Сабатина Джеймс шулай уҡ Сабатини (1982 йылда тыуған; Дхадар, Пакистан) — Австрия - Пакистан яҙыусыһы. Уның әҫәрҙәре автобиографик нигеҙҙә һәм уның исламдан католицизм диненә күсүе тураһында тасуирлап яҙылған.

Сабатина Джеймс
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Австрия
Псевдоним Sabatina James[2]
Тыуған көнө 1982[3][4][5][…]
Тыуған урыны Дхадар[d], дивизион Насирабад[d], Белуджистан[d], Пакистан
Һөнәр төрө яҙыусы
Рәсми сайт sabatina-ev.de
 Сабатина Джеймс Викимилектә

Бала сағы үҙгәртергә

Сабатина Джеймс үҙенең ғаиләһе менән Дхадар (Пакистан) йәшәгән яшәгән, ун йәше тулғас Австрияға Линцк ҡалаһына күсеп киләләр. Австриялә Сабатина тиҙ интеграциялана һәм Австрия йәмғиәте ассимиляцияһына бирешә. Уның ата-әсәһе бының менән ҡәнәғәт булмай, сөнки улар Австрияны ваҡытлыса йәшәү урыны итеп ҡабул иткәләр. Ҡыҙҙарына ҡарата сикләүҙәр башҡа эшләмәгәнлектән, ғаилә Сабатинаны Лахорга ебәрергә мәжбүр булалар, ул унда ике туған энеһенә кейәүгә сығырға тейеш булған. Ата-әсәһе уны Пакистанда ҡалдыралар, ул унда мәҙрәсәгә йөрөргә тейеш булған. Джеймс башта Австрияға ҡайтыу өсөн туғаны менән никахлаша. Австрияға килгәс, ул уға кейәүгә сығырға баш тарта. Уның ғаиләһе уны үлтерергә янай башлай, шуға күрә ул касп, яңы исем алырга мәжбүр була.[6] Был хәл ғаилә менән айырылыуға килтерә.

Ҡысыу үҙгәртергә

Ул приютта ҡунып йөрөй һәм Линцтағы урындағы кафела эшләй һәм шуның өсөн иҫән ҡала. Ата-әсәһе уны бөтә ердә эҙәрлекләй, уны табалар һәм кейәүгә сығарға мәжбүр итәләр. Джеймска Венаға ҡасырға дуҫтары ярҙам иткә. Унда ул, исемен алыштыра һәм католик диненә күсеп яңы тормош башлай. Джеймс китаптарыда үҙ тәжрибәһе турында яҙа, бының өсөн уның ата-әсәһе яла яғыу тип судҡа бирә. Суд Джеймс файҙаҙына ҡарар сығара. 2003 йылда уның эске мөғәләмәһенә ышанған католик руханийының кескенә барокко сиркәүендә суҡына.[7]

Карьераһы үҙгәртергә

Джеймс ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡлтарын якҡлау буйынса "Terre des Femmes" ойошмаһының илсеһе була һәм католицизмды ҡабул итә. 2006 йылдан башлап уның ойошмаһы мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының тигеҙ хоҡуҡлылығы өсөн көрәшә.

Хезмәттәре үҙгәртергә

  • Сабатина Д. Исламдан христиан диненә — үлем хөкөмө, 2003 йыл.
  • Һин үҙ бәхетең өсөн үләсәкһең. Ике донья араһында тотолған, 2004 йыл.
  • Йәшле туй, 2006 ел.
  • Минең иман һәм азатлыҡ өсөн көрәш, 2010, ISBN 9781607477181.
  • Бары тик хәҡиҡәт кенә беҙҙе ирекле итә: минең ислам һәм христиан дине араһындағы тормошом, Паттлох 2011 елның 12 сентябрендә, ISBN 3629023088.

Тышкы һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #13369222 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #128726679 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Sabatina // Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Sabatina James // Babelio (фр.) — 2007.
  6. Why My Mother Wants Me Dead. The Daily Beast (5 май 2012). Дата обращения: 26 апрель 2013.
  7. Das Model Gottes (билдәһеҙ). Spiegel Online (17 декабрь 2011). Дата обращения: 26 апрель 2013.