Викидатала элемент тултырылмаған

Рәми — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Рәми исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, уҡ атыусы, уҡсы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл — 20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.

Фамилияла үҙгәртергә

Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1 май 1918 йыл — 16 май 1994 йыл) — совет уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы («Стрела», «Урал-1») эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы, әҙәби псевдонимы Дәрдмәнд (23 ноябрь 1859 йыл — 9 октябрь 1921 йыл) — шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй империяһының 1‑се Дәүләт думаһына Ырымбур губернаһынан депутат (1906). «Ваҡыт» гәзитен һәм «Шура» журналын ойоштороусы. Алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән.

Рәмиев Сәғит Лотфулла улы (татар. Сәгыйть Рәмиев; 12 февраль 1880 йыл — 16 март 1926 йыл) — татар шағиры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Рәми Ғарипов музейы - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Арҡауыл ауылында урынлашҡан йорт-музейы

Рәми Ғарипов исемендәге премия - 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан ошо уҡыу йортон 1950 йылда тамамлаған Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов хөрмәтенә һәм уның исемен мәңгеләштереү йөҙөнән булдырылған.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты — дөйөм белем биреү мәктәбе. Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбе нигеҙендә 1944 йылда башҡорт балалары өсөн махсус асылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ