Руевица (хорва. Rujevica) — Хорватияның Риека ҡалаһында урынлашҡан футбол стадионы[2][3]. Стадиондың һыйҙырышлығы 8 279 урын тәшкил итә. Руевица стадионы — яңы Кантрида ҡоролмаһы осоронда 2015 йылдың авгусынан «Риека» футбол клубының ваҡытлыса үҙ аренаһы булып тора. Руевица — күнекмәләр комплексының бер өлөшө, ул өҫтәмә дүрт яланды үҙ эсенә ала һәм клубтың йәштәр академияһы тарафынан ҡулланыла[4]. Стадион шул уҡ исемле районда урынлашҡан, аренаның рәсми исеме — ХНК Риека стадионы (хорв. Rijeka HNK Stadion).

Руевица
Нигеҙләү датаһы 2 август 2015
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Хорватия[1]
Административ-территориаль берәмек Риека[d]
Урын Риека[d]
Хужаһы Риека[d]
Хеҙмәтләндереүсе Риека[d]
Рәсми асылыу датаһы 2015
Обитатель Риека[d]
Һыйым 34 000
Рәсми сайт nk-rijeka.hr/hnk-rijeka/…
Карта
 Руевица Викимилектә

Ҡоролмалары үҙгәртергә

Руевица районындағы күнекмәләр үҙәген төҙөү 2014 йылдың 15 сентябрендә башлана һәм «Риека» футбол клубы милекселәре тарафынан финанслана[5]. 2015 йылдың 28 июлендә стадионды хорват футбол властары лицензиялай[6]. 2015 йылдың 2 авгусында Руевица рәсми рәүештә «Риека» командаһының Загреб «Локомотивына» ҡаршы уйын менән асыла, ул 3:1 иҫәбендә хужаларҙың еңеүе менән тамамлана. «Риеканың» һаҡсыһы Марин Леовац стадионда тәүге голдың авторы була[7].

Киңәйтеү үҙгәртергә

2016 йылдың ғинуарында һәм ноябрендә «Риека» президенты Дамир Мишкович УЕФА чемпиондар Лигаһының һәм УЕФА Европа Лигаһының уйындарын үткәреүгә стадион УЕФА талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн 8 000 тамашасынын һыйҙыра алырлыҡ трибунаны төҙөү планы тураһында телгә ала[8][9]. Төньяҡ трибуна 2017 йылдың 11 майында төҙөлә башлай[10], ә 2017 йылдың 21 июлендә тамамлана. Һөҙөмтәлә аренаның һыйҙырышлығы 6 039 урындан 8 279 урынға тиклем арттырыла[11]. 2017 йылдың 2 авгусында стадионда йөрөш рекорды теркәлә: «Риека» менән Австрияның «Ред булл» командалары араһындағы өсөнсө УЕФА чемпиондар лигаһының өсөнсө квалификацион раунды уйынына 8 118 кеше килә[12].

Секторҙар буйынса Һыйҙырышлыҡ үҙгәртергә

Стадиондың дүрт секторы 8 279 тамашасыны һыйҙыра:

  • I секторы (көнсығыш): 2 852
  • Z секторы (көнбайыш): 2 775 (VIP-сектор)
  • 'S секторы (төньяҡ): 2 240
  • J секторы (көньяҡ): 412 (ҡунаҡ секторы)

Лигала йөрөш[13] үҙгәртергә

Миҙгел Барыһы Юғары Әҙ Уртаса
2015/16 71 682 5 776 2 522 4 217
2016/17 85 628 6 004 3 022 4 757
2017/18 70 046 7 258 3 022 4 670

Йыйылма командалар араһында матч үҙгәртергә

Дата Ярыш Дәғүәсе Һөҙөмтә Тамашасылар Һылтанмалар
Футбол буйынса йыйылма командаһы Хорватия
4 июнь 2016 иптәштәрсә матч   Сан-Марино 10:0 3 911 [14]
6 октябрь 2017 донъя чемпионатына квалификация   Финляндия 1:1 7 578 [15]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. Rijekaprojekt-energetika, energy certificates for buildings, design and projects. Дата обращения: 21 март 2018.
  3. Ovako će izgledati novi stadion na Rujevici? (билдәһеҙ). Rijeka Danas. Дата обращения: 21 март 2018.
  4. Stadion Kantrida  » Training camp. Дата обращения: 21 март 2018. 2018 йыл 8 апрель архивланған.
  5. Stadion Kantrida » Preparatory works started. Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
  6. HNK Rijeka – Stadionu HNK Rijeka uporabna dozvola (билдәһеҙ). HNK Rijeka. Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 22 июль архивланған.
  7. Rijeka-Lokomotiva 3-1. Prvahnl.hr. Дата обращения: 21 март 2018.
  8. Cupać, Damir Rujevica dobiva sjevernu tribinu, u klubu tvrde: 'Ne odustajemo od Kantride, to je zbog euro susreta' (билдәһеҙ). Novi List (14 ғинуар 2016). Дата обращения: 21 март 2018.
  9. Mišković: Uložili smo 50 milijuna eura u Rijeku, a sad želimo Ćorića (билдәһеҙ). Goal.com (2 ноябрь 2016). Дата обращения: 21 март 2018.
  10. Počeli radovi na izgradnji sjeverne tribine stadiona HNK Rijeka (билдәһеҙ). HNK Rijeka (11 май 2017). Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
  11. Dovršena sjeverna tribina stadiona HNK Rijeka (билдәһеҙ). HNK Rijeka (21 июль 2017). Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
  12. Rijeka remizirala protiv Salzburga i stigla na korak do Lige prvaka! (билдәһеҙ). HNK Rijeka. Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 11 август архивланған.
  13. Rujevica (Rijeka): Popis utakmica na odabranom stadionu u 1. HNL (хорв.). HRnogomet.com.
  14. Croatia vs. San Marino – 4 June 2016 – Soccerway. Soccerway. Дата обращения: 21 март 2018.
  15. Croatia vs. Finland – 6 October 2017 – Soccerway. Soccerway. Дата обращения: 21 март 2018.