Селәби (рус. селәби, төр. Çelebi, ғосман. چلبی) — төрки мәҙәни термин.

Селәби
төр. Çelebi
Яҙыу Латин алфавиты һәм османская письменность[d]
 Селәби Викимилектә
Төрки тарих үҙәге. Селәби. Билдәһеҙ автор һүрәте. 1739

Тарихы үҙгәртергә

«Селәби» һүҙе төрки әҙәби телдә XVIII быуатҡа ҡәҙәре аҡһөйәктәр, юғары ҡатлам руханиҙар (бигерәк тә суфый тәриҡәте башлыҡтары), күренекле яҙыусылар (Әүлиә Селәби) һ.б.) тарафына ҡулланыла. Был исемде йөрөткән беренсе билдәле кеше, күрәһең, Селәби Һүсәм әд-Дин (вафаты - 1284 йыл) булғандыр, уға Йәләлетдин Румиҙан мәүләүиҙәр тәриҡәте башлығы вазифаһы күскән булған. Шағир Ҡасими Әнүәрҙең шиғырҙарында «селәби» (һижри 835 (миләди 1431-1432) йылда вафат) «һөйөклө» тигәнде аңлата һәм Аллаһ тәғәләгә ҡарата ҡулланыла.

XIV һәм XV быуаттарҙа Ғосман империяһында күп кенә төрөк кенәздәре һәм бейзадәләре «селәби» дип атала, алар араһындаБаязит I солтандың бөтә улдары булған. Гректарға «селәби» һүҙе тик төрөксә генә тип билдәле булған, бер шәрехләү буйынса «селәби» төрек телендә затлы нәҫелдән тигәнде аңлатҡан. Хөләсә-и Ғәббәси һүҙлегендә «селәби» «яҙыусы», «шағир», «уҡыусы», «белеүсе», «зирәк» тигән мәғәнәләр килтерелә.

XVI быуат Европа авторҙарының хәбәрҙәре «селәби» ул вакытта испан телендәге «дон» һәм француз телендәге «monsieur», йәғни «әфәнде» һүҙ булараҡ ҡулланыла башлауын күрһәтә. «Сәләби» урынына «әфәнде» шағирҙар һәм ғалимдәргә ҡарата XVII быуат ахыры-XVIII быуат башында ҡулланылышҡа инә ахыры.

Үҙенең дини әһәмиәтенән тыш (мәүләүиҙәр тәриҡәтендә ул юғары рухи дәрәжәне билдәләй, мөршидтәр селәби-әфәнде дип атала), «селәби» һүҙе, моғайын, аҡһөйәктәрҙең балалары, танылған ғалимдар, ябай сәркәтиптәр өсөн фарсыларҙың мырҙа тигән һүҙе кеүек әһәмиәткә эйә булғандыр. XIX быуат ахырында «селәби», киреһенсә, мосолман булмаған кешеләргә, бигерәк тә европалыларға мөрәжәғәт һүҙе булып ҡала.

Хәҙерге ҡулланышта үҙгәртергә

 
Силәбе ҡалаһы Мейәс йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан

Үҙенең элекке «әфәнде» һәм «джентльмен» мәғәнәһендә был һүҙ мәҡәлдәрҙә генә һаҡланған:

Sen çelebi men çelebi, ati kim kaşar? / һин селәби, мин селәби, атты кем ҡарар? (Башҡортса вариант: "Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?"[1] )

Шулай уҡ был һүҙ этнотопоним булараҡ та йәшәп килә. Мәҫәлән, Әзербайжанда Селәбиҙәр, Жәбраил округында Селәбиҙәр исемле ауыл теркәлгән. Иранда - Селәби, Ҡырымда Селәбиҙәр (Плодова), Рәсәйҙә лә Силәбе ҡалаһы билдәле[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, БКН, 1980
  2. Энциклопедический словарь топонимов Азербайджана. В двух томах. Я строю. Баку, "Восток-Запад", 2007, с. 190

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бартольд В. В. селәби // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1968. — Т. V: Работы по истории и филологии тюркских и монгольских народов. — С. 611—614.