Рәсәй Федерацияһының Һалым полицияһы федераль хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ һаҡлау органы

Рәсәй Федерацияһының Һалым полицияһы федераль хеҙмәте (Рәсәй ФСНП-һы) — Рәсәйҙең туранан-тура Президентҡа буйһонған хоҡуҡ һаҡлау органы, 19922003 йылдарҙа эшләй.

Рәсәй Федерацияһының Һалым полицияһы федераль хеҙмәте
Рәсәй ФСНП-һы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Барлыҡҡа килгән

18 март 1992 йыл

Таратылған (үҙгәртелгән)

30 июнь 2003 йыл

Юрисдикция

Рәсәй Федерацияһы Президенты

Штаб-фатир

Мәскәү, Рәсәй

Уртаса һаны

56 000 самаһы хеҙмәткәр

Бынан алдағы
хеҙмәт

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Һалым тикшеренеүҙәре баш идаралығы

Күсәгилешле
хеҙмәт

Федераль һалым хеҙмәте

Етәкселек

һуңғыһы — Сергей Веревкин-Рахальский (вазифа башҡарыусы)

Файл:Vympelfsnp.jpg
Вымпел ФСНП России

Тарихы үҙгәртергә

1992 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының  262-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт һалым хеҙмәтендә Һалым тикшеренеүҙәре баш идаралығы ойошторола. Штатында 12 мең кеше була.  Идаралыҡҡа етәксе итеп элекке СССР-ҙың КГБ генералы  В. Б. Ямпольский  тәғәйенләнә. 

1993 йылдың 20 майында  «Һалым полицияһының федераль органдары тураһында» Закон ҡабул ителә, уға ярашлы, Баш һалым тикшеренеүҙәре идаралығының хоҡуҡ вариҫы итеп Рәсәй Федерацияһы Һалым полицияһы департаменты ойошторола (Рәсәй Дәүләт комитеты хоҡуғы менән). Шул уҡ көндө Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы һалым полицияһы органдарында хеҙмәт тураһында положениены раҫлай. Рәсәй Федерацияһы Министрҙар Советының  1993 йыл 11 октябрь Ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Һалым полицияһы департаменты тураһында положение менән һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәренә махсус звание бирелә торған вазифалар исемлеге раҫлана. Һалым полицияһы федераль органдарының штат һаны билдәләнә: 1994 йылдың 1 ғинуарына — 21,5 мең берәмек; 1995 йылдың 1 ғинуарына — 43,8 мең берәмек (һуңыраҡ штат һаны хеҙмәтләндереүсе персоналды иҫәпкә алмайынса 53 мең берәмеккә етә). Департамент директоры итеп С. Н. Алмазов тәғәйенләнә.

1995 йылдың 17 декабрендәге 200-сө Федераль закон менән  «Һалым полицияһының федераль органдары тураһында»ғы Законға төҙәтеүҙәр индерелә.  Уларға ярашлы, Һалым полицияһы департаментының атамаһы Рәсәй Федерацияһының Һалым полицияһы федераль хеҙмәте тип үҙгәртелә  (Рәсәй ФСНП-һы). Штат буйынса,  иң юғары махсус звание итеп  Рәсәй ФСНП-һы директорына —  һалым полицияһы генерал-майоры званиеһы, директор урынбаҫарҙарына һәм төп идаралыҡтарҙың начальниктарына һалым полицияһы генерал-лейтетанты званиеһы раҫлана.

Хоҡуҡ һаҡлау органының төп бурысы итеп һалым енәйәттәре һәм хоҡуҡ боҙоуҙар, шулай уҡ һалым органдарында коррупция менән көрәш билдәләнә.

Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын башҡарыусы Владимир Путиндың 2000 йыл 16 март Указы менән Һалым полицияһы көнө раҫлана. 

2003 йылдың 1 июленән Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың 2003 йылдың 11 мартындағы 306-сы Указы  менән Рәсәй ФСНП-һы сәбәбен аңлатмайынса бөтөрөлә.  Рәсәй ФСНП-һы функцияларының күпселеге һәм 16 мең берәмек штаты Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығына тапшырыла.  Матди базаһы менән 40 мең берәмек штаты яңы ойошторолған Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенә тапшырыла.[1]

Рәсәй ФСНП-һы директорҙары үҙгәртергә

  • Алмазов Сергей Николаевич — Рәсәй ФСНП-һының беренсе директоры (1999 йылдың 18 февраленә тиклем)[2], һалым полицияһы генерал-полковнигы.
  • Солтаганов Вячеслав Фёдорович — 1999—2001[3], һалым полицияһы генерал-полковнигы.
  • Фрадков Михаил Ефимович — 28.03.2001—11.03.2003[4].

Рәсәй ФСНП-һының структураһы (2003 йылға) үҙгәртергә

  • Баш оператив идаралыҡ
  • Баш  документаль тикшереүҙәр идаралығы
  • Баш  тәфтиш идаралығы
  • Баш ойоштороу-инспекция идаралығы
  • Баш именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы 
  • Баш физик яҡлау идаралығы
  • Баш оператив-техник һәм эҙләү идаралығы
  • Баш кадрҙар идаралығы
  • Баш мәғлүмәт-технологик идаралыҡ
  • Баш халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығы 
  • Эштәр идаралығы
  • Хоҡуҡ идаралығы
  • Ойоштороу-мобилизация идаралығы
  • Мәғлүмәт һәм ижтимағи бәйләнештәр идаралығы 
  • Финанс-иҡтисад идаралығы
  • Режим һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге идаралығы 
  • Эксперт идаралығы
  • Аналитика идаралығы
  • Административ-хужалыҡ идаралығы
  • Махсус элемтә идаралығы
  • Медицина идаралығы
  • Тәүтикшереү бүлеге
  • Контроль-ревизия инспекцияһы

Матбуғат баҫмалары үҙгәртергә

«Налоговая полиция» гәзите.

Ведомство бүләктәре үҙгәртергә

  • «Һалым полицияһының почётлы хеҙмәткәре» күкрәккә таҡмалы билдәһе
  • «Һалым полицияһындағы хеҙмәт өсөн» I, II һәм III дәрәжә күкрәккә таҡмалы билдәһе
  • Рәсәй ФСНП-һының Почёт грамотаһы
  • Рәсәй ФСНП-һының Рәхмәте

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наркомания преследования. Борьба с «дурью» в России сама превратилась в дурь, Московский Комсомолец № 26386 (16 ноября 2013). 4 декабрь 2013 тикшерелгән. «ФСКН была создана на кадровой (около 40 тыс. чел.) и материальной базе Федеральной службы налоговой полиции, упраздненной из-за плохих показателей работы.».
  2. Назначен исполняющим обязанности 11 августа 1993 года, на должность назначен 24 сентября 1993 года.
  3. Был назначен на эту должность в правительстве Е. Примакова, вновь утверждался в кабинетах С. Степашина (май 1999 года), В. Путина (август 1999 года) и М. Касьянова (май 2000 года).
  4. После 11 марта 2003 года до 1 июля 2003 года обязанности директора исполнял Сергей Верёвкин-Рахальский. После 1 июля ещё более полугода работала ликвидационная комиссия.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Мы из налоговой полиции. Рассказы, очерки, размышления. — М.: Восход, 1997. 238 с.
  • Алмазов С. Н. Налоговая полиция: создать и действовать. — М.: Вече, 2000. 384 с. ISBN 5-7838-0732-X
  • Макурин А. В. Каталог нагрудных и памятных (нагрудных) знаков налоговой полиции России. — Екатеринбург: Уральский следопыт, 2007. 104 с.
  • Солтаганов В. Ф. Налоговая полиция: вчера, сегодня, завтра. — М., ИД «Дашков и Ко», 2000. 176 с. ISBN 5-8316-0058-0

Һылтанмалар үҙгәртергә