Сербияла немец хәрби хакимиәте

Сербияла хәрби немец хакимиәте (нем. Gebiet des Militärbefehlshabers in Serbien, рәсми булмаған исеме — Недичев Сербияһы) — Сербия тарихында Икенсе донъя һуғышы йылдарында немец оккупацияһы аҫтындағы осор. Оккупацион көстәр менән хеҙмәттәшлек иткән сербтар араһынан башта — «Сербия хужалыҡ эштәре менән идара итеү өсөн Гражданлыҡ комиссариаты», ә уны 1941 йылдың авгусында тарҡатҡандан һуң — югослав генералы Милан Недич етәкселегендә «Милли ҡотҡарыу хөкүмәте» ойошторола. «Хөкүмәт» оккупацион хакимиәтенең ярҙамсы органы була һәм уның халыҡ-ара кимәлдә бер ниндәй статусы булмай. 1944 йылдың аҙағында совет ғәскәрҙәре һәм Титоның коммунистик партизандары Сербия территорияһына инә. Сербия (Хорватия, Венгрия, Албания, Черногория һәм Болгарияның өлөштәре менән бергә) Югославия составындағы Сербия Социалистик Республикаһы итеп үҙгәртелә.

Сербияла немец хәрби хакимиәте
нем. Gebiet des Militärbefehlshabers in Serbien
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1941
Рәсми тел Серб теле һәм Немец теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Административ үҙәк Белград
Идара итеү формаһы стратократия[d]
Валюта серб динары[d] һәм Оккупационная рейхсмарка[d]
Ҡулланылған тел Серб теле һәм Немец теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1944
Урынлашыу картаһы
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Югославия Икенсе донъя һуғышы башында үҙенең нейтралитетын иғлан итә. 1941 йылдың 25 мартында Вена протоколына ҡул ҡуя һәм Югославия Берлин пактына ҡушыла. 27 мартта премьер-министр Цветкович ҡолатыла, ул министрҙары менән бергә ҡулға алына. Генштабтағы кәңәшмәлә яңы премьер итеп генерал премьер Душан Симович һайлана. Шулай уҡ принц-регент Павел властан ситләтелә, уның урынына тәхеткә ашығыс рәүештә бәлиғ тип иғлан ителгән 17 йәшлек король Петр II ултыртыла. Сербия халҡы түңкәрелеште ҙур ҡыуаныс һәм өмөт менән ҡаршы ала. Югославия сит ил эштәре министры Нинчич Тройственный Союзында артабан да ҡатнашыуы тураһында белдереүгә ҡарамаҫтан, 27 мартта германия Югославияны баҫып алыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һөжүм итеү көнө билдәләнә — 1941 йылдың 6 апреле. Германияның Балҡан кампанияһы барыһы 11 көн дауамында үткәрелә һәм Югославияның капитуляцияһы менән тамамлана.

Югославия короллеге еңелгәндән һуң уның территорияһы төрлө статуслы 10 өлөшкә бүленә. Сербия немец хәрби хакимиәте аҫтында бойондороҡһоҙ дәүләт статусын ала. Сербия составына Үҙәк Сербия һәм Банаттың көнбайыш өлөшө (Югославияның 1/4 ашыу өлөшө) инә, барыһы 4,5 миллион кеше. Сербия сеймал һәм материалдар менән Германияны тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Унда немец иҡтисадына кәркәле сәнәғәт база тармаҡтары үҫешкән була. Сербиянан Германияға кукуруз һәм бойҙай ебәрелә. Һуғыш аҙағына тиклем Сербия сиктәре уның күршеләре (Хорватия, Венгрия, Болгария, Албания) файҙаһына бер нисә тапҡыр үҙгәрә.

Административ-территориаль бүленеше үҙгәртергә

Башта Сербия территорияһы өс бановинаға бүленә: Дунай (үҙәге — Смедерево), Моравия (үҙәге — Нише), Дрин (үҙәге — Ужица) һәм Белград ҡалаһы. 1941 йылдың 26 декабрендә 14 округлы яңы бүленеш ҡабул ителә:

-
  • Оло Бечкерек округы (Банат)
  • Пожаревац округы
  • Крушевац округы
  • Заечар округы
  • Ниш округы
  • Лесковац округы

Сәйәсәт үҙгәртергә

Сербияла немец милли аҙсылығы үҙгәртергә

Банат серб өлөшөндә күп кенә немецтар йәшәй (яҡынса 131 000). 1941 йылдың 27 мартында Германия диверсиялар ойоштороу менән шөғөлләнгән махсус ведомствоһы (уны Эрвин фон Дахузан етәкләй) аша Банат немецтарына һәм уларҙың етәкселегендәге венгрҙарға шаҡтай күп ҡорал тапшыра. Уларҙың этник лидеры Сепп Янко була. Югославияны баҫып алғандан һуң Янко Банатта мәҙәниәт һәм белем биреү өлкәләрендә идара итеүгә хоҡуҡтар ала. Немец булмаған халыҡтарға ҡарата дискриминация сәйәсәте үткәрелә, шуға күрә, һуғыш тамамланғас, үс алыуҙан ҡурҡып, күп кенә немецтар Сербиянан ситкә китә.

Немец оккупацияһы һәм баш күтәреүселәр үҙгәртергә

Баш күтәреүселәр көстәре немец армияһына һөҙөмтәле ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Гитлер ғәскәрҙәрҙең бер өлөшөн биләгән позицияларҙа ҡалдыра, ә ҡалғандарын тау сәнәғәте урынлашҡан урындарға ебәрә. 1941 йылдың 29 авгусында партизандар менән көрәш алып барыу өсөн Милан недич етәкселегендә Милли ҡотҡарыу хөкүмәте төҙөлә. Шулай уҡ Недич оборона министры вазифаһын биләй.

Недич Димитрий Летич етәкләгән четниктарға хәрби ярҙам күрһәтә.

Шулай уҡ Недич Дража Михаилович менән тығыҙ бәйләнештә була. Ул серб милләтселеге менән айырылып тора һәм бөйөк сербияны булдырыу идеяһы менән яна, быға Хорватияла усташтарға хеҙмәттәшлек күрһәткән немецтар ҡаршы тора. 1944 йылдың 20 октябрендә Белград Совет Армияһы һәм Тито партизандары тарафынан азат ителә.

Сербтарҙы депортациялау үҙгәртергә

Боралағы баҡыр сығарыу буйынса тау-етештереү комплексы немец иҡтисады өсөн иң мөһим сәнәғәт комплексы булып тора. 1942 йылдың көҙөндә шахталарҙа 30 000 тирәһе серб эшләй, шуларҙың өстән бер өлөшө генә үҙ теләге менән эшләй. Совет йүнәлешендәге ҡатмарлыҡтар арҡаһында немец иҡтисадының ихтыяжы артыуына ҡарамаҫтан, сербтарҙы депортациялау дауам итә. 1943 йылдың йәйендә генә, эшсе көсө етмәгәнлектән, Гитлер әсирҙәрҙең бер өлөшөн мәжбүри эшкә ебәрергә ҡуша. 1943 йылда Германияға Югославияның хорват булмаған халыҡтан 115 000 кеше бушлай эшләй, 1944 йылда — 100 000. Бынан тыш, элекке югославия армияһының 100 000 хәрби әсирҙәр «резервы» була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә