Саньяров Фәнзил Бүләк улы

журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы.

Саньяров Фәнзил Бүләк улы (17 февраль 1953 йыл) — ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доценты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы[1].

Саньяров Фәнзил Бүләк улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 17 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡырмыҫҡалы районы, Һәүәләй ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Бишауыл-Уңғар
Һөнәр төрө журналист, университет уҡытыусыһы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d] һәм доцент[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Фәнзил Бүләк улы Саньяров 1953 йылдың 17 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Һәүәләй уртамәктәбен тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтетик каучук» заводында аппаратсы булып эшләп ала[1].

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология, 1988 йылда Свердловск дәүләт педагогия институтының дефектология, 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының юридик факультеттарын тамамлаған.

Оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында етәксе вазифалар башҡара. Намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф алдынғыһы кеүек маҡтаулы исемдәр бирела. Ул — педагогик хеҙмәт ветераны. 1993, 1994 йылдарҙа Башҡортостан һәм Рәсәйҙең «Йыл уҡытыусыһы» титулына лайыҡ була. Фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләна. Танылған педагог йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. I—III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты булып һайлана, Башҡарма комитет, Совет ағзаһы. Бөгөнгө көндә Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе. Өфө ҡала округы хакимиәтенең туған һәм дәуләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса комиссияһы ағзаһы[1].

ИжадыҮҙгәртергә

Әҙәби ижад һәм журналистика өлкәһендә әүҙем шөғөлләнә. Республика баҫмаларында лирик шиғырҙары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, художестволы публицистикаға ҡараған очерктары әләнән-әле донъя күреп тора. «Ватандаш», «Башҡортостан», «Башҡортостан уҡытыусыһы» кеүек гәзит һәм журналдарҙың йыл лауреаты булды. 2011 йылда «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә…» республика конкурсында II урын яулай[1].

Өс китап һәм 150-нән ашыу ғилми мәҡәләләр авторы.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә