Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы

(Рәмил Килмәмәтов битенән йүнәлтелде)

Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы (10 сентябрь 1949 йыл12 апрель 2019 йыл) — фоторәссам, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй Фоторәссамдар союзы сәркәтибе, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2014). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).

Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтов
Тыуған:

10 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы

Үлгән:

12 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

фоторәсем

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтов 1949 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуған.

1987 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтын тамамлай. 1976 йылдан «Ағиҙел» кинофотоклубында бүлек мөдире, 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе[1].

Рәмил Килмәмәтов 2019 йылдың 12 апрелендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[2].

21 быуаттағы фотокүргәҙмәләре

үҙгәртергә
  • 2001 — «Тормош йәмле» шәхси күргәҙмәһе, Өфө, февраль
  • 2001 — «Башҡортостан» шәхси күргәҙмәһе, Амстердам, Голландия, март
  • 2001 — «Мин һеҙҙе яратам!» шәхси күргәҙмәһе, Өфө, март
  • 2001 — «Мин һеҙҙе яратам!» шәхси күргәҙмәһе, Франция, Париж, ЮНЕСКО галереяһы, апрель
  • 2001 — «Минең Башҡортостаным» республика күргәҙмәһе, Әзербайжан, Баҡы, май
  • 2001 — «Минең Башҡортостаным» шәхси күргәҙмәһе, С. Петербург, Комиссаржевский театры, июнь
  • 2002 — «Башҡортостан — мөхәббәтем минең» шәхси күргәҙмәһе, Италия, Венеция, Флоренция, Рим, Бөтә Донъя ЮНЕСКО клубтары федерацияһы Ассамблеяһы программаһы буйынса, октябрь
  • 2003 — «Минең Башҡортостаным» шәхси күргәҙмәһе, Германия, Бодензее, июнь
  • 2004 — «Йөрәктән йөрәккә» шәхси күргәҙмәһе, Германия, Люберленген, Оверленген, июнь
  • 2004 — «Тормош йәмле» шәхси күргәҙмәһе, Өфө, сентябрь-октябрь
  • 2004 — «Тормош йәмле» шәхси күргәҙмәһе, Благовар районы, октябрь-ноябрь
  • 2005 — «Башҡортостан бөгөн» шәхси күргәҙмәһе, Минск, Берлин, Страссбург (Франция), Париж, Лион, ЮНЕСКО-ның «Бөйөк Еңеүгә — 60 йыл» программаһы буйынса, ғинуар
  • 2005 — «Туймазы һәм туймазылар» шәхси күргәҙмәһе, Туймазы, ғинуар
  • 2005 — «Дүртөйлөләр» шәхси күргәҙмәһе, Дүртөйлө, март
  • 2005 — «Боден күле өҫтөндәге фажиғә» шәхси күргәҙмәһе, Швейцария, Цюрих, июнь
  • 2005 — «Минең Башҡортостаным», Төркиә, Мерсин, Мут, Анамур, Тарсус, ТЮРКСОЙ саралары сиктәрендә, сентябрь
  • 2006 — «Башҡортостан. Үҫеш юлында» шәхси күргәҙмәһе, Башҡортостан суверенитетының 15 йыллығына, Өфө, октябрь
  • 2005 — «Ҡояш балалары», Төркиә фоторәссам күҙе менән, Өфө, ноябрь
  • 2005 — «Башҡортостан — XXI быуат», Мысыр, Хургада, декабрь
  • 2006 — «Башҡортостан — XXI быуат», Санкт-Петербург, февраль
  • 2006 — «Минең ерем Башҡортостан», «Ҡояш балалары», «Һабантуй», Төркиә Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә, Төркиә, Истанбул, июнь
  • 2006 — «Баймаҡ еренә һөйөү менән», Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына, Өфө, октябрь.

Уның тураһында матбуғат

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә