Салауат ҡалаһы флагы

Салауат ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округы символы.

Салауат ҡалаһы ҡала округы флагы
Салауат
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй

Раҫланған

16 июнь 2000

Пропорция

2:3

ДГР номеры

662

Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2000 йылдың 16 июнендә 23-12 номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 067 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 662 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторҙары — «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ-нең медицина-санитар часы (МСЧ) табиптары А. В. Лаврухин һәм Р. Т. Файезов[1].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған зәңгәр төҫтәге тура мөйөшлө яҫылыҡ, ул күк, һары һәм йәшел төҫтәрҙә Салауат ҡалаһы гербы композицияһын ҡабатлай[1].

Символиканы нигеҙләү үҙгәртергә

Флаг символдар һәм аллегориялар аша ҡаланың тарихи, мәҙәни һәм географик үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.

Йәшел ерлектә ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән — дуҫлыҡ символы, уның ете таж япрағы Башҡортостан халҡының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә. Ете ырыуҙың береһе булған Юрматы ырыуы территорияһында Салауат ҡалаһы урынлашҡан.

Аҡ ерлектә шартлы-графика рәүешендә нефть химияһы производствоһын кәүҙәләндергән күк төҫтәге һауыт һүрәте төшөрөлгән — ҡала үҙенең барлыҡҡа килеүе, үҫеше, күп кенә ҡаҙаныштары менән уға бурыслы. Нефть химияһы производствоһыилдә иң эреләрҙән һанала һәм ҡала иҡтисадында мөһим роль уйнай.

Флагтың уртаһында һыбайлы һәм ыласын урынлаштырылған, улар азатлыҡҡа ынтылышты һәм ҡалаға исем биргән башҡорт халҡының милли батыры — Салауат Юлаев образын кәүҙәләндерә[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Салават. стр. 33-34