Рюмин һарайы (франц. Palais de Rumine) — Швейцария ҡалаһы Лозаннаның тарихи үҙәгендәге һарай, 1906 йылда флоренция неоренессансы стилендә төҙөлгән.

Рюмин һарайы
франц. palais de Rumine
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Габриэль Рюмин[d]
Дәүләт  Швейцария
Административ-территориаль берәмек Лозанна[d][1]
Урынлашҡан урамы Place de la Riponne[d]
Әҫәр заказсыһы Лозанна[d]
Архитектор Гаспар Андре[d]
Рәсми асылыу датаһы 1902
Мираҫ статусы Швейцарияның милли әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡыһы[d][1]
Адрес Place de la Riponne 6
Тасуирлау биттәре lausanne.ch/portrait/car…
Карта
 Рюмин һарайы Викимилектә

1898—1906 йылдарҙа Лозаннала тыуған Габриэль Рюмин ҡалдырған нәҙер аҡсаһына төҙөлгән. Габриэль Рюмин 1840 йылдан Лозаннала йәшәгән рус ғаиләһе Рюминдарҙан сыҡҡан. Ата-әсәһе вафат булғандан һуң ул ата йортон ташлап сығып китә һәм сәйәхәттәргә юллана. Уның өсөн һәләкәтле булған һуңғы сәфәре алдынан, 30 йәшлек Габриэль васыят ҡалдыра:[2]

« Минең вафатымдан 15 йыл үткәс, ҡалала файҙалы йәмәғәт бинаһы төҙөһәләр тип, Лозанна ҡалаһына 1,5 миллион франк аҡса ҡалдырам... »

Рюмин вафат булғандан һуң 1871 йылда Лозанна хакимиәте Ситэ ҡалҡыулығы итәгендә яңы университет бинаһы төҙөргә ҡарар итә, һәм 1889 йылда проектҡа конкурс ойошторола, унда француз архитекторы Гаспар Андре еңеп сыға[3].

Бинаның фасадын арыҫландар, фәрештәләр һәм мифик заттар биҙәй, 1980 йылға тиклем бинала Лозанна университеты урынлаша. Беҙҙең ваҡытта бинала һынлы сәнғәт, археология һәм тарих, геология, зоология, аҡса кантон музейҙары урынлашҡан.

Бинаның көньяҡ арҡыры киҫеменә икенсе ҡат кимәлендә ҙур булмаған терраса — Мадлен майҙансығы тоташа, ул исемен был урында күп быуаттар элек торған изге Мария Магдалина зыярат сиркәүенән алған. 1906 йылда майҙанда Луи Рюшонне һәйкәле ҡуйылған[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 https://www.babs.admin.ch/en/aufgabenbabs/kgs/inventar.htmlSwiss Federal Office for Civil Protection, 2017.
  2. Прогулки по Лозанне: дворец Рюмина. // nashagazeta.ch. Дата обращения: 2012-6-15. Архивировано 25 сентябрь 2012 года.
  3. Дворец Рюмина. // lausanne.ch. Дата обращения: 2012-6-15. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2011 йыл 28 октябрь архивланған.
  4. Площадь Мадлен. // lausanne.ch. Дата обращения: 2012-8-4. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 24 сентябрь архивланған.