Сабиров Инсаф Сабир улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Сабиров Инсаф Сабир улы (1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие тоҫҡаусыһы, сержант.

Сабиров Инсаф Сабир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1922[1]
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР[1]
Туймазы районы[1]
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Инсаф Сабир улы Сабиров 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Туймазы районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан алына[2]. 112-се кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында артиллерия батареяһының танкҡа ҡаршы 45 мм орудие тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 24 ноябрендә п дошмандың ике танкын һәм пехота менән ике автомашинаһын юҡ итә. Был ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә