013

Төп фигуралар

Анастасия Савельева (генераль директор)[1]

Материнская компания

Русал

Рәсәйҙә үҙ-ара оҡшаш булған үҙәктәр араһында һәм эре бизнес ярҙам иткән беренсеһе проект һанала[2][3].

Үҙәккә «Социаль программалар үҙәге» фонды, төбәк һәм ҡала хөкүмәттәре, Сбербанктың төбәк бүлексәләре, урта һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү фондтары, муниципаль һәм төбәк Һатыу-етештереү палаталары һәм башҡа ойошмалар ярҙам итәләр[4].

Тарихы үҙгәртергә

Үҙәк «Русал» компанияһы тарафынан Красноярскта Яңы проекттарҙы үҫтереү стратегик инициатива агентлығы ярҙамы менән 2013 йылда барлыҡҡа килә[3]. Уға 5 миллион АҠШ доллары инвестиция йәлеп ителгән[5]. «Русал» менән шул ваҡытта Иркутск өлкәһендә һәм Свердловск өлкәһенең Краснотурьинск ҡалаһында оҡшаш проекттар төҙөлә[4][5].

2014 йылдың октябренә ҡарата үҙәк 10 миллиард һумдан ашыу аҡсаны хәйриә һәм социаль программаларға йүнәлтә. Русалдың социаль проекттары һәм коммуникация департаменты директоры Рөстәм Зәкиев һүҙҙәренсә, Себерҙә XIII төбәк ара эшҡыуарлыҡ форумында, Красноярск крайынан өс социаль эшҡыуарлыҡ ойошмалары үҙәктән процентһыҙ бурысҡа аҡса алалар: «Дети мегаполиса» балалар үҫеш үҙәге, хәйриә һәм бәләкәй нәшриәттәрҙең китаптарын һатыу менән шөғөлләнеүсе «Федор Михалыч» китап магазины һәм һаулығы насар булған кешеләрҙе дауалаусы «Зубник» профессионал стоматологияһы[6].

2014 йылдың ноябрендә «Стенгазета» Рәсәй мәктәп нәшриәт ойошмалары үҙәккә ярҙам итә башлайҙар[1].

2015 йылдың 17 мартында «Русал» компанияһы «Формула будущего» социаль проекты конкурсын ойоштора[7].

Мәсьәләләре һәм маҡсаттары үҙгәртергә

Үҙәктең маҡсаты: актив эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙе, эре һәм бәләкәй бизнес етәкселәрен һәм коммерция булмаған социаль ойошмаларҙы социаль эшҡыуарлыҡ проекттары аша төбәк социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү[2].

Оҡшаш проекттар үҙгәртергә

Оҡшаш проекттар Санкт-Петербургта, Иркутск өлкәһендә һәм Омск өлкәһендә бар[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Сидорова, Марина. РУСАЛ в Красноярске презентовал успешные проекты социального бизнеса, Филантроп (25 ноября 2014). 1 май 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Социальное предпринимательство: всё только начинается. Бизнес России. Дата обращения: 1 май 2015. Архивировано 27 апрель 2015 года. 2015 йыл 27 апрель архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 АСИ и Русал откроют в Красноярске первый в России совместный «Центр инноваций социальной сферы», НЭП 08 (27 марта 2013). 1 май 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 1 май архивланған.
  4. 4,0 4,1 В Школе социального предпринимательства открыт набор участников. Официальный сайт администрации Краснотурьинска (9 февраль 2015). Дата обращения: 1 май 2015. Архивировано 1 май 2015 года. 2015 йыл 1 май архивланған.
  5. 5,0 5,1 "РУСАЛ" инвестирует $5 млн в создание Центра инноваций в социальной сфере. Финам (29 март 2013). Дата обращения: 1 май 2015. Архивировано 1 май 2015 года.
  6. 3 красноярских проекта получили займы от Центра инноваций в социальной сфере РУСАЛа, newslab.ru (24 октября 2014). 1 май 2015 тикшерелгән.
  7. Конкурс социальных проектов компании РУСАЛ "Формула будущего", Управление научных исследований СПБГТИ (ТУ) (17 марта 2015). 1 май 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 14 апрель архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Электрон хеҙмәттәр үҙгәртергә