Саламин янындағы һуғыш

Саламин һуғышы — б. э. т. 480 йылдың 28 сентябрендә Грек-фарсы һуғышы барышында грек һәм фарсы флоты араһында Афинанан алыҫ булмаған Эгей диңгеҙенең Сароникос ҡултығында (Саронико́с) Саламин утрауҙары янында булған диңгеҙ һуғышы.

Саламинское сражение
Төп конфликт: Грек-фарсы һуғышы
Вид места сражения из космоса
Вид места сражения из космоса
Дата

28 сентября 480 до н. э.

Урыны

Эгей диңгеҙеендә Саламин утрауы

Нәтижә

гректарҙың еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Боронғо Греция

Персидская империя

Командирҙар

Фемистокл (Афины)
Еврибиад (Спарта)

Ксеркс I

Ҡаршы тороусы көстәр

300—400 корабль

500—800[1][2] (1000—1207 кораблей[3][4][5][6])

Юғалтыуҙар

40 корабль[7]

200 кораблей[7]

 Саламин янындағы һуғыш Викимилектә

Алыш алдынан һуғыштың артабанғы барышына ныҡ йоғонто яһарлыҡ бер нисә ваҡиға булған. Фарсы ғәскәрҙәре Афина ҡалаһын биләй һәм емерә. Ҡала халҡы алдараҡ яҡындағы Саламин утрауына эвакуацияланған. Утрау менн материк араһындағы тар боғаҙҙарҙа бөтә грек союз флоты (Эсхилға ярашлы — 311 карап, Геродот буйынса — яҡынса 380) тупланған була [8][9]. Эллиндар араһында етди килешмәүсәнлек барлыҡҡа килгән. Хәрби начальниктарҙың күпселеге Саламиндан китергә һәм көстәрҙе Коринф муйынын һаҡлауға йүнәлтергә тигән тәҡдим яһаған. Афина стратегы Фемистокл фәҡәт тар боғаҙ шарттарында ғына гректарҙың суднолар һаны буйынса ла, моряктарҙың әҙерлек сифаты яғынан да өҫтөн торған фарсы флотын еңеү мөмкин булыуын аңлатҡан [10][11]. Башҡа ғәскәр башлыҡтарының ҡарарына тәьҫир итә алмауын белгәнлектән, Фемистокл хәйләле юл һайлаған. Фарсы батшаһы Ксеркс I-гә ышаныслы атсабары аша гректарҙың ҡасырға йыйынғанын һәм, әгәр батша грек флотын юҡ итергә теләһә, уға шунда уҡ һуғыш башларға кәрәклеген еткерергә бойороҡ бирә.

Гректар өсөн тәүәккәл диңгеҙ еңеүенең берҙән-бер мөмкинлеге — дошман һаны тигеҙләнгән һәм тар арауыҡта алыш[12]. Материк менән Саламин араһындағы боғаҙҙарға ингәс, фарсылар үҙҙәрен өҫтөнлөктән мәхрүм иткән[13]. Саламин янындағы һуғыш башланыуы улар өсөн хәл иткес стратегик хатаға әүерелгән, ул һуғыш һөҙөмтәһен һәм һуғыштың артабанғы барышын билдәләй[14].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Геродоттың «Истории» тигән китабының VIII китабы Саламин эргәһендәге диңгеҙ һуғышын тасуирлаған бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән төп сығанаҡ булып тора. Китаптағы ваҡиғаны фарсы батшаһы Артаксеркс II һарайында йәшәгән Книдтан Ктесий «Персидская история» («Фарсы тарихы») әҫәрендә тасуирлаған[15]. Боронғо грек драматургы һәм Саламин һуғышында ҡатнашыусы Эсхилдың «Персы» трагедияһы ла тарихи ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда Саламин янындағы һуғыштың туранан-тура шаһиты фарсы флотының һәләк булыуы айҡанлы барлыҡҡа килгән тойғоларын тасуирлай[16].

Саламин янындағы һуғышҡа һәм грек-фарсы һуғыштарының башҡа ваҡиғаларына һуңыраҡ йәшәгән антик тарихсылар Диодор[17], Плутарх һәм Корнелий Непот етди иғтибар бүлә[18].

Тәүтарихы үҙгәртергә

Афина һәм Эретрияның грек дәүләттәре б. э. т. 499—494 йылдарҙа Фарсы батшаһы Дарий I-нең хакимлығына ҡаршы барған уңышһыҙ ихтилалда Ионияның туғандаш грек полистарына ярҙам иткән. Әһәмәниҙәр империяһы был осорҙа ярайһы йәш булған. Уны йыш ҡына буйһонған халыҡтарҙың ихтилалдары тетрәндергән[19]. Баш күтәреүселәр афиндар менән берлектә мөһим империя ҡалаһын һәм сатрапияның баш ҡалаһы Сарданы яулап ала һәм яндыра. Дарий ҙенә буйһонмаған ихтилалда ҡатнашҡан гректарҙан үҙенән дә үс алырға теләгән[20].

Шулай уҡ Дарий тарҡау боронғо грек ҡалаларын яулап алыу мөмкинлеген күргән[20]. Б. э. т. 492 йылда фарсы хәрби башлығы Мардонияның хәрби экспедицияһы ваҡытында Фракия яулап алына, Македония фарсы батшаһының хакимлығын таный[21]. Шулай итеп, фарсылар үҙҙәренең ҡоро ер ғәскәренә Боронғо Греция биләмәһенә үтеүҙе тәьмин итте. Б. э. т. 491 йылда Дарий, уларҙың фарсыларға буйһоноуы һәм власын таныуын аңлатҡан «ер һәм һыу» талап итеп, бөтә бойондороҡһоҙ грек ҡалаларына үҙенең илселәрен ебәргән[22]. Әһәмәниҙәр дәүләтенең көсөн һәм хәрби ҡеүәтен аңлап, Спарта менән Афинанан тыш, боронғо Элладаның бөтә ҡалалары кәмһетеүле талаптарҙы ҡабул иткән. Афинала илселәр судҡа тоғро булған һәм язалап үлтерелгән. Спартаға барып, ер-һыу алырға тәҡдим иткән фарсыларҙы ҡоҙоҡҡа ташлағандар[22][23].

Б. э. т. 490 йылда Афинаны яулар өсөн Датис һәм Артаферн етәкселегендәге фарсы флоты ебәрелгән булған. Афинаға барғанда Эретрия буйһона һәм емерелә[24]. Ғәскәр Аттика территорияһына килеп төшә, әммә Марафон эргәһендәге һуғышта афиналылар һәм платейҙар тарафынан ҡыйратыла[25]. Был уңышһыҙ экспедициянан һуң Дарий бөтә Грецияны яулар өсөн ҙур ғәскәр туплай башлаған. Уның пландарына Мысырҙағы ихтилал ҡамасаулай[22] б. э. т. 486 йылда Дарий вафат була. Тәхетте уның улы Ксеркс биләй. Мысыр ихтилалын баҫтырып, Ксеркс Грецияға походҡа әҙерләнеүен дауам итә[26].

Афинала власҡа Фемистокл килгән. Марафон һуғышы һәм Ксеркстың һөжүме араһындағы арауыҡты антиковед Суриков «Фемистокл дәүере» тип атай[27]. Фарсылар Элладаны яулар өсөн ғәскәр йыйғанда, Афина сәйәсмәне ҡеүәтле флот барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ иткән[28]. Афиналыларҙың Лавриондағы көмөш рудниктарҙан алынған килемде үҙ-ара бүлешеү йолаһы булған[29]. Был рудниктарҙың хужаһы дәүләт булған. Тирандар ҡолағандан һуң дәүләт милке барлыҡ граждандарҙың милке тип һанала башлай. Әгәр бөтә дәүләт ихтыяждары ҡапланғандан һуң кассаларҙа ярайһы ҙур суммалар ҡалһа, был артып ҡалған сумма афинлылар араһында бүленгән[30]. Фемистокл йыйылған аҡсаны караптар төҙөүгә йүнәлтергә тәҡдим итте. Тәҡдим аныҡ ҡына ҡабул ителмәне. Уны ҡабул иткәндә, һәр афиналы дәүләт биргән ҙур булмаһа ла, кәрәкле аҡсалата пособиеһынан мәхрүм ҡалған[31]. Фарсылар менән һуғыш алып барыу өсөн караптар әҙерләгәндә, Фемистокл афинлыларҙың уның менән риза булмауын аңлаған, сөнки Марафон эргәһендә еңелгән ҡырағайҙарҙы етди ҡурҡыныс тип һанамай. Шуға күрә ул граждандаштарын, яңы караптар һәм ҡеүәтле флот Афинаға ҡаршы өҙлөкһөҙ һуғыш алып барған Эгина утрауына ҡаршы һуғышыр өсөн кәрәк, тип ышандыра[32][33][34]. Тап ошо сәйәсәт һөҙөмтәлә Ксеркс армияһының емерелеүенә килтергән. Б. э. т. 481 йылда Ксеркс батша яулап алған илдәрҙән ҙур өлкәләр яһаған. Ксеркс илселәрҙе, Афины һәм Спартанан башҡа, «ер һәм һыу» талабы менән, күпселек грек ҡала-дәүләттәренә ебәрә[35]. Б. э. т. 481 йылдың көҙө аҙағында Коринфта дөйөм грек йыйылышы үткәрелгән. Дөйөм ҡурҡыныс алдында уларҙың союзы төҙөлә һәм үҙ-ара һуғыштар туҡтатыла[36]. Ярҙам һорап, Греция колонияларына илселәр ебәрелгән. Дөйөм грек конгресы ҡарарҙарын техник яҡтан үтәү боронғо гректарҙың тарҡаулығына, улар араһындағы дошманлыҡҡа һәм үҙ-ара һуғыштарға бәйле ауырғараҡ төшә[37].

 
Әһәмәниҙәр дәүләте картаһы

Б. э. т. 480 йылда Ксеркс ғәскәре Азиянан Европаға сыға башлай. Ксеркстың ҡоро ер ғәскәренән тыш, дәүләтенә ингән яр буйы һәм утрау халыҡтары менән йыһазландырылған ҡеүәтле флоты булған[38].

Б. э. т. 480 й. яҙы һәм йәйе дауамында фарсы армияһының Эгей диңгеҙе яры буйлап походы дауам итә. Спартан батшаһы Леонид I етәкселегендә грек отрядының Фарсы ғәскәренә Фермопил тарлауығына юлды кәртәләргә тырышыуы уңышһыҙлыҡ менән тамамланды. Фарсылар үҙәк Грецияға баҫып инә. Фарсы караптарын Артемисия мороно янында ҡаршы алған грек флоты көньяҡҡа сигенергә һәм Аттиканың көнбайыш ярына килеп баҫырға мәжбүр булған.

Артемисий эргәһендәге һуғышта эллиндарға уңайлы һауа шарттары, Фемистоклдың хәрби хәйләләре һәм тар боғаҙҙар арҡаһында дошман флотын бер нисә көнгә тотҡарлап булған. Союздаштар фарсыларҙы юҡ итмәй һәм уларҙың артабан Афинаға барыуына юл ҡуймай[39]. Ксеркс флоты бөтә грек флотын ҡыйрата алмай[40]. Алыштың был осрағы бер яҡты ла ҡәнәғәтләндерә алмаған.

Шул уҡ ваҡытта, һуғыштың артабанғы барышы контексында, дошман караптары менән диңгеҙ һуғышының тәүге тәжрибәһе гректар өсөн үтә мөһим һәм кәрәк ине. Эллиндар, һан яғынан өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, дошманға ҡаршы тора алыуына инанған[39]. Моряктарҙың күбеһе өсөн был беренсе алыш булды. Грек хәрби начальниктары дошман флотының көсһөҙ һәм көслө яҡтарын өйрәнә алған[41]. Алынған тәжрибә уларға Саламин янындағы хәл иткес алышта кәрәк була[42].

Алыш алдынан үҙгәртергә

Афинаны эвакуациялау. Фемистокл декреттары үҙгәртергә

Гректар Фермопилда еңелгәндән һуң, фарсыларға Афинаға һәм Пелопоннесҡа юл асыла[43]. Пелопонесс ҡалалары яугирҙары ашығыс рәүештә Коринф муйынында йыйылып, уны нығыта башлаған[44]. Артемисиянан союздаш караптар Саламин утрауына йөҙөп киткән. Фемистоклдың планы өлгөрә, һәм ул һөҙөмтәлә гректарҙың фарсыларҙы еңеүен тәьмин итә. Уны тормошҡа ашырыр өсөн, уға үҙенең бөтә хәйләһен һәм ораторлыҡ һәләтен күрһәтергә тура килгән.

Фарсыларҙың Аттика биләмәһенә инеүенән әҙ генә алдараҡ афиналылар илселәрен, артабанғы ваҡиғалар тураһында һорашыу маҡсатында, Дельфаға оракулға (күрәҙәсе) ебәргән. Крәҙәлек күңелһеҙ булған һәм тар-мар ителеүҙе вәғәҙә иткән[45]. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, илселәрҙең кәйефе ҡырылған. Улар «алланың яҡлауын үтенеп» мөрәжәғәт итеүселәр сифатында оракулға ҡабат бара. Пифияның киләһе күрәҙәлеге әллә ни яҡшыраҡ булмай. Әммә күрәҙәсе һүҙҙәре һуңынан Фемистокл афиналыларҙы Афина эргәһендә урынлашҡан Саламин утрауына күсергә күндерер өсөн уңышлы файҙаланған [45]:

  Ағас стеналар ғына Зевес Триптогенееға
үҙең һәм киләсәк быуыныңды ҡотҡарыуҙа еңелеүһеҙ тороу мөмкинлеген бирә.
 
  Хоҙай Утрауы, Саламин, үҙ ҡатындарыңдың улдарын харап итәһең.  

Фемистокл халыҡ йыйылышында афиналыларҙы, «ағас стеналар» — афин караптары, тип ышандыра алған[46], ә «улдарының һәләк булыуы» фарсыларға ҡағыла, сөнки, юғиһә, оракул «илаһи» тип түгел, ә «бәхетһеҙ Саламин» тип әйтер ине. 1960 йылда Фемистоклдың декреттары яҙылған табличка табыла һәм баҫыла. Уның йөкмәткеһе антик классиктарҙың яҙмалары менән күбеһенсә тап килә. Унда бөтә ир-егеттәрҙе мобилизациялау, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡарттарҙы һәм балаларҙы Саламин һәм Трезен утрауына эвакуациялау, Афинанан ҡыуылған граждандарҙы дөйөм көрәшкә ҡайтарыу тураһында әйтелә[47][48].

Дөйөм буталсыҡлыҡ ваҡытында ғибәҙәтхананан изге йылан да, ҡиммәтле Афина эгидаһы ла юғалған. Фемистокл был ваҡиғаларҙы ла үҙ пландарын тормошҡа ашырыуҙа файҙаланған. Уның юғалыуын алиһәнең, ҡаланан сығып, афиналыларға диңгеҙгә сығыу юлын күрһәтеүе менән аңлата[49]. Ошо затлы әйберҙе эҙләү һылтауы менән Фемистокл граждандарҙың әйберҙәрен темтергә һәм ҡаланан ҡасҡан кешеләрҙең аҡсаһын тартып алырға бойороҡ биргән. Был средстволар йәмәғәт ҡулланыуына күскән, һәм улар шуның эсенән карап экипаждарына эш хаҡы түләгән[50].

Грек лагеры үҙгәртергә

Плутарх гректарҙың һуғышҡа тиклем бер нисә көн ҡалғас икеләнеүен бик ентекләп тасуирлай. Флоттың баш начальнигы итеп спартанлы Еврибиад тәғәйенләнә. Ул пелопоннестарҙың ҡоро ер ғәскәре урынлашҡан Коринф муйынына йөҙөргә теләгән. Фемистокл тар боғаҙҙар Ксеркс флотының һан яғынан өҫтөнлөгөн кәметеүен аңлаған. Шуға күрә ул Еврибиад фекеренә ҡаршы сыҡҡан. Уларҙың бәхәсләшеүе ваҡытында һуңынан ҡанатлыға әйләнгән фразалар әйтелде[51][52]:

Еврибиад уға былай тигән: «Фемистокл, ярыштарҙа ваҡытынан алда ҡасҡан кешене туҡмайҙар». — "Эйе, — тине Фемистокл, — әммә артта ҡалғандарҙы ла венок менән ҡотламайҙар. Еврибиад, унға һуғыр өсөн, таяғын күтәрҙе, ә Фемистокл: «Һуҡ, әммә тыңла», — тине. Фемистокл үҙенең элекке тәҡдимен ҡабатлай башлай, әммә кемдер, үҙ ҡалаһы булмаған кешегә ҡалалары булғандарҙы Ватанын яҙмыш ҡосағына ташларға күндерергә ярамай, тип әйтә. Шунан Фемистокл уға: «Ҡәбәхәт! Әлбиттә, беҙ, йәнһеҙ әйберҙәр арҡаһында ҡол булырға теләмәйенсә, өйҙәребеҙҙе һәм диуарҙарыбыҙҙы ҡалдырҙыҡ, ә беҙҙең ҡалабыҙ бар, Элладалағы бөтә ҡалаларҙан да ҙур ҡалабыҙ бар, — ике йөҙ триер, һәм әгәр ҡотолоуығыҙҙы эҙләһәгеҙ, һеҙгә ярҙам итер өсөн, бында торабыҙ. Әгәр икенсе тапҡыр китһәгеҙ һәм беҙгә хыянат итһәгеҙ, эллиндарҙан ҡайһылыр афиналылар ирекле ҡалаға ла, юғалтҡан ерҙәренән кәм түгел, ергә эйә булғанын белерҙәр».

Фемистокл үҙенең дәлилдәре менән союз флотының китеүен бер нисә көнгә кисектерә алды. Әммә, дошман флоты Фалер гаванына килеп етеүгә һәм яр буйында күп һанлы фарсы ғәскәре барлыҡҡа килеүгә гректар ҡасырға булған. Эллиндарҙың урындың һәм тар боғаҙҙарҙың файҙаһын ҡулдан ысҡындырыу мөмкинлегенән ҡәнәғәт булмаған Фемистокл донъя тарихы өсөн бығаса булмаған хәйлә тәүәккәләй. Ул, милләте буйынса фарсы булған ышаныслы бер хеҙмәтсене, Сикиннды, Ксерксҡа хәбәр еткерергә ебәргән</ref>:

  Афинаның хәрби начальнигы Фемистокл батша яғына сыға, беренсе булып уны, эллиндар ҡасырға йыйына, тип ышандыра һәм һәм уларға ҡасмаҫҡа, ә ҡоро ер ғәскәре булмағанлыҡтан сәбәләнеүҙәренән файҙаланып, диңгеҙ көстәрен юҡ итергә кәңәш итә.  

Ксеркс лагеры. Һуғышҡа тиклем бер көн алда үҙгәртергә

Ксеркс хәрби совет саҡырырға һәм Грецияны артабан яулап алыу пландарын тикшерергә ҡушҡан. Башлыҡтарҙың күбеһе гректар менән Саламин янындағы тар боғаҙҙарҙа һуғышырға кәңәш бирә[53]. Фарсы ғәскәрен оҙатып йөрөүсе батшабикә Артемисия I ғына һуғыштан баш тартырға кәңәш итә. Геродотҡа ярашлы, уның килтергән дәлилдәре Фемистокл һүҙҙәре менән бик оҡшаш булған. Ул Ксерксҡа, уның фекеренсә, грек флоты оҙаҡ ваҡыт ҡаршы тора алмаясаҡ һәм эллиндар тиҙҙән үҙҙәренең ҡалалары буйлап тараласаҡ, тип хәбәр итеүен һораған. Пелопоннес һәм Коринф муйынына үтеп инеү фарсылар армияһына бер һүҙһеҙ еңеү алып киләсәк[54]:

… караптарыңды ҡыҙған һәм һуғышҡа инмә. […] Ни өсөн һиңә бөтөнләй ҡурҡыныс һуғышҡа инергә? Афина һинең ҡул аҫтында түгелме ни, походҡа ла шуның өсөн сыҡтың бит? Һин башҡа Элладаның да хакимы түгелме ни? Һинең юлыңда бер кем дә тормай. Һиңә ҡаршы баш күтәреүселәр тейешле язаһын алды. Дошмандар менән эштең аҙағы ни менән бөтөрөн һиңә ысынлап та аңлатырға теләйем. Әгәр ҙә тиҙ генә диңгеҙ һуғышын башламаһаң, ә караптар менән якорҙа Аттикала ҡалһаң йә Пелопоннесҡа юл тотһаң, Пелопоннес кешеләре бында флот менән ҡалмаҫ; улар диңгеҙҙә Афина ере өсөн һуғышырға ла уйламаясаҡ. Киреһенсә, әгәр хәҙер һуғышырға ашҡынһаң, һинең флотыңдың юҡҡа сығыуы ҡоро ер ғәскәренең дә һәләк булыуына килтерер, тип хәүефләнәм.

Ксеркс, күпселек хәрби етәкселәрҙең фекеренә эйәреп, эллиндарға һуғыш ойошторорға ҡарар итә.

Эллиндарҙың ғәскәр башлыҡтары ҡыҙыу бәхәстәрен дауам иткән арала, вәхшиҙәр уларҙы уратып ала башлаған[54]. Эгина менән бәхәсләшеү ваҡытында элек Афинанан ҡыуылған Аристид, фарсы ҡарауыл караптарын эҙәрлекләүҙән саҡ ҡасып, килеп еткән[55]. Фемистокл менән низағтарын ситкә ҡуйып, ул уның етәкселегендә хеҙмәт итергә әҙер булыуын белдергән. Гректар үҙҙәрен уратып алғандарын аңлағас, һуғышҡа әҙерләнеүҙән башҡа бер ни ҙә ҡалмай[56].

Гоплиттар отряды башында Аристид боғаҙҙа урынлашҡан, артабанғы һуғышта мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булған, бәләкәй Пситталея утрауына йүнәлтелә. Уны фарсы гарнизонынан таҙартҡандан һуң утрау гректар плацдармына әүерелә. Һуғыш барышында грек отряды батып барған караптарҙан ҡотҡарылған ҡырағайҙарҙы (варвары) юҡ итә йәки әсирлеккә ала[57].

Яҡтарҙың көстәре үҙгәртергә

Грек флоты үҙгәртергә

 
Грек триремаһының ағас моделе

Төрлө антик сығанаҡтарҙа союз грек флоты караптарының дөйөм иҫәбе һиҙелерлек айырыла. Был ваҡиғанан һуң 100 йыл үткәс йәшәгән Платондың уҡыусыһы Гиперид иң аҙ һанды — 220 трирем — атай.[58]. 700 караптың (шуларҙың 110-ы — афиналыларҙыҡы) күпселеге боронғо грек тарихсыһы Ктесийҙың "Фарсы тарихы"нда осрай. Ул оҙаҡ ваҡыт Әһәмәниҙәр дәүләтендә йәшәгән һәм фарсы архив документтарын файҙаланған[4].

Яуҙа ҡатнашҡан Эсхил «Персы» трагедияһында 310 карап хаҡында яҙа[8]. Геродоттың "Тарих"ында эллин флоты составы ентекле һүрәтләнә. Улар араһында фарсылар менән һуғышҡа ингән ҡала караптары ла, шулай уҡ фарсылар контроле аҫтындағы утрауҙарҙан Ксерксҡа ярҙамға ебәрелгән, әммә гректар яғына күскән триремалар ҙа бар ине[9]. Былар иҫәбенә Аристидтың һуғышҡа бер көн ҡалғас гректарға алып барған карабы йәки караптары инмәй. В это число не входит корабль или корабли, с которыми Аристид прибыл к грекам за день до битвы[59].

Полис Караптар һаны Сығанаҡ
Афиналылар 180 [60]
Коринфлылар 40 [61][62]
Эгиналылар 30 [9]
Мегаралар 20 [62][63]
Халкидтар 20 [9]
Спарталылар 16 [61]
Сикиондар 15 [61]
Эпидаврҙар 10 [61]
Эретрийлылар 7 [9]
Ампракиоттар 7 [63]
Кеослылар 4 [9][62]
Наксостар 4 [9]
Гермионлылар 3 [61]
Лефкастар 3 [63]
Стирейҙар 2 [9][62]
Кифниялылар 2 [9]
Мелостар 2 [9][62]
Серифостар 1 [9][62]
Сифностар 1 [64]
Кротондар 1 [65]
Всего 373[66]

Ксеркс флоты үҙгәртергә

Саламин янындағы һуғышта ҡатнашҡан Ксеркс флотындағы караптар һаны ла айырыла. Геродот поход башында Әһәмәниҙәр империяһы флоты 1207 триерҙан[6] («12 йөҙҙән ашыу карап»ҡа оҡшаш һанды Диодор Сицилийский килтерә) тороуы хаҡында яҙа. Караптарҙың бер өлөшө — Магнессия янындағы дауылда, 200-ө Эвбейҙың көнсығыш ярында һәләк була; шулай уҡ Артемиссия эргәһендәге һуғышта гректар 30-ҙан ашыу кораблде баҫып ала[5]). Караптарҙың бер өлөшө Магнессия янындағы дауылда һәләк була[67], 200-ө — Эвбейҙың көнсығыш ярында[68][69]; шулай уҡ Артемиссия эргәһендәге һуғышта гректар 30-ҙан ашыу карапты баҫып ала[70].

Ктесий 1000-дән ашыу караплы флот хаҡында[4], ә һуғышта ҡатнашҡан Эсхил 1207 карап тураһында яҙа, шуларҙың 207-һе «айырыуса тиҙ йөрөшлө» карап тураһында яҙа[3]. Хәҙерге тикшеренеүселәр диңгеҙ һуғышында ҡатнашҡан Ксеркс флотында 500—800 карап булған тип баһалай[2][71]. Ысынбарлыҡтағы һанына ҡарамаҫтан, фарсылар һан яғынан өҫтөнлөккә эйә булған.

Грек һәм фарсы флоттарын сағыштырыу үҙгәртергә

Фарсыларҙың бер үк ваҡытта Саламин боғаҙҙарын ҡамарлыҡ һәм ҡоро ер десантын Пелопоннесҡа төшөрөрлөк байтаҡ караптары булған[14]. Әммә улар хәл иткес көрәшкә әҙерләнгән, һәм, улар уйлауынса, был һуғыш грек флотын тулыһынса юҡ итергә тейеш булған[41].

Ксеркс флоты һан яғынан өҫтөнлөклө булыуҙан тыш, тәжрибәлерәк моряктарҙан да торған. Фарсы флоты составына боронғо донъяның иң тәжрибәле финикий моряктары караптары индерелгән[11]. Финикий караптарынан айырмалы рәүештә, афиналыларҙың караптары яңыраҡ, б. э. т. 490—480 йылдар араһында, төҙөлә. Шуға ярашлы, грек суднолары экипаждарының тейешле тәжрибәһе һәм әҙерлеге булмай[10]. Ул осорҙағы диңгеҙ алыштарында судноның морононда урынлашҡан таран менән дошман судноһын емереү алымы ҡулланылған. Судноның һаҡланмаған ҡабырғаһы ватылыу капитандан һәм ишкәкселәрҙән тейешле күнекмәләр талап иткән[72].

Саламин янындағы грек караптары ауырыраҡ һәм дошман караптары менән сағыштырғанда аҙ манёврлы булған тип билдәләй Геродот[73]. Хәҙерге тикшеренеүселәр быны бер нисә фактор: триремала кәм тигәндә 20 ауыр ҡораллы гоплиттың (2 тоннанан да кәм булмаған) булыуы, шулай уҡ конструкциялағы айырмалар менән аңлата. Грек флотының аҙ манёврлылығы асыҡ диңгеҙҙә фарсылар өсөн отошло булыр ине. Ә тар боғаҙҙар шарттарында эллин триремаларының ауырыраҡ булыуы уларҙы тотороҡлораҡ, шулай уҡ төйгөскә (таран) бирешмәүсәнерәк итә[74].

Хәҙерге тарихсылар һуғыш башланыр алдынан Фемистокл әйткән дәлилдәр менән килешә. Асыҡ диңгеҙҙә фарсылар суднолар һаны, шулай уҡ экипаждың хәрби хәрәкәттәргә әҙерлеге буйынса ла ҙур өҫтөнлөккә эйә булған[13]. Гректар өсөн хәл иткес диңгеҙ еңеүенең берҙән-бер мөмкинлеге — дошман һаны күплеге һәм гректарҙың мөмкинлеге айырмаһын тигеҙләгән тар арауыҡта алыш булған[12]. Материк менән Саламин араһындағы боғаҙға инеү фарсыларҙы өҫтөнлөктән мәхрүм иткән[13]. Саламин янындағы һуғыш башы фарсылар өсөн артабанғы һуғыш барышын билдәләүсе хәл иткес стратегик хатаға әйләнә[14].

Һуғыш үҙгәртергә

 
Алыш картаһы

Антик сығанаҡтарҙа Саламин янындағы һуғыш ентекле тасуирланмаған. Сөнки унда ҡатнашыусыларҙың береһе лә (Эгалео тауында тәхеттән һуғышты күҙәткән Ксеркстан башҡа) дөйөм буталсыҡлыҡ арҡаһында ваҡиғаларҙың ентекле барышын һүрәтләй алмаҫ ине[75].

Яҡтарҙың диспозицияһы үҙгәртергә

Геродотҡа ярашлы, союздаштар флотында афиналылар һул флангта, спартандар — уңда (Диодор уң флангты мегарҙарға һәм эгиндарға бирә), башҡа эллин караптары — уртала урынлашҡан[76][77]. Боғаҙҙарҙың тар булыуын иҫәпкә алып, союз караптары кәм тигәндә ике һыҙыҡта урынлашырға тейеш булған[78]. Фарсылар алдағы һуғышҡа бер көн ҡалғас боғаҙҙарҙан сығыуҙы бикләгән. Геродот төн уртаһында уҡ Мунихия боғаҙы менән Пситталей утрауы араһы ҡырағайҙар (варвар) караптары менән тулыуы хаҡында яҙа[79]. Фарсылар, һуғышты таң атҡас башларға планлаштырып, үҙ караптарын ҡултыҡҡа төндә үк индереүе ихтимал[80]. Эсхил буйынса, фарсы флоты өс һыҙатҡа теҙелгән[81]. Афиналыларға ҡаршы — финикийҙар, ә спартандар ҡаршыһына ионлылар караптары теҙелгән[76].

 
Алыштың альтернатив реконструкцияһы. Картала Диодорҙа телгә алынған һәм Геродотта тасуирланмаған Мысыр караптары манёвры күрһәтелгән. Греция флотының торошо уның Геродот һәм Плутархта билдәләнгән ялған сигенеүенә юл ҡуймаясаҡ

Диодор, Ксеркс һуғыш башланыр алдынан Саламин утрауы менән материк араһында ҡапма-ҡаршы боғаҙҙы бикләү маҡсатында Мысыр флотын ебәрҙе, тип яҙа[82]. Фарсыларҙың был манёвры гректарға хәл иткес алыш тағырға һәм бөтә союз флотын юҡ итергә, шулай уҡ боғаҙҙарҙа эллиндарҙы бикләп ҡуйырға теләүен белдереп, дөрөҫ күренгәндәй[83]. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Геродот, һуғыш һәм унан алдағы ваҡиғаларҙы тасуирлағанда, мысырҙар тураһында әйтмәй.

Бынан тыш, төндә Аристид отряды тар-мар иткән 400 фарсы яугире Пситталея утрауына килеп төшкән.

Алыш үҙгәртергә

Б. э. т. 480 йылдың 28 сентябрендә иртән фарсы флоты һөжүм башлай. Фемистоклдың ҡыҫҡа телмәренән һуң караптар диңгеҙгә сыға[84].

«Персы» трагедияһында һуғышта ҡатнашыусы Эсхил гректар уны йырлап алышҡа ингән пеан (гимн) һүҙҙәрен килтерә[85]:

  Алға, Эллада улдары!
Тыуған илегеҙҙе, ҡатындарығыҙҙы ҡотҡарығыҙ,
Балаларҙы, атай ҡорамдары илаһтарын,
Ата-баба ҡәберҙәрен: барыһы өсөн хәҙер алыш бара
 

Фарсы флоты тар боғаҙҙарға килеп ингәс, уның сафтары боҙолған[86][78]. Эллиндар алдыҡ сигенгән булып ҡыланғандар[87], шунан кире боролалар, дошмандың тағы ла боҙола төшкән сафтарына һөжүм итә. Алыштың артабанғы барышы схематик рәүештә бирелгән. Үҙенең «Персы» трагедияһында һуғышта ҡатнашыусы Эсхил да, Геродот та дөйөм буталсыҡлыҡ тураһында һөйләй. Атап әйткәндә, ул Артемисия I батшабикәһенең карабы менән киләһе эпизодты килтерә. Бер нисә Эллин судноһында араһында ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡалғас, экстраординар аҙымға барырға була. Ул капитанға фарсыларға союздаш карапҡа һөжүм итергә бойора. Аттика триеры начальнигы, Геродот яҙыуынса, йә Артемисия карабын эллин карабы тип ҡабул иткән, йә уның карабы ҡырағайҙарҙы (варвар) ташлап сыҡҡан һәм эллиндар яғына күскән, тип уйлаған һәм эҙәрлекләүҙе туҡтатҡан[88].

Союздаш караптар, фарсыларҙы юҡ итеп, уларҙы ҡасыуға йүнәлткән ваҡытта, эгиндар Сарон ҡултығына сығыу урынын биләгән һәм ҡасып китеүселәрҙе юҡ иткән[89]. Фарсылар емергес еңелә. Алыш барышында Ксеркстың ағаһы Ариабигн һәләк була[90]. Яуҙан һуң икенсе йылға, Геродотҡа ярашлы, фарсылар 1200 түгел, ә 300 карапҡа эйә булыуы юғалтыуҙар дәүмәле тураһында һөйләй[91]. Немец адмиралы Альфред Штенцелдең «История войн на море» («Диңгеҙҙә һуғыштар тарихы») хеҙмәтендә фарсылар — 200-гә яҡын, ә гректар 40 карап юғалтҡан[7].

Алыштан һуң үҙгәртергә

Геродот буйынса, Ксеркс, грек караптары Геллеспонтҡа йөҙөп китер һәм уның юлын тотҡарлар, тип ҡурҡҡан[92]. Плутарх буйынса, һуғыштан һуң грек ғәскәре башлыҡтары араһында кәңәшмә үткәрелгән. Фемистокл «Азияны Европала баҫып алыу өсөн» Геллеспонттағы күперҙәрҙе емерергә тәҡдим иткән[93]. Аристид уға ризалығын белдерә[94]:

Хәҙер беҙ ләззәткә тоғро ҡырағайҙар (варвар) менән һуғыштыҡ; әгәр беҙ уны Элладала бикләһәк һәм үҙ власыбыҙ аҫтында ошондай көсө булған кешене ҡурҡыу тойғоһо менән һуңғы сиккә еткерһәк, ул бүтәнсә алтын балдахин аҫтында ултырмаясаҡ һәм һуғышҡа тыныс ҡарамаясаҡ, ә хәүеф аҫтында ла һуңғы сиккә еткәнсе барлыҡ хәрәкәттәрҙә лә ҡатнашасаҡ, етешһеҙлектәрен төҙәтәсәк һәм ғөмүмән барыһын да ҡотҡарыу өсөн иң яҡшы саралар күрәсәк. Шуға күрә, Фемистокл, — тип өҫтәне ул, — беҙгә булған күперҙе емерергә кәрәкмәй, мөмкин булһа, икенсеһен төҙөп, уны Европанан тиҙерәк сығарып ташларға кәрәк.

Фемистокл Аристид менән ризалашҡан, һәм Ксерксты Грециянан тиҙерәк ҡыуып сығарыу өсөн сираттағы хәйлә ҡорған. Ул шымсы аша батшаға гректарҙың күперҙәрҙе емерергә йыйыныуы тураһында хәбәр ебәргән. Ксеркс ҡурҡышынан ашығыс сигенә башланы[94]. Ул исем өсөн ул Саламинға понтон күпер төҙөй башларға бойора[7], һәм уны гректар, бер ҙә ауырһынмай, шунда уҡ тиерлек емерә. Азиянан айырылыуҙан ҡурҡыу тойғоһонан тыш, хәҙерге тарихсылар батшаның кисекмәҫтән тыуған иленә ҡайтыуын талап иткән тағы бер сәбәпте билдәләй. Фарсы флотының ҙур еңелеүе тураһындағы хәбәр Фарсы дәүләтендә сыуалыш тыуҙырыу ихтималлығы тыуған[85]. Ил эсендә батша булмауы Әһәмәниҙәр империяһы яулаған халыҡтарҙың ҙур ихтилалға күтәрелеү ихтималлығы менән янаған.

Грек-фарсы һуғышының артабанғы барышы өсөн алыштың әһәмиәте үҙгәртергә

 
Ксеркс армияһының Грецияға походтары картаһы

Саламин янындағы һуғыш грек-фарсы һуғышында һынылыш осоро була[95]. Ксеркс һәм фарсы ғәскәренең бер өлөшө Греция территорияһынан ҡасҡандан һуң, Элладаны яулап алыу ҡурҡынысына юл ҡуймаған. Әһәмәниҙәр империяһы ғәскәренең дәрәжәһенә һәм әхлаҡи торошона (матди юғалтыуҙар тураһында әйтеп тораһы ла түгел) баҫым яһалған[96]. Әммә был еңеүҙән һуң да гректарҙы яулап алыу ҡурҡынысы ҡала[85]. Ксеркстың баш ғәскәр башлыҡтарының береһе Мардоний батшаны ҡоро ер ғәскәренең бер өлөшөн ҡалдырырға күндерә. Үҙҙәрен еңеүсе тип һанаған гректарҙың береһе лә фарсыларҙан ҡурҡып арҡаһында, караптарҙан ярға төшөп китә алмаясағына баҫым яһаған. Полководец шулай уҡ фарсыларҙың диңгеҙ көстәре менән түгел, ә ҡоро ер көсө менән көслө булыуы хаҡында иҫкәрткән[97]. Мардонийҙы Артемисия батшабикә лә хуплаған[98].

Платеялағы һәм Микалдағы һуғыштарҙа артабанғы еңеүҙәрҙән һуң гректар тулы масштаблы һөжүм итеүсе хәрби хәрәкәттәргә күсә ала[1]. Фарсы флотын тар-мар итеү уларға эллиндар йәшәгән Эгей диңгеҙе утрауҙарын һәм Кесе Азияның көнбайыш ярындағы полистарҙы азат итә башларға мөмкинлек бирә. Фемистокл булдырған ҡеүәтле флот Афинаға Беренсе афина диңгеҙ союзын (Делос союзын) ойошторорға мөмкинлек бирә[99], унда өҫтөнлөк итеүен б. э. т. 431 й. Пелопоннес һуғышы башланыуға тиклем үҫә барған байлығын һәм йоғонтоһон билдәләй.

Шул уҡ йылда (ә Геродот буйынса һәм шул уҡ көндө)[100]), Саламин янындағы һуғыш та, Гимер янындағы һуғышта бер яҡтан — Сиракуз менән Агридженто көнбайыш Греция колониялары, икенсе яҡтан карфагендар араһында бара. Ул Карфагендың Сицилияны һәм унда урынлашҡан эллин полистарын яулап алыуға юл ҡуймай.

Саламин янындағы һуғыш сәнғәттә үҙгәртергә

 
Каульбахтың «Саламин янындағы һуғыш» картинаһы
Фрагмент поэмы лорда Байрона «Дон Жуан»

На гребни саламинских скал
Владыка сумрачно глядел,
И корабли свои считал,
И войску строиться велел;
Но солнце село, день угас, —
И славы Ксеркса пробил час![101]

Һуғышта ҡатнашҡан Эсхил «Персы» трагедияһында Эсхил Саламин янындағы һуғышты ентекләп һүрәтләй.

Танылған немец рәссамы Вильгельм фон Каульбах 1868 йылда «Саламин янындағы һуғыш» картинаһын яҙа.

Саламин янындағы һуғышҡа һәм боронғо Греция полководецы Фемистоклға бер нисә тарихи роман, атап әйткәндә, Л. Воронкованың «Герой Саламина» әҫәре [102] һәм В. П. Поротниковтың «Фемистокл»ы арналған.

Саламин янындағы алыш (боҙоп күрһәтелһә лә) «300 спартанцев: Расцвет империи» нәфис фильмының финалы булып тора[103].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Lazenby, 1993, p. 247
  2. 2,0 2,1 Коннолли П. Греко-персидские войны: Битва при Саламине. сайт www.roman-glory.com (2008—2011). Дата обращения: 6 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  3. 3,0 3,1 Эсхил. Персы (340—344). сайт www.lib.ru. Дата обращения: 6 ғинуар 2012.
  4. 4,0 4,1 4,2 Ктесий. Photius' excerpt of Ctesias' Persica (2) [§30] (ингл.). сайт www.livius.org. Дата обращения: 6 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  5. 5,0 5,1 Диодор Сицилийский. Diodorus Siculus, Library 11.2.1 (ингл.). сайт www.perseus.tufts.edu. Дата обращения: 6 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  6. 6,0 6,1 Геродот VII. 89
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Штенцель Альфред. Глава II. Морское могущество Афин. Сражение при Саламине // История войн на море. В 2-х т = Петроград, — 1918 / A.Stenzel - H.Kirchoff, Seekriegsgeschichte in ihren wichtingsten Abschnitten mit Berucksichtigung der Seetaktik, sv. I-VI, Hannover, 1907.-1911. — Изографус, ЭКСМО-Пресс, 2002. — Т. 1. — С. 109—120. — 704 с. — 5000 экз. — ISBN 5-94661-036-8.
  8. 8,0 8,1 Эсхил. Персы (338—340). сайт www.lib.ru. Дата обращения: 6 ғинуар 2012.
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 Геродот VIII. 46
  10. 10,0 10,1 Holland, 2006, p. 222—224
  11. 11,0 11,1 Виппер Р. Ю. История древнего мира. — М.: Республика, 1993. — С. 40. — 511 с.
  12. 12,0 12,1 Holland, 2006, p. 302—203
  13. 13,0 13,1 13,2 Holland, 2006, p. 318
  14. 14,0 14,1 14,2 Lazenby, 1993, p. 248—253
  15. Ctesias of Cnidus. (ингл.). сайт www.livius.org. Дата обращения: 1 август 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 1 февраль архивланған.
  16. Головня В. В. Эсхил // История античного театра. — М.: Искусство, 1972. — С. 79.
  17. Diodorus of Sicily. (ингл.). сайт www.livius.org. Дата обращения: 1 август 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2011 йыл 29 декабрь архивланған.
  18. Корнелий Непот. Фемистокл. сайт ancientrome.ru. Дата обращения: 6 ғинуар 2012.
  19. Holland, 2006, p. 47—55, 203
  20. 20,0 20,1 Holland, 2006, p. 171—178
  21. Геродот. VII. 44—45
  22. 22,0 22,1 22,2 Holland, 2006, p. 178—179
  23. Геродот. VII. 133
  24. Геродот. VI. 101
  25. Геродот. VI. 113
  26. Holland, 2006, p. 206—211
  27. Суриков Аристид, 2008, p. 97—98
  28. Holland, 2006, p. 217—219
  29. Ставнюк, 1988, с. 19
  30. Курциус Э. История Древней Греции. — Мн.: Харвест, 2002. — Т. 2. — С. 237—238. — 416 с. — 3000 экз. — ISBN 985-13-1119-7.
  31. Holland, 2006, p. 219—222
  32. Плутарх. Фемистокл IV
  33. Курциус, 2002, p. 238
  34. Суриков, 2008, p. 165
  35. Геродот. VII. 32
  36. Геродот. VII. 145
  37. Holland, 2006, p. 217—223
  38. Геродот. VII. 89—95
  39. 39,0 39,1 Holland, 2006, p. 276—281
  40. Holland, 2006, p. 294—295
  41. 41,0 41,1 Holland, 2006, p. 303
  42. Holland, 2006, p. 317
  43. Геродот. История VIII. 50
  44. Геродот. История VIII. 71
  45. 45,0 45,1 Геродот. История VII. 140
  46. Суриков И. Е. Фемистокл: Homo novus в кругу старой знати // Античная Греция : политики в контексте эпохи. — М.: Наука, 2008. — С. 167—168. — 383 с. — ISBN 978-5-02-036984-9.
  47. Лекция 8: Греко-персидские войны. // История Древнего Мира / Под редакцией И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой. — 2-е. — М.: Издательство «Наука», 1983. — Т. 2. Расцвет Древних обществ.
  48. Суриков, 2008, с. 168—170
  49. Курциус, 2002, p. 287
  50. Плутарх. Фемистокл X
  51. Плутарх. Фемистокл XI
  52. Серов, Владимир. Бей, но выслушай. Энциклопедический словарь крылатых слов и выражений. Дата обращения: 4 сентябрь 2011.
  53. Геродот. История VIII. 69
  54. 54,0 54,1 Геродот. История VIII. 68
  55. Геродот. История VIII. 81
  56. Геродот. История VIII. 83
  57. Суриков И. Е. Глава II. Аристид: политик вне группировок // Античная Греция: политики в контексте эпохи. — М.: Наука, 2008. — С. 122—123. — 383 с. — ISBN 978-5-02-036984-9.
  58. Felicia R. Lee. A Layered Look Reveals Ancient Greek Texts (ингл.). The New York Times (27 ноябрь 2008). Дата обращения: 6 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  59. Геродот VIII. 79
  60. Геродот VIII. 44
  61. 61,0 61,1 61,2 61,3 61,4 Геродот VIII. 43
  62. 62,0 62,1 62,2 62,3 62,4 62,5 Геродот VIII. 1
  63. 63,0 63,1 63,2 Геродот VIII. 45
  64. Геродот VIII. 48
  65. Геродот VIII. 47
  66. Хотя сам Геродот пишет о 378 судах
  67. Геродот VII. 188
  68. Геродот VIII. 7
  69. Геродот VIII. 13
  70. Геродот VIII. 11
  71. Lazenby J. F. The Defence of Greece 490–479 BCE. — Aris & Phillips Ltd, 1993. — P. 174. — ISBN 0-85668-591-7.
  72. Lazenby, 1993, p. 34—37
  73. Геродот. История VIII. 60
  74. Strauss, Barry. The Battle of Salamis: The Naval Encounter That Saved Greece—and Western Civilization. — New York: Simon and Schuster, 2004. — ISBN 0-7432-4450-8.
  75. Holland, 2006, p. 399
  76. 76,0 76,1 Геродот. История VIII. 85
  77. Диодор Сицилийский. Diodorus Siculus, Library (11.18.2) (ингл.). сайт www.perseus.tufts.edu. Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  78. 78,0 78,1 Lazenby, 1993, p. 187
  79. Геродот. История VIII. 76
  80. Lazenby, 1993, p. 174—180
  81. Эсхил. Персы (366). сайт www.lib.ru. Дата обращения: 6 ғинуар 2012.
  82. Диодор Сицилийский. Diodorus Siculus, Library (11.17.2) (ингл.). сайт www.perseus.tufts.edu. Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  83. Holland, 2006, p. 310—315
  84. Плутарх. Фемистокл XIII
  85. 85,0 85,1 85,2 Сергеев В. С. Глава IX. Греко-персидские войны // История Древней Греции. — М.: АСТ, 2008. — С. 319—322. — 926 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-052484-6.
  86. Диодор Сицилийский. Diodorus Siculus, Library (11.18.4) (ингл.). сайт www.perseus.tufts.edu. Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  87. Плутарх. Фемистокл 14
  88. Геродот. История VIII. 87
  89. Геродот. История VIII. 91
  90. Геродот. История VIII. 89
  91. Геродот. История VIII. 130
  92. Геродот. История VIII. 97
  93. Греко-Персидские войны. сайт war1960.narod.ru. Дата обращения: 30 октябрь 2011.
  94. 94,0 94,1 Плутарх. Фемистокл XVI
  95. Lazenby, 1993, p. 197
  96. Holland, 2006, p. 333—335
  97. Геродот. История VIII. 100
  98. Геродот. История VIII. 102
  99. Holland, 2006, p. 359—363
  100. Геродот. История VII. 166
  101. Лорд Байрон. Дон Жуан. Песнь третья 86. сайт www.lib.ru. Дата обращения: 7 ғинуар 2012.
  102. Воронкова Л. Ф. Герой Саламина. сайт lib.ru. Дата обращения: 30 октябрь 2011.
  103. 300 Follow-Up Gets Official Title It’s now the Rise Of An Empire | Movie News | Empire

Антик сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Ҡалып:Греко-персидские войны