Сапара монастыры - (грузинса: საფარის მონასტერი) - Грузияның Самцхе-Джавахети өлкәһендә Ахалцихе районындағы грузин православ монастыры.

Сапара монастыры
груз. საფარის მონასტერი
Нигеҙләү датаһы IX быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Урын Ахалцихе[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Сапара монастыры Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Сапара монастыры, һәр хәлдә, 9-сы быуатта уҡ булған һәм грузин рухи тарихында монахтары һанынан күп мөһим фигуралар булған. 13-сө быуат аҙағында Сапараға Джакели ғаиләһе хужа булып китә, уларҙың лидеры Саргис Джакели монголдар менән яҡшы мөнәсәбәттә булып, Самцхе шул уҡ ваҡытта ғәҙәти булмағанса тыныс тормошта йәшәй. Ҡартайғас, Саргис монах саны ҡабул итә һәм исемен Саба тип алмаштырып ала. Уның улы Бека 12 сиркәүҙең иң ҙурын төҙөй һәм уға атаһы исемен алмаштырған изгенең исемен ҡуша. Архитектура йәһәтенән сиркәү ул заман өсөн бик күренекле була. 14-се быуат фрескалары юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора [1]

 
Сапара монастыры

16 быуат ахырынан 17 быуатҡа тиклем Сапара монастыры Самцхела Осман империяһы сәйәсәте арҡаһында монастырь бушап ҡала, ә монастырҙың иконыалары һәм башҡа байлыҡтары Грузияның ышаныслыраҡ төбәктәренә алып сығыла [2]

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • ru:Монастырь чулеви
  • ru:Монастырь зарзма

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [https://books.google.ru/books?id=A6yYWC2QtZUC&printsec=frontcover&dq=Georgia,+Armenia+and+Azerbaijan&redir_esc=y&hl=ru#v=onepage&q&f=false John Noble, Michael Kohn, Danielle Systermans Lonely Planet. Georgia, Armenia & Azerbaijan. Ediz. Inglese 2008 - Всего страниц: 364]
  2. The Sabaite Heritage in the Orthodox Church from the Fifth Century to the Present