Самсонов Виталий Александрович

Виталий Александрович Самсонов (12 декабрь 1940, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы; Мәскәү дәүләт университетының механика институты баш ғилми хеҙмәткәре, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының теоретик механика һәм мехатроника кафедраһы профессоры.

Самсонов Виталий Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 декабрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Румянцев, Валентин Витальевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «В память 850-летия Москвы» премия имени М. В. Ломоносова Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре
 Самсонов Виталий Александрович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Самсонов Виталий Александрович 1940 йылдың 12 декабрендә Мәскәүҙә тыуған. 1962 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай.

1965 йылдан Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында эшләй, 1996 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр. 1963 йылдан Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының теоретик механика кафедраһында уҡыта (1999 йылда уның яңы исеме раҫлана: «теоретик механика һәм мехатроника кафедраһы»[1]); 1992 йылдан — бер үк ваҡытта кафедра профессоры[2].

1967 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «О влиянии капиллярности в задаче устойчивости стационарного движения твёрдого тела с жидким наполнением» темаһына диссертация яҡлай; 1981 йылда «Динамика систем с псевдоциклическими координатами» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

Механика-математика факультеты студенттары өсөн «Динамика систем с циклическими координатами», «Динамика твёрдого тела в сопротивляющейся среде», «Динамика твёрдого тела, взаимодействующего со средой», «Устойчивость стационарных движений гибридных систем» махсус курстары уҡый[4]. Хәрәкәт тотороҡлоғо тураһында мәсьәләләр буйынса семинар етәксеһе[2][3]. 1985 йылдан «Тотош мөхит менән тәьҫир итешеүсе ҡаты есем динамикаһы» ғилми-тикшеренеү семинарын етәкләй[2].

Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса милли комитет ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Теоретик механика буйынса ғилми-методик советы президиумы ағзаһы (1998 йылдан; 2012 йылдың октябренән — Ғилми-методик совет рәйесе)[5][6]), «Теоретик механика» ғилми-методик мәҡәләләр йыйынтығының редакция коллегияһы ағзаһы[7].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: хәрәкәт тотороҡлоғо теорияһы, ҡаты есем динамикаһы, ҡаты есемдәр һәм деформацияланыусы элементтар ингән системалар динамикаһы[8]. Уның эшмәкәрлеге башлыса төрлө тәбиғәтле көс ҡырҙарында әйләнеүсе есемдәр хәрәкәтенең яңы механик-математик моделдәрен төҙөүгә йүнәлтелгән. Уның тарафынан шулай уҡ ҡаты есемдең стационар хәрәкәтенең тотороҡлолоғо һәм квазистационар хәрәкәтенең эволюцияһы тураһында бер нисә мәсьәлә ҡуйыла һәм хәл ителә, бәләкәй ел энергетик ҡулайламаларының эшләүенең математик моделен эшләй[7].

В. В. Белецкий етәкселегендә үткәрелгән тәүге эштәрҙә ҡатнаша, ул яһалма юлдаштарҙың борт датчиктарының үлсәү мәғлүмәттәре буйынса ғәмәлдәге хәрәкәтенең масса үҙәгенә ҡарата ориентирлашыуын билдәләүҙе һәм был хәрәкәттең характерын аңлатыуҙы күҙҙә тота[2].

В. А. Самсонов тарафынан өҫкө йөҙ тартылыуына эйә шыйыҡлыҡ тултырылған ҡыуышлыҡтары булған есемдәрҙең әйләнеү тотороҡлолоғо теорияһы уйлап табыла[8]. А. С. Сумбатов менән берлектә ул П. В. Воронецтың, ҡаты есемдең ирекле формалағы терәк өҫтө буйлап шыумай тирбәлеүен тасуирлаған тигеҙләмәләренә таянып, был хәлдә майҙандар интегралы тибындағы беренсе интегралдың булыу шарттарын билдәләй, Шулай уҡ был тигеҙләмәләрҙе кельт ташының хәрәкәте тураһындағы мәсьәләгә ҡуллана, был эксперименттарҙа күҙәтелгән тигеҙләнеш торошо тирәһендә тирбәлеүҙәрҙең контакт нөктәһе аша үткән күсәргә ҡарата әйләнеү хәрәкәтенә өлөшләтә күсеү эффектын теоретик яҡтан нигеҙләргә мөмкинлек бирә[9].

200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара[10]. 23 фән кандидаты әҙерләй; һуңынан уның уҡыусыларының өсәүһе фән докторы булып китә[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Профессор В. А. Самсонов түбәндәге миҙалдар менән бүләкләнгән[2]:

  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • ғәмәли математика һәм механика өлкәһендә М. В. Келдыш исемендәге миҙал (Рәсәй Фәндәр академияһының Математика бүлеге)
  • академик В. Н. Челомей исемендәге миҙал (Рәсәй Космонавтика федерацияһы)
  • 1994 йылда «Тирә-яҡ мөхит менән тәьҫир итешеүсе өйрөлөүсе есем динамикаһы» (Ю. М. Окунев менән берлектә) эштәр циклы өсөн Мәскәү дәүләт университетының Ломоносов премияһына лайыҡ була)[2][12].

Лайыҡ булған маҡтаулы исемдәре:

  • «Мәскәү университетының атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре» (2000),
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» (2005).)[7].

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Айырым баҫмалары

үҙгәртергә
  • Локшин Б. Я., Привалов В. А., Самсонов В. А. Введение в задачу о движении тела в сопротивляющейся среде. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1986. — 86 с.
  • Рубановский В. Н., Самсонов В. А. Устойчивость стационарных движений (в примерах и задачах). — М.: Наука, 1988. — 304 с. — ISBN 5-02-013813-4.
  • Локшин Б. Я., Привалов В. А., Самсонов В. А. Введение в задачу о движении точки и тела в сопротивляющейся среде. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 75 с. — ISBN 5-211-02921-6.
  • Самсонов В. А. Очерки о механике. Некоторые задачи, явления и парадоксы. 2-е изд. — М.: НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», 2001. — 80 с. — ISBN 5-93972-045-5.
  • Задачи по классической механике / Антонов И. Л., Болотин С. В., Вильке В. Г., Голубев Ю. Ф., Карапетян А. В., Кугушев Е. И., Павловский В. Е., Сальникова Т. В., Самсонов В. А., Татаринов Я. В., Трещёв Д. В., Якимова К. Е., Якушев А. Г. М.: изд-во ЦПИ мехмата МГУ, 2001. ISBN 5-93839-011-7. 96 с.

Ҡайһы бер мәҡәләләре

үҙгәртергә

Ҡаты есем динамикаһы

үҙгәртергә
  • Самсонов В. А.  О трении при скольжении и верчении тела // Вестник Моск. Ун-та. Сер. 1: Математика, механика. — 1981. — № 2. — С. 76—78.
  • Самсонов В. А.  Динамика тормозной колодки и удар трением // Прикл. математика и механика. — 2005. — Т. 69, вып. 6. — С. 912—921.
  • Досаев М. З., Самсонов В. А., Селюцкий Ю. Д.  О динамике малой ветроэлектростанции // Доклады Академии наук. — 2007. — Т. 416, № 1. — С. 50—53.
  • Самсонов В. А., Сумбатов А. С. . К 100-летию уравнений П. В. Воронца, описывающих качение твёрдого тела по опорной поверхности без скольжения // Сборник научно-методических статей. Теоретическая механика. Вып. 28. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2012. — 224 с. — С. 156—168.
  • Самсонов В. А., Селюцкий Ю. Д.  Математическая модель поведения малых ветровых электростанций // Математическое моделирование. — 2015. — Т. 27, № 2. — С. 85—95.
  • Dosaev Marat, Samsonov Vitaly, Hwang Shyh-Shin  Construction of control algorithm in the problem of the planar motion of a friction-powered robot with a flywheel and an eccentric weight // Applied Mathematical Modelling. — Elsevier BV (Netherlands), 2021. — С. 1517—1527.

Есемдәрҙең ҡаршылашыусы мөхиттә хәрәкәте

үҙгәртергә
  • Самсонов В. А., Шамолин М. В.  К задаче о движении тела в сопротивляющейся среде // Вестник Моск. Ун-та. Сер. 1: Математика, механика. — 1989. — № 3. — С. 51—54.
  • Привалов В. А., Самсонов В. А.  Об устойчивости движения тела, авторотирующего в потоке среды // Изв. АН СССР. Механика твёрдого тела. — 1990. — № 2. — С. 32—38.
  • Зенкин А. Н., Привалов В. А., Самсонов В. А.  О квазистатической модели воздействия среды на авторотирующее тело // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 1993. — № 4. — С. 73—78.
  • Привалов В. А., Самсонов В. А.  Сопоставление свойств устойчивости двух режимов авторотации // Прикл. математика и механика. — 1994. — Т. 58, вып. 2. — С. 37—48.
  • Ерошин В. А., Самсонов В. А., Шамолин М. В.  Модельная задача о торможении тела в сопротивляющейся среде при струйном обтекании // Изв. РАН. Механика жидкости и газа. — 1995. — № 3. — С. 23—27.
  • Привалов В. А., Привалова О. Г., Самсонов В. А.  О динамике бумеранга // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2003. — № 4. — С. 52—66.
  • Самсонов В. А., Селюцкий Ю. Д.  Феноменологическая модель взаимодействия пластины с потоком среды // Фундаментальная и прикладная математика. — 2005. — Т. 11, № 7. — С. 43—62.
  • Локшин Б. Я., Окунев Ю. М., Садовничий В. А., Самсонов В. А.  К вопросу о моделировании полёта болидов // Фундаментальная и прикладная математика. — 2005. — Т. 11, № 7. — С. 63—71.
  • Самсонов В. А., Селюцкий Ю. Д.  Сопоставление различных форм записи уравнений движения тела в потоке среды // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2008. — № 1. — С. 171—178.
  • Привалова О. Г., Окунев Ю. М., Самсонов В. А.  Об устойчивости движения осесимметричного оперённого тела в сопротивляющейся среде // Вестник Новосибирского гос. Ун-та. Сер. Биология, клиническая медицина. — 2011. — № 4. — С. 287—289.

Хәрәкәт тотороҡлолоғо теорияһы

үҙгәртергә
  • Самсонов В. А.  Об устойчивости решений систем дифференциальных уравнений в некоторых случаях // Вестник Моск. Ун-та. Сер. 1: Математика, механика. — 1962. — № 5. — С. 74—78.
  • Самсонов В. А.  О задаче минимума функционала при исследовании устойчивости движения тела с жидким наполнением. — 1967. — Т. 31, вып. 3. — С. 523—526.
  • Морозов В. М., Рубановский В. Н., Румянцев В. В., Самсонов В. А.  О бифуркации и устойчивости установившихся движений сложных механических систем // Прикл. математика и механика. — 1973. — Т. 37, вып. 3. — С. 387—399.
  • Досаев М. З., Самсонов В. А.  Об устойчивости вращения тяжёлого тела с вязким наполнителем // Прикл. математика и механика. — 2002. — Т. 66, вып. 3. — С. 427—433.
  • Карапетян А. В., Самсонов В. А., Сумин Т. С.  Об устойчивости и ветвлении перманентных вращений твёрдого тела с жидким наполнением // Прикл. математика и механика. — 2004. — Т. 68, вып. 6. — С. 994—998.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. А. Т. Фоменко. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6. — С. 161.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Механика в Московском университете, 2005
  3. 3,0 3,1 Самсонов Виталий Александрович. // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 15 июнь 2016.
  4. Механика в Московском университете, 2005, с. 61
  5. Информация о работе Научно-методического совета по теоретической механике. // Сайт vuz.exponenta.ru. Дата обращения: 15 июнь 2016.
  6. Самсонов В. А. в научном обществе: Научно-методический совет по теоретической механике при Минобрнауки РФ. // Сайт системы «ИСТИНА» (НИИ механики МГУ). Дата обращения: 15 июнь 2016.
  7. 7,0 7,1 7,2 Виталий Александрович Самсонов. // Сайт кафедры теоретической механики и мехатроники мехмата МГУ. Дата обращения: 15 июнь 2016. 2016 йыл 21 июнь архивланған.
  8. 8,0 8,1 Механика в Московском университете на пороге XXI века, 2002
  9. Самсонов, Сумбатов, 2012
  10. Самсонов Виталий Александрович. // Сайт системы «ИСТИНА» (НИИ механики МГУ). Дата обращения: 15 июнь 2016.
  11. К юбилею Виталия Александровича Самсонова. 12.12.2015. // Сайт МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 15 июнь 2016.
  12. Премии им. М. В. Ломоносова за научные работы. // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 15 июнь 2016.
  • Механика в Московском университете на пороге XXI века / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Изд-во Центра прикладных исследований при механико-математическом факультете МГУ, 2002. — 184 с.
  • Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 с. — ISBN 5-8112-1474-X.

Һылтанмалар

үҙгәртергә