Сабина Ddumba (23 февраль 1994 йыл, Стокгольм[2]) — швед йырсыһы. Музыкаһы Инжил рухы йоғонтоһона ҡоролған. 2015 йылда Сабина «Етенсе күк» йырында Кэти Перриның бэк-вокалсыһы була, Looptroop рокерҙар группаһы, Лоренца һәм Сакариас, Адам Kanyama дуэттары менән хеҙмәттәшлек итә. 2012 йылда Уорнер Мьюзик менән контракт төҙөй. 2014 йылда Ddumba «Бөтөн ғүмергә яра йөйө» тип аталған беренсе синглын (грампластикаһын), ә 2015 йылда «Көсөргәнешһеҙ» тип аталған икенсе синглын сығара. 2014 йылда ул швед телевидениеһында сығыш яһай һәм 2015 йылда Грэммис премияһына ҡатнаша. һәм 'Йылдың яңы кешеһе' номинацияһында еңеп сыға, ә 2016 йылда Алтын наградаға эйә була.

Сабина Думба
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 23 февраль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (30 йәш)
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Һөнәр төрө йырсы
Ҡатнашыусы Så mycket bättre, season 8[d] һәм Musikkalendern[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр поп-музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Warner Bros. Records[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 14 100 ± 99[1]
 Сабина Думба Викимилектә
Сабина Ddumba йыр конкурсында, 2016.

Биографияһы үҙгәртергә

Иртә тормошо үҙгәртергә

Сабина Ddumba 1994 йылдың 23 февралендә Фисксетрҙа тыуа, ул ғаиләлә һигеҙ баланың алтынсыһы була. Әсәһе сығышы менән Уганданан[3], ҡыҙға һигеҙ йәш булғанда, әсә Угандаға кире ҡайта. Сабина Уганданың йолаға ингән уйын-көлкө ваҡытындағы йырҙарын, көйҙәрен тыңлай, улар менән ҡыҙыҡһына һәм үҙгәртә. Ул ун йәшендә йыр яҙа башлай. 2008 йылда, ун дүрт йәшендә сиркәү хорына ҡушыла һәм төркөмдә алты йыл тирәһе йырлай. Тап ошо хор аша уның уның булмышы йыр икәнлеге асыҡлана. Атаһы һәм туғандары уның бүтән һөнәр эйәһе булыуын, мәҫәлән, табип булыуын теләйҙәр[9]

Музыкаль тәьҫирҙәре Сабина Думба бала сағында үҙе ишеткән Уганданың балалар өсөн шиғырҙарынан һәм йырҙарынан илһам ала. Ул шулай уҡ 1990-сы йылдарҙа Ритм һәм блюз, хип-хоптарҙы тыңлап үҫә. Йәкшәмбе һайын сиркәүҙә ишеткән йырҙар һәм ғаиләнең рухи, дини музыка яратыуы уның музыкаль стиленә йоғонто яһай. Инжил хоры ла уның музыкаль ижадына тәьҫир итә.

Музыкаль карьераһы үҙгәртергә

Ddumba 2012 йылда Х-Фактор Сверигела музыкаль проектта ҡатнаша. Шулай уҡ 2012 йылда Адам Kanyam менән «Алтын бала» трегында йырлай, Лоренц һәм Сакариас дуэты менән хеҙмәттәшлек итә. 2013 йылда ул Кэти Перриның «Һауанан йөрөү» йырында бэк-вокалды башҡара, ул Перриның «Призма» тип аталған альбомында сыға. Шул уҡ йылда ул хип-хоп рокерҙар төркөмөндә «Үлем диңгеҙе» йыры менән сығыш яһай. 2014 йылда үҙенең беренсе «Бөтә ғүмергә яра йөйө» тип аталған синглын сығара. Был сингл сыҡҡандан һуң ул 2015 йылда Уорнер Мьюзик менән контракт төҙөй. 2015 йылда ул «Көсөргәнешһеҙ» тип аталған икенсе синглын сығара, был сингл Швецияла ағалтын дискы тип сертификатлана, ул йыр Кармен авторҙашлығы менән яҙыла. Һуңғы «Бик йәш булмағандарҙың» синглы ике тапҡыр ағалтын тип сертификатлана. 2016 йылда Сабина швед Грэмми йыр конкурсында «Бик йәш булмағандарҙың» йырын башҡарып, йыл дебютында приз отоп, алтын наградаларға эйә була. 2016 йылдың көҙөндә ТВ-4 программаһында ҡатнаша, уны Уно Свннигссондың «Тулҡын» йырын яңыса интрепретациялауы өсөн маҡтайҙар.

Наградалары үҙгәртергә

2016 йылдың иң яҡшы йырсыһы була.[4].

2016 йылдың 16 ғинуарында, уның дебют йыл өсөн премияһын ала.

Дискографиялары үҙгәртергә

Альбом үҙгәртергә

  • 2016 — Дорога Домой

Синглдары үҙгәртергә

Йыл Исеме

[5]

2014 «Бөтә ғүмергә яра йөйө» -
2015 «Еңел» 57
«Бик йәш булмағандарҙың» 7
2016 «Ваҡыт» 91
2017 «Был дан өсөн эшләй» 44

Әҙәбиәт исемлеге үҙгәртергә

  • «Sabina Ddumba — Fisksätras svar på Mary J Blige». Dagens Nyheter. Läst 29 februari 2016.
  • Template error: argument title is required.
  • Template error: argument title is required.
  • «Sabina Ddumba». Radar Magazine. Läst 26 februari 2015.
  • Template error: argument title is required.
  • Larsson, Markus (28 oktober 2016). «Sabina Ddumba når inte full potential». aftonbladet.se. Läst 19 oktober 2017.
  • http://www.expressen.se/noje/sabina-ddumba-klar-for-tv-succen
  • Template error: argument title is required.
  • Elle-galan 2016
  • «Här är alla vinnare!». P3 Guld. Läst 1 mars 2016.
  • «Swedishcharts.com — Discography Sabina Ddumba». Hung Medien. Läst 29 februari 2016.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (unspecified title)
  2. «Sabina Ddumba — Fisksätras svar på Mary J Blige».
  3. Sabina Ddumba talar ut om mammans svek  (швед.), Göteborgs-Posten. 10 март 2018 тикшерелгән.
  4. Elle-galan 2016 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.
  5. «Swedishcharts.com — Discography Sabina Ddumba».

Тышҡы һылтанмалар үҙгәртергә