Сафронова Валентина Ивановна

Валентина Ивановна Сафронова (19181943) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Брянск ҡалаһы партизандар отряды партизаны. Советтар Союзы Геройы (1965).

Сафронова Валентина Ивановна
рус. Валентина Сафронова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Брянск, Орёл губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 1 май 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған урыны Брянск, Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө һомицид[d]
Һөнәр төрө партизан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
 Сафронова Валентина Ивановна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1918 йылда Брянск ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуған. Урыҫ ҡыҙы.

Егәрле, ҡыҙыҡһыныусан һәм шат күңелле ҡыҙ булып үҫә. Брянск ҡалаһының 27-се мәктәбендә уҡый. Шунда уҡ пионервожатый[1], ә һуңынан сберкассала контролёр булып эшләй.

1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, комсомолка. Брянск ҡала партизан отрядының партизан-разведчигы. 1941 йылдың сентябрь башында разведка-диверсия төркөмө составында Клетнянский урмандарына дошман тылына ебәрелә, унда боҫҡондарҙа һәм диверсияларҙа, дошман ғәскәрҙәренең дислокацияһы тураһында разведка мәғлүмәте йыйыуҙа ҡатнаша. Күп тапҡыр фронт һыҙығын аша сыға.

1942 йылдың февраль башында отрядта радиотапшырғыс сафтан сыға, һәм Ҙур ергә мөһим документтарҙы ашығыс тапшырырға кәрәк була. Отряд командованиеһы бер төркөм партизанды һәм улар араһында — Валентина Сафронованы ла фронт һыҙығы аша ебәрергә ҡарар ҡабул итә. Ҡыйыуҙар,120 километрлыҡ юлды артылып, совет ғәскәрҙәре урынлашҡан ергә барып етеп, документтарҙы тапшыра. Әйләнеп ҡайтҡан саҡта боҫҡонға эләгә. Сафронованың башы яралана һәм контузия ала. Уны Ҙур ерҙә ҡалдыралар, әммә госпиталдә дауаланғандан һуң, 1942 йылдың яҙында отрядҡа ҡабат ҡайта һәм разведка эшмәкәрлеген яңырта. 1942 йылдың авгусында Валентина йәнә госпиталгә дауаланырға ебәрелә. 1942 йылдың 17 декабрендә Ворки ауылы районында хәрби задание үтәгәндә партизан разведчигы ҡаты яралана, аңын юғалтҡан килеш ҡулға алына һәм Брянск ҡалаһына гестапоға оҙатыла. Отряд командиры Чернов бына нисек һөйләй:

«Разведчица Валя, ҡулса эсендә ҡалғас, немец фашистары ҡулына тере килеш бирелмәй һәм тиңһеҙ алышта үлемесле яралана».

1943 йылдың 1 майында гестапо тарафынан язаланып үлтерелә.

Наградалары үҙгәртергә

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 май указы менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Сафронова Валентина Ивановнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
  • Ленин ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән (1942).

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  Тышҡы һүрәттәр
  Книжка автомобилиста - 1.
  Книжка автомобилиста - 2.
  Книжка автомобилиста - 3.
  Книжка автомобилиста - 4.
  Книжка автомобилиста - 5.
  Книжка автомобилиста - 6.
  • Валентина Сафронованың һәләк булыуы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт һаҡланмаған. 1943 йылда әле Брянскиҙа йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ, үҙенең йортона немец табип-офицеры фатирға төшөрөлөүен һөйләгән була. Бер ваҡыт 1942 йылдың декабрендә уға гимнастёркаһында ордены булған аңын юғалтҡан, яралы йәш ҡыҙҙы килтерәләр. Табип ошо ҡыҙҙың исемле ҡоралы булғаны тураһында әйтә. Командование табипҡа уны дауаларға ҡушҡан. Ҡыҙ ризыҡтан һәм дарыуҙан ҡәтғи рәүештә баш тартҡан. Һуңынан немецтар уны машинаға һалып алып киткән[2].
  • 2011 йылда Германияла Валентина Сафронованың көндәлеге табыла. берлин университеты аспиранты, Докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләгән Себастьян Штоппер гәзиттә, ватандаштарынан тарихи документтары менән уртаҡлашыуҙарын һорап, иғлан баҫтыра. Бер нисә көндән уға Абвер офицерының тол ҡатынын — Клара Штенбергты дауалаған доктор мөрәжәғәт итә. Немецтар генерал Власов менән әңгәмә барышында уның хеҙмәтенә мохтаж булған элекке тәржемәсе докторға рус телендә яҙылған сәйер раритет тапшыра. Был "Автомобилист китабы"на Валентина Сафронова яҙған көндәлек булып сыға[3].

Хәтер үҙгәртергә

  • Брянск ҡалаһында Валентина Сафронова исемендәге урам һәм урта мәктәп бар.
  • Брянск ҡалаһының Фокинский районында Героиняның скульптура төркөмө составындағы һәйкәле (1970).
  • 1950 йылдар аҙағында брянск авторы В. Ляшенко Сафронованың батырлығы тураһында поэма «Валя» исемле поэма ижад итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сафронова Валентина Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 421. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Костин Ф. Город не спит // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә