Сологубов Николай Михайлович

Сологубов Николай Михайлович (8 август 1924(19240808)[3], Мәскәү — август 1988 йыл[4], Мәскәү) — СССР хоккейсыһы, һаҡсы, VIII Ҡышҡы Олимпия уйындарында совет Олимпия йыйылма командаһы байраҡсыһы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1956). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Сологубов Николай Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[1]
Вафат булған көнө 30 декабрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы һаҡсы[d]
Спорт командаһы ағзаһы ТХК[d]
Масса 78 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[2]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1960[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1956[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы заслуженный мастер спорта СССР II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр

Биографияһы үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, башта флотта хеҙмәт итә, беренсе яраһынан һуң разведчик була, ике тапҡыр яралана[5]. Хоккейсы һәм тренер Николай Карпов әйтеүенсә, Сологуб уғрылыҡ өсөн хөкөм ителә һәм штраф батальонында һуғыша. Лагерь ғушаматы — «Серәкәй»[6].

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң әрме хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дауам итә, унда Хабаровскиҙың Офицерҙар йорто өсөн рус хоккейында уйнай башлай, ә 1949 йылда шайбалы хоккейға күсә. Физик яҡтан көслө һәм ныҡлы Сологуб боҙҙа һәр саҡ айырылып тора һәм тиҙҙән уны Хабаровскиға килгән ЦДКА вәкиле Григорий Тучков күреп Анатолий Тарасовҡа тәҡдим итә.

Сологубов СССР-ҙа беренселәрҙән булып хоккейҙа һаҡсы роле тураһындағы фекерҙе үҙгәртә: ул һаҡсы ҡаршы яҡтын һөжүмен генә кире ҡағырға тейеш түгел, тип иҫәпләй. Оҫталыҡ кимәле уға һаҡҡа зыян килтермәй генә һөжүмгә күсеү мөмкинлеге бирә. Шайбаны тартып алыу, алдандырыу, көслө һәм тапҡыр пас биреү оҫталығына эйә булғас, ул партнерҙары Дмитрий Уколов, Генрих Сидоренков, Иван Трегубов кеүек үк йылдан-йыл контрһөжүм ойоштора һәм дәғүәсе зонаһына сыға. Һөҙөмтәлә Сологубов совет хоккейы тарихында иң һөҙөмтәле һаҡсыларһың береһе була.

Сологубов шулай уҡ совет хоккейында көс ҡулланыуға нигеҙ һалыусы ла булып тора. Һуңғыһы дәғүәсе өсөн көтмәгәндә башҡарыла, уның һөҙөмтәһен ул алдан иҫәпләп, көрәшкә илке-һалҡы түгел, ә спорттағыса йыйнаҡлыҡ менән өлгәшә[7].

Уйын карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй. Өлкән тренеры: 1966—1967 — «Дизелист» (Пенза); 1967—1968 — «Металлург» (Новокузнецк). Команда башлығы: 1967—1968 — «Металлург» (Новокузнецк). Мәскәүҙә Баррикадная урамындағы бейек йорттан фатир ала, һуңғы йылдарҙа ныҡ мохтажлыҡ кисерә һәм ер аҫты гаражында йәшәй[6].

Востряковский зыяратында ерләнгән.

«Мой друг хоккей» (М., 1967) китабы авторы.

Карьераһы үҙгәртергә

  • 1949 — СКА (Хабаровск)
  • 1949-1964 — ЦСКА (ЦДКА, ЦДСА, ЦСК МО)
  • 1964-1965 — СКА МВО (25 уйын, 4 гол)

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • 1956 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы, 1960 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры.
  • 1956 һәм 1963 йылдарҙа - Донъя чемпионы, 1955, 1957-1959 йылдарҙа Донъя чемпионатының көмөш призеры, 1961 һәм 1960 йылдарҙа - бронза призер.

Донъя чемпионатында һәм зона һайлап алыу уйындарында 46 уйында, 15 гол индерә. 1956, 1957, 1960 йылғы Донъя һәм Европа чемпионаттарының иң яҡшы һаҡсыһы. ЦСКА һәм СССР йыйылма командаларында составында Иван Трегубов менән бер звенола уйнай. 1957-1961 йылдарҙа — СССР йыйылма командаһы капитаны.

  • 1950, 1955, 1956, 1958-1961, 1963, 1964 йылдарҙа - СССР чемпионы, 1952-1954, 1957йылдарҙағы СССР чемпионаттарында көмөш призер, 1962 йылда - бронза призер. СССР чемпионаттарында — яҡынса 350 уйын үткәрәк, 128 шайба индерә.
  • 1954-1956, 1961 йылдарҙа СССР кубогы эйәһе.

2004 йылда ИИХФ-ның Дан залына индерелгән.

Ил чемпионаттарында беренселәрҙән булып 100 шайба индергән Николай Сологубов хөрмәтенә уның исемендәге Клуб булдырылған. Уға рәсми уйындарҙа шундай уҡ ҡаҙанышҡа өлгәшкән СССР һәм Рәсәй уйынсылары индерелә.

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1960) һәм башҡа күп кенә миҙалдар менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Сологубов Николай Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. https://www.eurohockey.com/player/27150-.html (ингл.)
  3. В большинстве источников, в том числе и БСЭ, дата рождения — 8 августа, в некоторых — 8 марта
  4. Некролог в «Советском спорте» был опубликован 19 августа
  5. Человек, обуздавший Боброва: Николай Сологубов пришёл в хоккей после двух фронтовых ранений // Советский спорт. Дата обращения: 28 ғинуар 2009. Архивировано 15 октябрь 2016 года.
  6. 6,0 6,1 Юрий Голышак, Александр Кружков. Николай Карпов: «Я придумал народную команду». Спорт-Экспресс (4 февраль 2011). Дата обращения: 7 февраль 2011.
  7. Наши легенды: Николай Сологубов. Дата обращения: 28 ғинуар 2009. Архивировано 29 октябрь 2009 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә