Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы
(Рәшиҙә Мәһәҙиева битенән йүнәлтелде)
Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8 февраль 1965 йыл) — башҡорт журналисы, ғалим. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1999). Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2022).
Рәшиҙә Мәһәҙиева | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Һаҡмар ҡасабаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналист, ғалим |
Ижад йылдары: |
1988 |
Наградалары: |
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1999), Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004) |
Биографияһы
үҙгәртергә- Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева Баймаҡ районы Һаҡмар ауылында тыуған.
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.
- 1988 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире.
- 1990 йылдан алып «Йәшлек» гәзитенең бүлек мөдире, 1991 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары.
- 2001 йылдан «Аҙна» гәзитенең баш мөхәррире.
- 2006 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһы баш мөхәррире.
- Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторын етәксеһе.
- 2016 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире.
- 02.2017 йыл — Ватандаш журналының баш мөхәррире[1].
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы йәштәр матбуғаты тураһында мәҡәләләр, балалар өсөн «Аҡбай ҡалаға бармай» (2006) әкиәттәр китабы авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).
- Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2022)[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Резеда Ҡәҙиҡова. Журналистика тигән даръяны иңләп. «Өмөт» гәзите 2016 йыл 4 март архивланған.