Словак социалистик республикаһы

Словак Социалистик Республикаһы (словак. Slovenská socialistická republika), ССР (SSR) —1969 йылдан 1990 йылға тиклем Словакияның рәсми атамаһы. ССР — ЧССР-ҙың ике федератив республикаһының береһе.

Словак социалистик республикаһы
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 1969
Ҡыҫҡаса атамаһы Словацкая СР, ҶС Словакия, RS Slovacia һәм Словацька СР
Рәсми тел словак теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Чехословак Социалистик Республикаһы[d]
Административ үҙәк Братислава
Административ-территориаль берәмек Чехословак Социалистик Республикаһы[d]
Иң юғары нөктә Герлаховски-Штит
Идара итеү формаһы социалистическое государство[d] һәм парламент республикаһы[d]
Алмаштырылған Словацкая Республика[d]
Ҡулланылған тел словак теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 29 ғинуар 1990 һәм 31 декабрь 1992
Урынлашыу картаһы
Карта

Икенсе донъя һуғышынан һуң Словакия

үҙгәртергә

1944 йылдың август аҙағында Словакияла Словак Милли Советы етәкләгән ҡораллы ихтилал тоҡана. 1945 йылдың март айында Лондонда эмиграцияла булған хөкүмәт һәм Чехословакияның компартияһы, шулай уҡ чехтар һәм словактарҙың Словак Милли Советы вәкилдәре араһында чехтар һәм словактарҙың Милли фронтын ойоштороу, хөкүмәт төҙөү һәм уның программаһы тураһында килешеүгә өлгәшелә. 1945 йылдың 4 апрелендә Словакияның Кошице ҡалаһында Чехословакияның сит илдә эшләгән президенты Э. Бенеш Милли фронттың хөкүмәтен тәғәйенләй. Был хөкүмәт икенсе көнөнә үк Кошицкий программаһын — Чехословакияла милли һәм демократик үҙгәрештәр программаһын баҫтырып сығара. Кошицкий программаһы словактарҙың милли үҙенсәлеген, шулай уҡ словак милли органдарын, чехтар һәм словактар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә «тиң менән тиң» принцибы булдырыласағын таный.

Праганы немец ғәскәрҙәренән азат иткәндән һәм Бенеш хөкүмәте ҡайтарылғандан һуң 1945 йылдың 10 майында һуғышҡа тиклемге Чехословак дәүләте һәм 1920 йылда ғәмәлдә булған конституция, Кошицкий программаһы рухында төҙәтмәләр индереп, тергеҙелә. Власть вәкәләттәре ярайһы уҡ сикләгән булһа ла словак «милли органдарының» булыуы рөхсәт ителә. Һөҙөмтәлә ғәмәлдә асимметрик милли-дәүләт ҡоролошо барлыҡҡа килә: чех милләтенең үҙ милли-дәүләт органдары булмай, ә словак милләтенең була. Тимәк Словакияның билдәле бер дәрәжәлә милли-территориаль автономияһы ла була, тип аңлаға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта үҙәк дәүләт власы органдары ғәмәлдә чех ерҙәрендә Словакияла милли словак органдары үтәгән ролде башҡара, был үҙ сиратында чех ерҙәре өсөн ниндәйҙер ташламалар яһау мөмкинлеген бирә.

Чехословакияла коммунистар еңгәндән һуң, 1948 йылдың майында ҡабул ителгән Чехословакияның яңы Конституцияһында, словак милли органдары Словакияла дәүләт власы эйәһе һәм башҡарыусыһы һәм словак милләтенең үҙенсәлектәрен сағылдырыусы вәкиле булараҡ характерлана. Был органдар — Словакияла 6 йылға һайланған 100 депутаттан торған Словак Милли Советы һәм Республика хөкүмәте тәғәйенләгән һәм уның алдында яуаплы Вәкәләттәр бирелгән кешеләр Коллегияһы һәм Словак Милли Советы. Урындарҙа дәүләт власы эйәһе һәм башҡарыусыһы, халыҡтың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлаусыһы сифатында Милли комитеттарҙың булыуы күҙаллана. Артабанғы 20 йылда юғарыла күрһәтелгән положениелар күп тапҡырҙар үҙгәртерә һәм төҙәтелә, әммә дөйөм алғанда «асимметрик» милли-дәүләт моделе һаҡлана.

Чехтартарҙың да, словактарҙыңда «асимметрик» ҡоролошҡа ҡарата дәғүәләре була. Шуға ла «федерализация» — Чехословакияны ике үҙ-ара тиң милли-дәүләт берләшмәһен Чехия һәм Словакия федерацияһына үҙгәртеп ҡороу — Прага яҙы лозунгыларының береһе була.

1968 йылдың октябрендә Федерация тураһында Конституция законы ҡабул ителә. 1969 йылдың 1 ғинуарынан ул үҙ көсөнә инә, уға ярашлы Чехословакия Совет Социалистик Республикаһы, СССР һәм Югославия кеүек, икегә — Чехия Социалистик Республикаһына һәм Словак социалистик Республикаһына бүленә. Әммә был конституция ҡағыҙҙа ғына була тип әйтерлек, сөнки бөтә сәйәси власть һәм хужалыҡ идараһы Прага ҡулында була.

Братиславала яңы хужалыҡ итеүсе ойошмалар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, тышҡы сауҙала (Технопол А/О, Мартимэкс А/О).

1990 йылдың мартында социализм ҡолағандан һуң ике республиканың да атамаһынан «социалистик» һүҙе алып ташлана. ССР Словак Республикаһы (словак. Slovenská republika) булып китә. 1990 йылдағы хосусилаштырыу һәм В. Клаустың «шок терапияһы» (план иҡтисадын киҫкен рәүештә баҙар иҡтисадына үҙгәртеү) сәйәсәте Словакияны ЧСФР составынан сығыуға этәрә. 1993 йылдың 1 ғинуарынан Словак республикаһы (ҡара. Словакия)бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә