Рощеньелағы Кирилл Белозерский сиркәүе
Рощеньелағы Кирилл Белозерский сиркәүе (Кирилл Рощенский сиркәүе, Рощеньелағы Кирилл Белозерский хөрмәтенә сиркәү) — Вологда ҡалаһындағы првославие сиркәүе. Был ҡорам 1780 йылда төҙөлгән. Емерелгән һәм XХ быуатта үҙгәртеп ҡоролған бинаның ҡалдыҡтары Совет проспекты, 37 адресында торған производство территорияһында тора. Сиркәү федераль һаҡлау категорияһындағы архитектура ҡомартҡыһы булып тора[1].
Иҫтәлекле урын | |
Рощеньелағы Кирилл Белозерский сиркәүе
| |
Рощеньелағы Кирилл Белозерский сиркәүе Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСиркәү төҙөлөүҙең датаһы һәм архитекторы аныҡ билдәле түгел. Ҡала уртаһында урынлашҡан сиркәү төҙөү клир ведомостары буйынса XVII быуаттатөҙөлгән тип һанала, был ғибәҙәтхананың ҡыңғырауҙар манараһындағы һәм миһраб архитектура үҙенсәлектәре менән дәлилләнә. Сиркәү преподобный Кирилл Березовский хөрмәтенә изгеләндерелгән.
XVIII быуат аҙағында (1780 йылдан һуң)) сиркәүе яңынан төҙөлә, бында ике бәләкәй башлы һәм ике корпустан торған оло аш бүлмәһе барлыҡҡа килә, ул үҙ эсенә ҡыңғырауҙар манараһын да алып тора, шуның менән бәйле йыш ҡына сиркәү XVIII быуат[2] аҙағында төҙөлгән тип әйтелә.
1866 йылдың 30 декабрендә сиркәү яна, һалҡын һәм йылы ҡорамдарҙағы иконостас, стена биҙәктәре, сиркәү кәрәк-яраҡтары юҡҡа сыға. Янғандан һуң сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙар күпмелер ваҡыт туҡталып тора.
1926 йылда Спас-Всеградский соборы ябылғандан һуң, сиркәүгә Всемилостивый Спастың мөғжизәле иконаһы күсерелә (бәлки, ул иконаның күсермәһе генә), был күсермә урындағы иконалар яҙыусы рәссам тарафынан 1654 йылдың 23 октябрендә ғәҙәти итеп кенә Всеградский Спас сиркәүе өсөн яҙылып ҡуйылған була. 1654 йылда чума эпидемияһы ваҡытында был икона Вологданы афаттан ҡотолдороу өсөн ҡулланыла. Шул уҡ йылдың аҙағында икона музейға тапшырыла.
Сиркәү 1928 йылдың 9 февралендә ябыла. 1929 йылдан алып унда эшһеҙҙәр өсөн китап төпләү, төргәк һәм уйынсыҡтар эшләү оҫтаханалары булдырыла, ә һуңынан Вологда обой фабрикаһы урынлаша. Сиркәүҙең ҡыңғырауҙар манараһы һәм башы һүтелә, ә манара урынында элекке оло аш бүлмәһенә терәтеп фабрика корпусының төкәтмәһен төҙөйҙәр.
Тасуирлама
үҙгәртергәXХ быуатта өлөшләтә емерелгәнгә һәм үҙгәртеп ҡорғанға тиклем — ҙур кирбес ҡорам һаҡланған. Ғибәҙәтхананың төп күләме — ике яҡлы, бер башлы четверик. Көнбайыштан ҡорамға киң аш бүлмәһе һәм сатырлы ҡыңғырау манараһы терәлеп тора. Ғибәҙәтхананың Космодамианский, Иоанн Предтеча соборы, Варвара һәм преподобный Павел Препростой ҡанаттары бар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Церковь Кирилла Белозерского, что в Рощенье на сайте «Храмы России»
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Церковь Кирилла Белозерского в Каталоге памятников истории и культуры народов РФ(недоступная ссылка)
- ↑ Сайт www.cultinfo.ru 2008 йыл 18 февраль архивланған.