Саутерн-Виллидж, Төньяҡ Каролина

АҠШ, Төньяҡ Каролина штаты, Чапел-Хилл ҡалаһы районы, яңы урбанизм концепцияһына ярашлы төҙөлгән.

Саутерн-Виллидж (ингл. Southern Village) ― АҠШ, Төньяҡ Каролина штаты, Чапел-Хилл ҡалаһы районы, яңы урбанизм концепцияһына ярашлы төҙөлгән. 1994 йылда нигеҙ һалына. 550 самаһы шәхси торлаҡ йортто, 375 таунһаус һәм кондоминиумды, 250 апартаментты һәм 33,000 квадрат метр майҙандағы сауҙа , офис һәм йәмәғәт биналарын үҙ эсенә ала. Райондың дөйөм майҙаны 1,3 квадрат километр тәшкил итә. 1999 йылдан 2001 йылға тиклем райондың күсемһеҙ милеге бөтә ҡала эсендәге иң яҡшы һатылғаны булған. Ҡаланы планлаштырыу теорияһының аҡыллы үҫешенә лайыҡлы  миҫал сифатында танылған Саутерн-Виллидж ҡайһы бер баҫмаларҙа, мәҫәлән, Time, Better Homes and Gardens и Builder журналдарында, билдәләп үтелгән.

Саутерн-Виллидж, Төньяҡ Каролина
ингл. Southern Village
Нигеҙләү датаһы 1994
Рәсми атамаһы Southern Village
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Төньяҡ Каролина
Карта

Яңы урбанизм теорияһына нигеҙ һалыусы Андре Дуани менән аралашҡан Р. Д. Брайан ҡала төҙөлөшө проектының авторы булған. Дуани һәм уның коллегаһы Элизабер Зиберк бер ваҡыт Чапел-Хиллға килә һәм ҡала советында яңы урбанизмдың  киләсәге тураһында презентация менән сығыш яһай. Уларҙың телмәре Р. Д. Брайанға ҙур тәьҫир яһай, һәм, концепцияны, тормошҡа ашырған урынға барып, тәфсирләп өйрәнеү маҡсатында, Пьенец, Италия ҡалаларына сәйәхәт ҡыла. Өйгә ҡайтҡас, ул ҡала төҙөлөшөнә үҙ ҡарашын булдыра һәм үҙ проектын эшләй башлай[1].

Эшлекле районы үҙгәртергә

2017 йылдың башында Саутерн-Виллиджда Хаят-плейс, бизнесҡа-туристар өсөн тәғәйенләнгән  Hotels Hyatt ҡунаҡханалар отель селтәре асыла. Beacon ING of Charlotte менән хеҙмәттәшлек иткән Bryan Properties райондың үҫешен дауам итә. Уларҙың тырышлығы менән кооператив баҙар һәм кинотеатр төҙөлә[2].

Мәғарифы үҙгәртергә

Районда Мэри Скруггстың башланғыс мәктәбе һәм  Калберттың урта мәктәбе бар. Уларҙың икеһе лә  Чапел-Һил [3]мәктәп районына ҡарай.


Күңел асыу үҙгәртергә

 
Паркта юл

Лумин кинотеатры йыл әйләнәһенә кинофильмдар күрһәтелә, әммә йылы көндәрҙә тамашасыларҙың, үҙҙәренең ултырғысы һәм йылы юрғаны менән килеп, асыҡ һауала кино ҡарауы рөхсәт ителә [4]. Йәкшәмбе көндәрендә паркта музыканттар бушлай концерт менән сығыш яһай[5].

Районда, үҙенең футбол майҙаны, кешеләр эттәрен йөрөтә алырлыҡ урыны менән, балалар майҙансығы, барбекю-зонаһы һәм роликтарҙа шыуыу мөкинлеге булған Саутерн коммьюнити парк[6] урынлашҡан.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

Төньяҡ Каролинаның симфоник оркестры бында йылына бер тапҡыр бушлай концерт бирә[7]. Исполняют обычно классические произведения, а также саундтреки из популярных фильмов[8].

Транспорт үҙгәртергә

Районда Chapel Hill Transit  муниципаль транспорт компанияһы хеҙмәтләндерә[9][10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Chapel Hill Orange County Visitors Bureau. Chapel Hill, NC's Southern Village 20th Anniversary Celebration Includes Hotel Groundbreaking. GlobeNewswire News Room (21 июнь 2015). Дата обращения: 11 декабрь 2018.
  2. http://www.bizjournals.com/triangle/news/2014/02/21/new-hyatt-hotel-coming-to-chapel.html
  3. Mary Scroggs Elementary School. Chapel Hill-Carrboro City Schools. Дата обращения: 19 июнь 2008. 2008 йыл 20 сентябрь архивланған.
  4. ChapelHillMagazine.com. 41 Events Not to Miss in Chapel Hill in 2016 (билдәһеҙ). Chapel Hill Magazine (28 декабрь 2015). Дата обращения: 11 декабрь 2018. 2018 йыл 11 декабрь архивланған.
  5. Events Archive (билдәһеҙ). Weaver Street Market. Дата обращения: 11 декабрь 2018.
  6. Southern Community Park. Town of Chapel Hill. Дата обращения: 22 март 2011.
  7. North Carolina Symphony Classical Favorites Concert. Дата обращения: 19 июнь 2008. 2011 йыл 27 июль архивланған.
  8. Southern Village Market Street Movies & Music. Дата обращения: 19 июнь 2008. 2008 йыл 6 июль архивланған.
  9. Chapel Hill Transit Routes and Schedules. Town of Chapel Hill. Дата обращения: 22 март 2011.
  10. Safe Ride JV Routes. Town of Chapel Hill. Дата обращения: 19 июнь 2008. 2008 йыл 28 июнь архивланған.