' Саңғытау' (урыҫ телендә Сингитау)— Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы биләмәһендә урынлашҡан.

Саңғытау
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 655 метр һәм 429 метр
Оҙонлоҡ 10 km
Киңлек 4 km
Карта

География үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы буйлап Ағиҙел йылғаһы киңлек бүлеменән Ҡуҡрауыҡ (Ағиҙел ҡушылдығы) йылғаһына тиклем, Ағиҙел йылғаһының һул яры буйлап, субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо — 20 км, киңлеге — 8 км. Максималь бейеклеге 655 м. Рельефы тәпәш таулы. Көнсығыш битләүҙәре текә, ә көнбайыш битләүҙәре һөҙәк. Бейеклектәре 599—655 метр булған өс түбәһе айырылып тора. Саңғытау һыртында Ағиҙел йылғаһының ҡушылдыҡтары баш ала. Башҡортостан (милли парк) составына инә. Һил урын, халыҡ күп йәшәмәгән төбәк[2].

Саңғытауға яҡын ятҡан тау һырттары: Машаҡ, Мәсем, Мәйәрҙәк, Нары, Нөргөш, Һарғайы һырты, Салдыс, Седжек, Һилейә Саңғытауы, Суртанды, Таҡаты, Таштыҡоръятмаҫ, Туйтүбә, Уварся (Аурсяк), Олотау, Олоғортау.

Составы үҙгәртергә

Һырт аҫҡы карбондың эзбизташтарынан, ҡомташтарынан, доломиттарынан, һәүерташтарынан һәм башҡа тоҡомдарынан тора[3].

Флораһы үҙгәртергә

Үҫемлектәр донъяһы урман-тау тупрағында һәм кәҫле көлһыу тупраҡта үҫкән япраҡлы (кәкре олонло имәндәр, ҡайын, уҫаҡ) урмандарҙан тора. Битләүҙәрендә киң туғайҙар, емерелгән ҡаялар.

Топонимика үҙгәртергә

Һырттың исеме ҡушма һүҙ, башҡорт телендәге «саңғы» һәм тау һүҙҙәренән яһалған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә