Скобликова Лидия Павловна

совет конькиҙа йүгереүсеһе

Скобликова Лидия Павловна (8 март 1939 йыл, Златоуст,  Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет конькиҙа йүгереүсеһе, конькиҙа йүгереү спорты тарихында берҙән-бер 6 тапҡыр олимпия чемпионы, Инсбруктағы 1964 йылғы Олимпиаданың абсолют чемпионы. Спорт ҡушаматы — «Урал йәшене».

  • 1960 йылғы Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы (1500 һәм 3000 м)
  • 1964 йылғы Олимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы
  • 1960 йылда 1000 м дистанцияла 4-се урынды ала, 1968 йылғы Олимпия уйындарында — 3000 м дистанцияла 6-сы һәм 1500 м арала 11-се була
  • Донъяның ике тапҡыр абсолют чемпионы (1963, 1964)
  • 1000 м (1963—1968), 1500 м (1960—1962) һәм 3000 м (1967) дистанцияларҙа донъя рекордсыһы.
Скобликова Лидия Павловна
рус. Лидия Павловна Скобликова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3] (85 йәш)
Тыуған урыны Златоуст, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө конькобежец
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Масса 59 килограмм
Спорт төрө Конькиҙа йүгереү спорты[4][5]
Спорт дисциплинаһы бег на коньках на классической 400 м дорожке[d]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1968[d], speed skating at the 1964 Winter Olympics – women's 500 metres[d], speed skating at the 1964 Winter Olympics – women's 1000 metres[d], speed skating at the 1960 Winter Olympics – women's 1,500 metres[d], speed skating at the 1964 Winter Olympics – women's 1500 metres[d], speed skating at the 1960 Winter Olympics – women's 3,000 metres[d] һәм speed skating at the 1964 Winter Olympics – women's 3000 metres[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены заслуженный мастер спорта СССР орден Александра Невского
Бейеклеге/буйы 163 сантиметр
 Скобликова Лидия Павловна Викимилектә

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960), тарих фәндәре кандидаты (1982), профессор.

Силәбенең «Буревестник» командаһы, һуңғары Мәскәү "Локомотив"ы өсөн сығыш яһай. «Ҙур уҙыштар» спорт-күңел асыу шоуында команданың тренеры була.

Биографияһы үҙгәртергә

Ли́дия Па́вловна Ско́бликова ҙур ғаиләлә үҫә (атаһы, әсәһе, өс ҡыҙ ҡәрҙәше, ҡустыһы). Спортҡа һөйөүҙе унда мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Б. Н. Мишин уята, ҡомарлы ҡыҙҙа ныҡлыҡ, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй. Лидия волейбол, еңел атлетика, спорт гимнастикаһы, саңғы менән мауыға. 14 йәшендә Златоуст менән Силәбе өлкәһенең еңел атлетика беренселектәрендә еңә (800 метрға йүгереүҙә). Бер йылдан Златоуст конькиҙа йүгереү спорты тренеры Евдокимова Ольга Васильевна етәкселеге аҫтында ошо спорт төрөндә үҙен һынап ҡарарға була һәм беренсе ярышта уҡ икенсе разряд нормаһын үтәй. 1956 йылда тыуған ҡалаһының чемпионы була. Ошо уҡ йылды Силәбе педагогия институтына инә һәм 1960 йылға тиклем уҡый. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Б. А. Кочкинда шөғөлләнә[6].

Скобликова 1958 йылда беренсе етди уңыштарға өлгәшә, спорт мастеры һәм 1500 метрға йүгереүҙә РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы призеры була; илдең иң яҡшы конькиҙа йүгереүселәре тиҫтәһенә инә. 1959 йылда Свердловскиҙа үткән донъя чемпионатында һәм СССР беренселегендә дөйөм өсөнсө урынды ала. Стайер (3000 м) һәм уртаса (1500 м) дистанцияларҙы бик яҡшы үҙләштерһә лә, спринтта (500 һәм 1000 м) күптәрҙән ҡалыша. Шунлыҡтан Швециялағы донъя беренселегендә (1960) 500 һәм 3000 метр дистанцияларҙа алтын миҙал алыуы бөтәһен дә шаҡ ҡатыра. 1960 йылда Олимпия уйындарында (Скво-Вэлли, АҠШ) ҡатнаша, был Олимпиада программаһына Олимпия уйындары тарихында тәүләп конькиҙа тиҙлекле йүгереү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ярышы индерелгән була. 1500 метрға йүгереүҙә еңеү яулап, Олимпиадала ҡатнашыусылар араһында беренсе булып донъя рекорды ҡуя (2 мин 25,2 сек), шунан үҙенең яратҡан дистанцияһы 3000 метрҙа ла еңә. Юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн ул  Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Япониялағы донъя чемпионатында (1963) беренсе тапҡыр донъяның абсолют чемпионы булып, конькиҙа йүгереүсе универсалға әүерелеүен иҫбатлай: бөтә дүрт дистанцияла ла еңә (1000 м — 1 мин 31,8 сек, донъя рекорды).

Уникаль ҡаҙанышы үҙгәртергә

1964 йылда Олимпия уйындарында (Австрия) Скобликова конькиҙа тиҙлекле йүгереү тарихында уникаль ҡаҙанышҡа өлгәшә — бөтә дүрт дистанцияла ла алтын миҙал ала һәм өҫтәүенә өсөһөндә (500, 1000 һәм 1500 м) олимпия рекордтары ҡуя. Йүгереүенең матур, еңел, теүәл техникаһын билдәләп, белгестәр уны «Коньки королеваһы» тип атай. 1964 йылдан КПСС ағзаһы, партияға Инсбруктағы триумфынан һуң телефон аша Н. С. Хрущёв тарафынан алына. Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзының вице-президенты С. Лофман әйтеүенсә, Скобликованың һоҡланғыс триумфы ҡатын-ҡыҙҙар араһында конькиҙа йүгереү спорты үҫешенә ярҙам итә. Шул уҡ 1964 йылда Скобликова конькиҙа тиҙлекле йүгереү буйынса донъя чепионатында (Швеция) йәнә дүрт дистанцияла еңеү яулай. Бындай ҡаҙаныштан (8 алтын миҙалдың 8-е лә) уҙҙырып булмай, уны тик ҡабатларға ғына була. 1964 йылда тағы бер Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Ғаиләһе лә спортсыларҙан тора: ире А. Полозков еңел атлетика буйынса СССР йыйылма командаһы составына инә, спорт атлауы буйынса донъя рекордсыһы, улы Г. Полозков 1990-сы йылдар башында Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса йыйылма командаһының тренеры була.

Силәбеләге Боҙ һарайы Лидия Скобликова исемен йөрөтә.

 
Рәсәй Банкының Лидия Скобликова портреты төшөрөлгән иҫтәлекле тәңкәһе. 2 һум, көмөш, 2012 йыл

Дәүләт наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Скобликова Лидия Павловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Lidiya Skoblikova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Lidija Skoblikova // ČSFD (чеш.) — 2001.
  4. https://www.speedskatingnews.info/skater/lidija-skoblikova
  5. SpeedSkatingStats (ингл.)
  6. www.um74.ru Уральская молния. um74.ru. Дата обращения: 12 август 2017.
  7. Президент Борис Ельцин наградил Лидию Скобликову(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Жукова Р. М. Лёд, сталь, характер. — М., 1965.
  • Борченко А. Г. Наша Лида. — Челябинск, 1964.

Һылтанмалар үҙгәртергә