Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Семикаракорск ҡалаһындағы музей.
Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1997 |
Урынлашыуы | Рәсәй, Ростов өлкәһе, Семикаракорск ҡалаһы |
Директор | Здоровцева Нина Юрьевна[1] |
Музей тарихы
үҙгәртергәМузей 1997 йылда булдырыла. 2000 йылдан башлап ул мәҙәни һәм фәнни-ағартыу учреждениеһы булараҡ рәсми рәүештә асыла.
Музейҙың 16 меңдән артыҡ берәмек төп һәм ғилми-ярҙамсы фонды иҫәпләнә. Ул Ростов өлкәһе муниципаль музейҙары араһында иң ҙуры булып тора. Дүрт залында «Яҡташ-яҙыусы Борис Николаевич Куликовтың тормошо һәм ижады» әҙәби-монографик экспозиция йәйелдерелгән. Килеүселәр музей экспозицияһында һынлы сәнғәт, XIX быуат аҙағы — XX быуаттың беренсе яртыһында Семикаракорск станицаһының көнкүреше һәм этнографияһы, Семикаракорск районының хәрби һәм хеҙмәт даны тарихы менән танышырға мөмкин.
Музей янында өс әҙәби-тарихи берекмә эшләй — «Татьянин день» Кочетовская станицаһында, «Ватан тарихын һөйөүселәр клубы» һәм «Матурлыҡ һөйөүселәр клубы» Семикаракорск ҡалаһында (1962 йылдан алып). 2004 йылда Кочетовская станицаһында 1986 йылда асылған В. А. Закруткин мемориаль йорт-музейы музей составына структура бүлексәһе сифатында ҡушыла. Йорт-музейҙың фондында алты меңдән артыҡ экспонат иҫәпләнә[2][3].
2013 йылда Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Ростов өлкәһенең 26 муниципаль музейы араһында беренсе булып, мәҙәниәт Министрлығы булышлығында төҙөлгән Рәсәй Федерацияһы Музей фондының дәүләт каталогына индерелгән[4][5].
Музей йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышының иҫтәлекле даталарына арналған саралар үткәреп тора[6][7].
Адресы
үҙгәртергәМузей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Семикаракорск ҡалаһы, В. А. Закруткин проспекты, 25.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Культура
- ↑ СЕМИКАРАКО́РСКИЙ КРАЕВЕ́ДЧЕСКИЙ МУЗЕ́Й 2017 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Семикаракорский историко-краеведческий музей
- ↑ ФОНДЫ МУЗЕЕВ ТЕПЕРЬ В ИНТЕРНЕТЕ
- ↑ 2017 йыл 25 декабрь [https://web.archive.org/web/20171225035833/http://goskatalog.ru/portal/#/museums?id=2238 архивланған. Муниципальное бюджетное учреждение «Семикаракорский историко-краеведческий музей»]]
- ↑ Освобождение
- ↑ «Великая Отечественная война: Путь к Победе»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- МБУ «СИКМ» 2017 йыл 14 сентябрь архивланған.