Рытов Сергей Михайлович
Сергей Рытов Михайлович (20 июнь(3 июль) 1908 йыл, Харьков — 22 октябрь 1996, Мәскәү) — совет ғалимы, радиофизика өлкәһендә белгес. 1968 йылдың 26 ноябренән СССР Фәндәр академияһының дөйөм физика һәм астрономия (радиотехника һәм электроника) бүлеге буйынса ағза-корреспонденты. (1991 йылдан РФА-ның ағза — корреспонденты).
Рытов Сергей Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 июнь (3 июль) 1908[1] |
Тыуған урыны | Харьков, Рәсәй империяһы[2][1] |
Вафат булған көнө | 22 октябрь 1996[1] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[1] |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | радиофизика[d] |
Эш урыны |
Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d] Радиотехнический институт имени академика А. Л. Минца[d] Мәскәү физика-техник институты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Леонид Исаакович Мандельштам[d] |
Аспиранттар | Фёдор Васильевич Бункин[d], Галанин, Михаил Дмитриевич[d], Прохоров Александр Михайлович һәм Колачевский, Николай Николаевич[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәХарьковта йәһүд ғаиләһендә тыуған[3][4]. Ата-әсәһе никахҡа инер алдынан лютеранлыҡты ҡабул итәләр[5]. Атаһы, Рытов Михаил Михайлович, коммерция белеме алған, «Блок» фирмаһында, һуңыраҡ Рәсәйҙе шариклы подшипниктар менән тәьмин итеүсе SKF швед фирмаһында идарасы булып эшләй. Сергей бала сағында полиомиелит менән ауырый, сатан булып ҡала. Уға ике йәш булғанда ғаилә Мәскәүгә күсенә, унда 1916 йылда, ата-әсәһе айырылыша. Атаһы яңы ғаилә ҡора. Өлкән ҡыҙы Нина атаһы менән тороп ҡала, ә Сергей әсәһе Евгения Владимировна (Розалия Евсеевна) Волькензон менән йәшәй, ул 1916—1917 йылдарҙа Е. Б. Вахтангов студияһында актриса булып эшләй.
1916 йылда Мәскәүҙә уҡый башлай. 1918—1920 йылдарҙа атаһы менән Одессала (унда атаһының әсәһе һәм ағайы — присяжный поверенный Владимир Моисеевич Рытов йәшәй) һәм 1920—1922 йылдарҙа әсәйе менән Харьковта йәшәй. Иртә етем ҡала (1922 йылда атаһы вафат була, әсәһе 1924 йылда). Медицина нәшриәтендә мөхәррир булып эшләгән 28 йәшлек ике туған апайы Рахиль Моисеевна Брейнин уны үҙ ҡарамағына ала. 1925 йылда 10-сы Мәскәү мәктәбен тамамлағандан һуң 1-се Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ебәрәләр[6]. 1930 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай, МДУ янындағы физика ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһына уҡырға инә. Мәскәү дәүләт университетында (1930—1932 йй., 1934-1938йй), шулай уҡ ГИФТИ-ла (1932—1934 йй, 1945—1947 йылдар) һәм МФТИ-ла (1947—1978 йй.) физика һәм математиканы уҡыта[7]. 1933 йылда академик Л. И. Мандельштам етәкселегендә аспирантураны «тирбәлеүҙәр теорияһы» һөнәре буйынса тамамлай.
1934—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Физика институтының (ФИАН) оптик лабораторияһында эшләй. 1935 йылда ультратауыш тулҡындарында яҡтылыҡтың тарҡалыуын тикшерә башлай. 1937 йылда бер төрлө булмаған мөхиттә тулҡындар төҙөлөшөн анализлауҙың һөҙөмтәле ысулын (Рытов методы) — тулҡындарҙың таралыуын өйрәнеүҙең ҡеүәтле ҡоралын тәҡдим итә. 1938 йылда тирбәлеүҙәр теорияһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаған «Модулированные колебания и волны» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[8].
1947 йылда профессор, дөйөм физика кафедраһы мөдире, ә 1949 йылдан — МДУ-ның, 1951 йылдан — МФТИ-ның физика-техник факультетында радиофизика кафедраһы мөдире булып эшләй[9]. 1947 йылда А. Д. Сахаровтың «Теория ядерных переходов» диссертацияһын яҡлау буйынса Фәндәр академияһының Физика институтында йәшерен тауыш биреү буйынса комиссия ағзаһы була. 1949 йылдың 24 майында Фәндәр академияһының Физика институты ғилми советы ултырышында рәйеслек итеүсе институт директоры С. И. Вавилов коллегалары С. Э. Хайкин, Я. Л. Альперт, В. Л. Гинзбург һәм М. А. Марков менән бергә С. М. Рытовты «космополитик хаталар» яһауҙа ғәйепләй[10]. Шул уҡ ултырышта уны А. П. Комар ҡаты тәнҡитләүгә дусар итә. Был ғәйепләүҙәр һөҙөмтәһендә 1950 йылдың 12 ғинуарында С. М. Рытов Фәндәр академияһының Физика институты ғилми советы составынан сығарыла һәм тирбәлеүҙәр лабораторияһы мөдире урынбаҫары вазифаһынан бушатыла.
1958 йылда С. M. Рытов академик А. Л. Минц саҡырыуы буйынса СССР Фәндәр академияһының РТИ радиофизик лабораторияһын етәкләй (1980-се йылдарҙан — теоретик бүлек мөдире). Уның эштәре ер өҫтөндә радио мәғлүмәт комплекстарын эшләү һәм булдырыу менән бәйле принципиаль физик мәсьәләләрҙе өйрәнеүгә ҡағыла: атмосфера төрлөлөгөнөң алыҫ араға тәьҫир итеүсе радиолокаторҙар характеристикаһына йоғонтоһон өйрәнеү, аҙ тауышлы параметрик көсәйткестәр эшләү һәм булдырыу, радиолокация сигналдарын эшкәртеүҙең акусто-оптик ысулдарын эшләү, алыҫ араға тәьҫир итеүсе радиолокация мәнфәғәтендә ионосфераны ракеталар һәм Ерҙең яһалма юлдаштары ярҙамында өйрәнеү[8].
Дон зыяратында ерләнгән[11].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны (1933 йылдан) — Суламифь Сауловна Бахмутская (1910, Лубны — 1989, Мәскәү), химик, К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-химик академияны тамамлай, «Каучук» заводында эшләй, һуңынан резина сәнәғәтенең ғилми-тикшеренеү институтында һәм СССР Фәндәр академияһының органик химия институтында ғилми хеҙмәткәр.
- Ҡыҙы — Рытова Наталия Сергеевна (1937—2012), физика-математика фәндәре кандидаты; уның ире — физика-математика фәндәре докторы Владимир Григорьевич Шавров (1932).
- Олатаһы — Владимир Мошкович (Моисеевич) Рытов (1879, Минск — 1960, Париж), адвокат, рус эмиграцияһы эшмәкәре, Францияла рус адвокаттары берләшмәһе ағзаһы (1947—1960 йылдарҙа был берекмә Советы ағзаһы була).
- Ике туған ағайы — рәссам һәм скульптор Александр Иосифович (Мордкевич) Волькензон (1903—?).
- Ике туған ағаһының улы — физик-теоретик Ю. А. Гольфанд.
Фәнни өлөшө
үҙгәртергәС. М. Рытов фундаменталь өлөш индергән өлкәләрҙе шартлы рәүештә өс ҙур төркөмгә бүлергә мөмкин.[12]:
- тирбәлеүҙәр теорияһы һәм акустика;
- тулҡындар таралыуы, электродинамика һәм оптика;
- статистик радиофизика.
С. M. Рытов молекуляр яҡтылыҡтың таралыуының дөйөм феноменологик теорияһын эшләй, ул Мандельштам-Бриллюэн спектрын һәм деполяризацияланған нурланышты, шулай уҡ энтропия тирбәлеүе арҡаһында таралыу спектрын анализлауҙы үҙ эсенә ала. Күп һанлы тәжрибәләр менән раҫланған был теория дөйөм танылыу ала. Үҙенең эштәрендә электромагнит тулҡындарҙың кире дилектрик даимилы ҡатламдан сағылышы мәсьәләһен ҡәтғи хәл итә, анисотропик мөхиттәрҙә электромагнит тулҡындар таралыу ваҡытында Пойнтинг векторы, төркөм тиҙлеге векторы һәм энергетик тығыҙлыҡ араһындағы бәйләнеште тикшерә.
Ул электродинамикала йылылыҡ флуктуацияһы теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Ул үҫтергән радиофизик мәсьәләләрҙе анализлауҙың ҡайһы бер ысулдары шул тиклем йыш ҡулланыла, хатта уларҙы «халыҡтыҡы» тип ҡабул итәләр[7].
С. M. Рытов — популяр физика дәреслектәренең айырым бүлектәре авторы. Рәсәйҙә уның «Введение в статистическую радиофизику» дәреслеге яҡшы билдәле. Монографияның ҡайтанан ҡаралған баҫмаһы сит илдә 4 томда баҫылып сыға һәм лайыҡлы танылыу ала. Шулай, 2021 йылдың октябренә, Google Scholar сайты мәғлүмәттәре буйынса, баҫманан 1468 тапҡыр өҙөмтә килтерелгән.
Профессор Рытов үҙенең уҡытыусыһы, урыҫ ғалимы Л. И. Мандельштамм традицияларын дауам итә һәм яйлап үҙенең фәнни мәктәбен булдыра. Был йәһәттән уға билдәле Мәскәү профессорҙары Татарский В. И., Левин М. Л., Кравцов Ю. А. һәм радиофизика буйынса Бөтә Мәскәү семинарының башҡа ҡатнашыусылары ярҙам итә. Семинарҙа Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтының планлаштырылған эше генә түгел, шулай уҡ физиктарҙың ҙур иғтибарын йәлеп иткән, башланғыс дөйөм физик тикшеренеүҙәр ҡарала. С. M. Рытов шәхесенең сағыулығы уға фәндә үҙ юлын эҙләгән талантлы йәш ғалимдарҙы йәлеп итә. Физиктар Кравцов Ю. А., Яковлев В. П., Муратов Р. З., З. И. Фейзулин, В. В. Караваева, В. В. Сазонов, С. П. Ефимов, А.B Шмелев, В. Г. Полевой, С. В. Бирюков, Л. А. Апресян уның мәктәбенән сыҡҡандар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945; 27.03.1954)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- миҙалдар
- А. С. Попов исемендәге алтын миҙал (1959) статистик радиофизика өлкәһендәге эштәр циклы өсөн .
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Рытов С. М. Модулированные колебания и волны // Тр. Физического института АН СССР, 1940, т. 2, вып. 1.
- Рытов С. М. Теория электрических флуктуаций и теплового излучения. — М., 1953.
- Рытов С. М. Что увидит и с чем столкнётся астронавт, летящий с околосветовой скоростью. // «Природа», 1960, № 4.
- Рытов С. М. Введение в статистическую радиофизику. — М.: Наука, 1966.
- Рытов С. М., Левин М. Л. Теория равновесных тепловых флуктуаций в электродинамике. — М., 1967.
- Рытов С. М. Введение в статистическую радиофизику. Ч.1. Случайные процессы. — М.: Наука, 1976.
- Рытов С. М., Кравцов Ю. А., Татарский В. И. Введение в статистическую радиофизику. Ч.2. Случайные поля. — М.: Наука, 1978.
- Rytov Sergei M., Kravtsov Yurii A., Tatarskii Valerian I. Principles of Statistical Radiophysics.v.4, Springer- Verlag Berlin Heidelberg ISBN 978-3-642-72684-2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 РЫТОВ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Рытов Сергей Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Сергей Михайлович Рытов (Жизнь, воспоминания, интервью, записки, стихи, документы, стр. 41)
- ↑ Характеристика на доктора физико-математических наук, профессора Рытова
- ↑ Ранние воспоминания С. М. Рытова
- ↑ Автобиография С. М. Рытова
- ↑ 7,0 7,1 УФН, 1997
- ↑ 8,0 8,1 УФН, 2009
- ↑ В МФТИ он с 1953 года по 1978 год возглавлял по совместительству кафедру радиофизики.
- ↑ В. М. Березанская. «Космополитические ошибки» С. М. Рытова (стр. 281)
- ↑ Могила С. М. Рытова
- ↑ УФН, 1968
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сергей Михайлович Рытов: Жизнь, воспоминания, интервью, записки, стихи, документы / Сост. В. М. Березанская, Н. С. Рытова ; под ред. А. А. Гиппиуса. — М. : ЛЕНАНД, 2012. — 552 с. — ISBN 978-5-9710-0462-2.
- Сергей Михайлович Рытов (К 60-летию со дня рождения) // Успехи физических наук : журнал. — М.: ФИАН, 1968. — Т. 96. — № 11. — С. 573—574. — ISSN 0042-1294.
- Памяти Сергея Михайловича Рытова // Успехи физических наук : журнал. — М.: ФИАН, 1997. — Т. 167. — № 7. — С. 787—788. — ISSN 0042-1294.
- Гуляев Ю. В. К 100-летию со дня рождения С. М. Рытова (вступительное слово) // Успехи физических наук : журнал. — М.: ФИАН, 2009. — Т. 179. — № 5. — С. 531—534. — ISSN 0042-1294.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Сергея Михайловича Рытова РФА рәсми сайтында
- Статьи С. М. Рытова в журнале «Успехи физических наук»
- [www.pseudology.org/science/RytovSM.htm Сергей Михайлович Рытов] на сайте pseudology.org (недоступная ссылка с 28-03-2014 [2767 дней])